Лех Валенса
Лех Валенса (пол. Lech Wałęsa, [ˈlɛx vaˈwɛ̃sa]; 1943 йылдың 27 сентябрендә/һарысайында Польшаның Тлухово гминаһы Попово ҡасабаһында тыуған) — поляк дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, кеше хоҡуҡтарын әүҙем яҡлаусы активист, «Теләктәшлек» (пол. Solidarność) профсоюз ойошмаһы етәксеһе, 1990—1995 йылдарҙа Польша Президенты, 1983 йылғы Тыныслыҡ өсөн Нобель Премияһы Лауреаты, һөнәре буйынса электрик.
Лех Валенса | |
пол. Lech Wałęsa | |
Герб | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Польша[3] |
Тыуған көнө | 29 сентябрь 1943[4][5][6][…] (81 йәш) |
Тыуған урыны | Попово[d], Өсөнсө рейх[4] |
Хәләл ефете | Данута Валенса[d] |
Балалары | Ярослав Валенса[d] |
Туған тел | поляк теле |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, электромонтёр, профсоюз эшмәкәре, диссидент, политический активист, активист, антикоммунист |
Биләгән вазифаһы | Президент Республики Польша[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Избирательная Акция Солидарность[d] |
Участвовал в выборах | Президентские выборы в Польше[d] |
Ойошма ағзаһы | Солидарность[d] һәм Q11756664? |
Сәйәси идеология | Демократия һәм антикоммунизм[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Йөҙ ҡылдары | моржовые усы[d] |
Лех Валенса Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАтаһы
үҙгәртергә1943 йылдың 29 сентябрендә Попово ауылында балта оҫтаһы ғаиләһендә, нацис Германияһы тарафынан аннексияланған Помор воеводаһы территорияһында тыуа. Атаһы Болеслав Валенса немец оккупацион ғәскәрҙәре тарафынан тотоп алына һәм Лех тыуғансы уҡ холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына оҙатыла. Һуғыш бөтөүгә бер ни тиклем ваҡыт ҡалғас (1945 йылдың апрель башында), Болеслав ҡаты сирле килеш йортона ҡайта һәм 1945 йылдың 16 июнендә вафат була.
Белем алыуы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1961 йылда профессиональ училищены тамамлай. 1961 йылдан 1965 йылға тиклем автомеханик булып эшләй, 1967 йылдың июленән Гданьск судоверфендә электрик булып эшләй. 1980 йылда Көнсығыш Европала беренсе булып ирекле, дәүләт контролендә булмаған — Теләктәшлек профсоюзын ойоштора.
«Теләктәшлек»
үҙгәртергәӘүҙем профсоюз эшмәкәрлеге өсөн Валенсаны эштән сығарыу менән рәттән 1980 һәм 1981 йылдарҙа аҙыҡ-түлектең етешмәүе һәм хаҡтарҙың арта барыуы забастовкаларға килтерә, йәмғиәттең төрлө ҡатламдарында «Теләктәшлек» киң хуплау таба һәм хөкүмәттең бер нисә ташлама яһауына, шул иҫәптән эшселәргә профсоюздарҙы ирекле рәүештә ойоштороу хоҡуғын биреүгә килтерә. Августа Валенса Завод-ара забастовка комитетына етәкселек итә һәм вице-премьер Ягельский менән Гданьск килешеүенә ҡул ҡуя.
1981 йылдың 13 декабренә ҡарай төндә Польша Халыҡ Республикаһының Министрҙар Советы рәйесе, Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы Үҙәк Комитетының Беренсе секретары, генерал Войцех Ярузельский хәрби хәл индерә һәм «Теләктәшлекте» закондар тыш тип иғлан итә. Хәрби хәл индерелеүҙең тәүге көндәрендә үк Валенса менән бергә 3 меңдән ашыу активисты тотоп ябалар һәм сит илгә сығарыу үҙәктәренә ебәрәләр. 1982 йылдың 14 ноябрендә Валенса тотолған активистарҙың күбеһе менән бергә иреккә сығарыла.
1983 йылда Нобель Тыныслыҡ премияһын, миҙал ала, миҙалын Ченстоховтағы Ясна Гура монастыренә тапшыра[7]
1986 йылдың 30 сентябрендә Валенса рәйеслегендә «Теләктәшлектең» Ваҡытлы советы булдырыла. Төбәк профсоюз үҙәктәрен ҡайтанан тергеҙеү башлана. Властар формаль рәүештә «Теләктәшлекте» легелләштереүгә рөхсәт бирмәй, ләкин дөйөм алғанда ҡаршылыҡтар ҙа тыуҙырмай. 1987 йылдың 25 октябрендә активистар төркөмө «Теләктәшлектең» Милли башҡарма комитетын ойоштора. Уға Валенса етәкселек итә. Был структура оппозицияның властар менән һөйләшеүҙәр алып барыуға әҙер булған өлөшөн бергә туплай. Ул ваҡытта күп кенә активистар «Көрәшеүсе Теләктәшлек» яҡлы була һәм режим менән бер ниндәй компромиссһыҙ көрәшеү өсөн сығыш яһай.
