Тауаф
Ислам · Мәсет · Хаж |
---|
Ҡәғбә өлөштәре: |
1 — Ҡара таш , 2 — Ҡәғбәгә ингән ер, 3 — улаҡ, 4 — шадырван, 5 — әл-хәтим, 6 — мөлтазам, 7 — Мәҡамы Ибраһим, 8 — Шәрҡи, 9 — Йәмәни, 10 — Шами (Сүриә), 11 — Ғираҡи, 12 — Ҡәғбәнең кисүәһе, 13 — тауафтың башланыуын белдереүсе һыҙат, 14 — Мәҡамы Ябраил |
Шулай уҡ ҡарағыҙ |
Викисклад |
Тауа́ф (ғәр. طواف) — хаж ҡылғанда Ҡәғбә тирәләй сәғәт уғына ҡаршы йүнәлеш тотоп үтеү йолаһы. Беренсе тауаф Мәккәгә килеп төшөү менән үтелә.
Үтеү тәртибе
үҙгәртергәХаж ҡылыусылар сәғәт уғына ҡаршы йүнәлештә ете тапҡыр Ҡара таш ятҡан мәсетте урап үтә. Тәүге өс үтештә йүгерә-атлай хәрәкәт итәләр. Ҡәғбәтулланы урап үткәндә уның "ғираҡ" һәм "йәмән" мөйөштәрендә намаҙ уҡыйҙар. Ете тапҡыр урап үткәндән һуң Ҡәғбәтулла ишеге янына киләләр, бөтә тәне менән һыйынып, уң ҡулын ингән ергә табан һуҙып тәүбә итәләр, гонаһтарын ярлыҡауҙы һорайҙар. Ҡөрьән Кәримдән ике сүрәне - — 109-сы («Кафырҙар») һәм 112-се («Ихлас») - сүрәләрен уҡып тамамлап ҡуялар. Ҡәғбәтулланы тейешенсә урап сыҡҡас, Ибраһим мәҡамына үтеп, намаҙ уҡыйҙар.
Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, фәрештәләр Бәйт әл-Мамур тирәләп тауаф ҡыла.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Про Таваф на dic.academic.ru
- Справочник для совершающих хадж (ғәр.)
- Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы - Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |