Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мәхрәм (ғәр. محرم‎) — һәрәм яғына (ҡатындар яғы) инергә рөхсәт ителгән ир туған[1].

Шәриғәттә: ҡатын-ҡыҙға яҡын туған булыу сәбәпле өйләнергә хоҡуғы булмаған ир туған, был туғаны менән ҡатын-ҡыҙ аулаҡта ҡала, сәйәхәткә сыға ала.

Ир кеше мәхрәм һаналған ҡатындар

үҙгәртергә

Ир кеше мәхрәм һаналған ҡатындар Ән-Ниса сүрәһенең 22 һәм 23 аяттарында атала:

  • Әсәһе, һөт инәһе, өләсәһе (атай-әсәй яғынан);
  • Ҡыҙы, ейәнсәре (улының йә ҡыҙының ҡыҙы);
  • Бер туған һеңлеһе, апаһы, һөттәш һеңлеһе;
  • Бер туғандарының ҡыҙҙары;
  • Әсәһенең йә атаһының бер туған апай-һеңлеләре;
  • Ҡатынының әсәһе, өләсәһе;
  • Үгәй ҡыҙы;
  • Үгәй әсәһе;
  • Килене (улының ҡатыны)[2].

Ҡатыны менән айырылған йәки ул вафат булған осраҡта ошо ҡатын-ҡыҙға, мәхрәм булһа ла, өйләнергә рөхсәт бирелә:

  • Ҡатынының апай-һеңлеләре[2];
  • ҡайныһының йәки ҡәйнәһенең апай-һеңлеләре;
  • Ҡатынының апай-һеңлеләренең ҡыҙы.

Енси мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә

Һанап кителгән ҡатындарҙың кеме менән булһа ла енси мөнәсәбәткә инеү зина тип һанала. Яңылыштан килеп сыҡһа ла (дөрөҫ ҡылынмаған никах) эҙемтәләре шул уҡ ҡала.

Мәхрәм тураһында әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Мәхрәм менән хаж ҡылыу тураһында әҙәбиәттәге мәғлүмәттәрҙән:

Мосолман мотлаҡ үтәргә тейешле биш бурыстың береһе — хаж ҡылыу. Ҡатын-ҡыҙҙың ошо ғибәҙәтте үтәүе йәһәтенән дә әленән-әле төрлө бәхәстәр ҡубып тора. Ире йәки мәхрәме (йәғни, уға өйләнергә хаҡы булмаған ир туғандары) менән генә сәфәр ҡыла ала тип, ҡайһы бер илдәрҙә, милләттәрҙә ҡатындарҙы изге ғәмәлен үтәүҙән мәхрүм итәләр. Шуға күрә виза юллар алдынан ойоштороусыларҙан: «Хәләл ефетем бармағас, миңә хажға рөхсәт булырмы?» — тип һораным. «Олоғайғандарға — рөхсәт, йәшерәктәргә кәртәләр булыуы ихтимал», — тип яуапланылар[4].

Ризаитдин Фәхретдинов (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов; 1859—1936 — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле, Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе (1923—1936) был мәсьәләне лә ентекле яҡтырта. Юл имен һәм ышаныслы ҡатындар менән берлектә булыу шарты менән фарыз хажға ҡатын-ҡыҙҙың иренән һәм мәхрәменән башҡа ла сәфәр ҡылыуы дөрөҫ, тигән фекерҙе яҡлап сыға ул[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Махрам // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Арабско-русский словарь
  2. 2,0 2,1 Али-заде, А. А. Махрам // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  3. Сборники хадисов имамов аль-Бухари и Муслима
  4. Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б..
  5. Риза Фәхретдин. Жәуамиғел кәлим шәрхе. Ырымбур, 1916. Жәуамиғел кәлим шәрхе. Ырымбур, 1917