1988 йылдың яҙы-йәйендәге күләмле забастовка хәрәкәте һөҙөмтәһендә Польша етәкселеге «Теләктәшлек» менән килешеүҙәргә табан курс алырға мәжбүр була. 1988 йылдың 25 авгусында эске эштәр министры Чеслав Кищак Польша епископаты вәкиле аббат Алоизий Оршулик алдында Валенса менән осраша. 1988 (Магдаленкала әңгәмәләр) һәм 1989 (Түңәрәк өҫтәл) йылдарҙа хөкүмәт менән һөйләшеүҙәрҙә Валенса төп ролде уйнай. Был һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе — «Теләктәшлекте» легалләштереү һәм 1989 йылдың июнендә ярымирекле парламент һайлауҙарын үткәреү, уларҙа «Теләктәшлек» Сенаттағы 100 урындың 99-ын яулай.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса коммунистар власты тулыһынса юғалтмаһа ла (президент булып Ярузельский ҡала, көс министрлыҡтары Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы ҡулында ҡала), уларға оппозицияға властың байтаҡ өлөшөн бирергә тура килә, йәмғиәт һайлауҙарҙы режимдың еңелеүе тип ҡабул итә. 1989 йылдың 7 авгусында Валенса «Теләктәшлектең» хөкүмәткә етәкселекте үҙ ҡулдарына алырға әҙер булыуы тураһында белдерә. Валенсаның Берләшкән крәҫтиән һәм Демократик партияларҙың (күп йылдар буйы коммунистик режим яҡлылар) етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыуы килеп тыуған хәлдә уларҙың «Теләктәшлекте» хупларға мәжбүр булыуына килтерә. 7 сентябрҙә Польшала беренсе тапҡыр власҡа «Теләктәшлек» вәкиле Валенсаның кәңәшсеһе Тадеуш Мазовецкий етәкселекгендәге коммунистик булмаған хөкүмәт килә.
Президентлыҡ
үҙгәртергә1990 йылдың президент һайлауҙарында Валенса ышаныслы еңеү яулай, икенсе турҙа Польша президенты итеп һайлана (74,25 % тауыш менән). Уның алдына сәйәси тотороҡһоҙлоҡтоң һәм Польшаның ирекле баҙар иҡтисадына күсеүенең ғәйәт ауыр проблемалары килеп баҫа.
1995 йылда Валенса һайлауҙарҙа Александр Квасьневскийҙан еңелә. Беренсе турҙа ул, 33,1 процент йыйып, икенсе урынға сыға, ә икенсе турҙа, 48,3 процент йыйып, еңелә.
Президентлыҡтан һуң
үҙгәртергә2000 йылғы президент һайлауҙарында Валенса 1,4 % тауыш йыя.
2006 йылдың 29 сентябрендә Лех Валенса сәйәсәткә кире ҡайтырға һәм яңы партия ойошторорға йыйыныуы тураһында иғлан итә. Ул түбәндәгене белдерә: «Ҡасандыр Польшаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән кешеләр әлеге ваҡытта илдә барған хәл менән килешмәй. Беҙ Качиньский, Леппер йәки Гертых кеүектәр өсөн көрәшмәнек».
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны Данута менән 8 бала — 4 ул һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләй. 2017 йылдың 9 ғинуарында Валенсаның өсөнсө улы 43 йәшлек Пшемыслав үҙенең Гданскиҙағы фатирында үлгән килеш табыла[8].
Әйтелгән фекерҙәре
үҙгәртергәЛех Валенсаның ҡайһы бер тапҡыр һүҙҙәре халыҡ араһында киң ҡулланыла, һәм улар йыйылма рәүештә «валенсизмдар» тип йөрөтөлә.
- 2013 йылдың 1 мартында TVN 24 телеканалына биргән интервьюһында Лех Валенса, гомосексуалдар парламентта башҡа депутаттарҙан айырым, хатта стена артында ултырырға тейеш, тип белдерә. Был һүҙҙәре өсөн уны Сеймдың ҡайһы бер депутатттары тәнҡитләй[9][10].
- 2014 йылдың 4 майында BBC-ға биргән интервьюһында түбәндәгеләрҙе әйтә:
Йәш сағымда, һин лидер булаһың һәм коммунизмды еңәһең, тип әйтһәләр, мин һис кенә лә ышанмаҫ инем. … Бына шуға күрә лә мин Галактикалағы иң бәхетле кеше.
Оригинал текст (инг.)If somebody had told me [when I was younger] that I would be the leader to bring down communism... I never would have believed them. That is why I am the happiest man in the whole galaxy
Сәнғәттә
үҙгәртергә2013 йылда режиссёр Анджей Вайданың «Валенса. Өмөттән тыуған кеше» фильмы сыға, унда Лех Валенсаның сәйәси карьераһы һәм шәхси тормошо тураһында һөйләнелә. Валенсаның ролен Роберт Венцкевич башҡара.
Граждандар оборонаһы төркөмөнөң «Новая патриотическая» йырында ла уның исеме ьелгә алына.
Наградалары һәм премиялары
үҙгәртергәПольша наградалары
үҙгәртергәПольша Президенты булараҡ түбәндәге наградалар кавалеры:
Сит дәүләттәр наградалары
үҙгәртергә- 1983 — эшселәр хоҡуҡтарын яҡлауҙағы эшмәкәрлеге өсөн Нобель Тыныслыҡ премияһы.
- 1989 — 1 класлы Франсиско Миранда Ордены
- 1991 — Бани орденының Ҙур Тәреһе (Великобритания)
- 1991 — Почётлы легион орденының Ҙур Тәреһе — (Франция)
- 1991 — Италия Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн Ҙур Тәре — (Италия)
- 1993 — Серафимдар ордены — (Швеция)
- 1993 — Фил ордены — (Дания)
- 1993 — Аҡ рауза орденының Ҙур Тәреһе — (Финляндия)
- 1994 — Ҡаҙаныштар өсөн орденының Ҙур тәреһе (Венгрия)[11]
- 1994 — Инфанта дона Энрике орденының Ҙур сылбыры — (Португалия)[12]
- 1995 — Изге Олаф орденының Ҙур Тәреһе — (Норвегия)
- 1999 — «National Endowment for Democracy» Азатлыҡ миҙалы — (Вашингтон, США)[11]
- 1999 — Халыҡ-ара Азатлыҡ премияһы — (Мемфис, США)[11]
- 1999 — Аҡ арыҫлан ордены — (Чехия)
- 2001 — Христофора Колумб орденының алтын йондоҙо менән Ҙур тәре — (Доминиканская Республика)[11]
- 2005 — Кенәз Ярослав Мудрый ордены II ст. (Украина, 31 августа 2005 года)[13]
- 2006 — Мария ере Тәреһе орденының Ҙур тәреһе — (Эстония)[14]
- 2011 год — Бөйөк Витаутас ордены Ҙур тәреһе (Литва, 10 июня 2011 года)[15]
- Нидерланд арыҫланы орденының Ҙур тәреһе — (Нидерланды)
- Леопольд I орденының Ҙур тәреһе — (Бельгия)
- Пия IX ордены — (Ватикан)
- «Германия Федератив Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының айырым дәрәжәһе
- Ҡаҙаныштар ордены — (Чили)
- Көньяҡ тәре орденының Оло тәреһе — (Бразилия)
- Бойондороҡһоҙлоҡ миҙалы (Турция)[11]
- Сантьяго ордены һәм ҡылысың Оло тәреһе — (Португалия)
- ЮНЕСКО миҙалы — (ООН)
- Уругвай Көнсығыш Республикаһы ордены
- Хашимит Оло таҫмаһы һәм Королдең Ынйыҡай ордены кавалеры (Султанат Сулу, Филиппины)
Исемен мәңгеләштереү
үҙгәртергә2004 йылда Гданьск аэропортына Лех Валенса исеме бирелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118628704 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ LIBRIS — 2018.
- ↑ 4,0 4,1 http://www.nobelprize.org/nobel_prizes/peace/laureates/1983/walesa-facts.html
- ↑ Lech Wałęsa // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Lech Wałęsa // Discogs (ингл.) — 2000.
- ↑ Walesa Takes Nobel Medal To Polish Shrine — The New York Times
- ↑ Сын Леха Валенсы найден мертвым
- ↑ Вести. Ru: Экс-президент Польши Лех Валенса решил отгородиться от геев стеной
- ↑ Lenta.ru: Мир: Общество: Валенсу решили засудить за гомофобию
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Odznaczenia Lecha Wałęsy
- ↑ Cidadãos Estrangeiros Agraciados com Ordens Portuguesas . presidencia.pt. Дата обращения: 7 июнь 2011. Архивировано 9 февраль 2012 года. (порт.)
- ↑ Указ Президента України № 1218/2005 від 31 серпня 2005 року «Про нагородження Л. Валенси орденом князя Ярослава Мудрого» (укр.)
- ↑ Vabariigi President(недоступная ссылка)Ҡалып:Ref-ee
- ↑ Декрет Президента Литвы от 10 июня 2011 года № 1K-734 (Информация на официальном сайте Президента Литвы 2009 йыл 16 сентябрь архивланған.) (лит.)
Алдан килеүсе: Войцех Ярузельский |
Польша Президенты 23 декабря 1990 — 23 декабря 1995 |
Һуңынан килеүсе: Александр Квасьневский |
Ҡалып:Польша Президенттары Ҡалып:Нобель тыныслыҡ ппремияһы 1976—2000 Ҡалып:Йыл кешеһе (Тайм журналы версияһы буйынса) 1976-2000 Ҡалып:Филадельфияның Азатлыҡ миҙалы менән бүләкләнгәндәр