Күсимов Таһир Тайып улы

башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы
(Күсемов Таһир Тайып улы битенән йүнәлтелде)

Күсимов Таһир Тайып улы (14 февраль 1909 йыл10 май 1986 йыл) — башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы (1944).

Күсимов Таһир Тайып улы
Тыуған ваҡыты

14 февраль 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе,
Күсем ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

10 май 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хәрби звание
Генерал-майор
Генерал-майор
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944

Биографияһы

үҙгәртергә

Таһир Тайып улы Күсимов 1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында[1] тыуған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Хәрби хеҙмәткә алыныр сағы еткәс, егет тыуған ауылы Күсемгә әйләнеп ҡайта. Уны күрше ауыл егете, буласаҡ лётчик Шәмиғол Азаматов менән бергә Ҡазан татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. Күсимов фамилияһын да егеткә райондың хәрби комиссары бирә:"Күсем ауылынан, тимәк Күсимов булырһың",-ти, уға йәше етмәгәнлектән, бер йәш өҫтәп тә яҙыла . 1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби училищелағы бер йыл әҙерлек курсында уҡый.

  • 1928—1932 йылдарҙа Ҡазандағы берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. Шәмиғол Азаматов кавлерист булырға теләмәй, Пермь авиация училищеһына инә.
  • 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була.
  • 1938—1941 йылдарҙа Кавказ аръяғы хәрби округының, 77-се Әзербайжан тау-уҡсылар дивизияһының махсус разведка эскадронының командиры булып хеҙмәт итә. Союздаштар килешеүе буйынса, 1941 йылда Күсимов командованиеның махсус заданиеһын үтәй- совет ғәскәрҙәренең Иранға хәүефһеҙ, тыныс үтеп, урынлашыуын тәьмин итә. Т.Күсимовтың ислам йолаларын яҡшы белеүе урындағы бик һуғышсан ҡурд халҡы менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырырға ярҙам итә. 1942 йылдың 8 мартында Кировобад ҡалаһында улы Салауат тыуа (буласаҡ Өфө авиация-техник университеты ректоры).
  • 1942 йылдың апреленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкының командиры. Дивизия яугирҙары Күсимовтың һалдаттарҙы буласаҡ алыштарға ентекле әҙерләүе, кавлерист күнекмәләрен бик етди үткәреүе тураһында һөйләй. Күсимов үҙе хәтерләүенсә, һалдаттарҙан ул матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Һуғыш барышында дивизияла командирҙар кәңәшәмәләре йыш ҡына башҡортса алып барылған һәм ысынында был хәүефһеҙлек тәьмин иткән.
  • 1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрәһәткән батырлығы өсөн полк командиры Таһир Күсимовҡа «Советтар Союзы Геройы» тигән исем бирелә[2].

Гвардия подполковнигы Таһир Күсимов 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы дошман уты аҫтында кискәндә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә . 26 сентябрҙә уның полкы беренсе булып Днепрға килеп етә. Төрлө ҡулайлаштырылған әйберҙәрҙән, ишектәрҙән эшләнгән һалдарҙа 27 сентябрҙә полк һалдаттары дошмандың артиллерия һәм миномет уты аҫтында Дымарка һәм Неданчичи ауылдарынан көнбайыштараҡ Днепрҙың уң яҡ ярына сыға . Бында полк яр буйлатып 2,5 км тирәһе киңлектә плацдарм тотоп тора, дивизияның башҡа частарының йылғаның уң яғына сығыуын тәьмин итә. Кусимов полкы 77 дошман һалдатын, ике офицерын һәм күп кенә техникаһын, ҡоралын ҡулға төшөрә. Был алыштан һуң Таһир Күсимов III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында Таһир Тайып улы Күсимовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

  • 1944 йылдың майында Советтар Союзы маршалы С. М. Буденный полковник Таһир Кусимовты М.В.Фрунзе исемендәге хәрби академияға ебәреүҙе юллай.
  • 1947 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһын алтын миҙалға тамамлай.
  • 1951 йылда К.Е.Ворошилов исемендәге Генераль штаб академияһын алтын миҙал менән тамамлай.
  • 1945—1963 йылдарҙа кавалерия дивизияһының штаб начальнигы, тау-уҡсылар дивизияһының, мото-уҡсылар дивизияһының командиры, Төрөкмәнстан хәрби округында армия корпусы командирының урынбаҫары.
  • 1963—1969 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары. РСФСР (1947—1951, 1951—1955), Төркмән ССР-ы (1959—1963), БАССР (1969—1971) Юғары Советтары депутаты итеп һайлана.
  • 1969 йылда отставкаға сыға.

Генерал Күсимов ике Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ордендары менән бүләкләнә. Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның тыуған ерендә — Әбйәлил районының Күсем ауылында музей эшләй.

1986 йылдың 10 майында донъя ҡуя. Өфө ҡалаһында, мосолман зыяратында ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Советтар Союзы Геройы (1944 йылдың 15 ғинуары)[3][4];
  • Ике Ленин ордены;
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5];
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (31.07.1942[6]; 1944);
  • Миҙалдар.
  • Өфө ҡала советы ҡарары менән Өфөнөң яңы урамдарының береһе генерал Күсимов исеме менән аталған, шулай уҡ Баймаҡ, Дүртөйлө, Нефтекама, Сибай ҡалалары, Бөрйән районының Яңы Собханғол һәм Яңы Уҫман ауылдарындағы урамдарға Таһир Күсимов исеме бирелгән;
  • Тыуған Күсем ауылында Советтар Союзы Геройы Т. Т. Күсимовтың дәүләт музейы асылған;
  • Өфө гарнизоны Офицерҙар йортонда йыл һайын Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылары һәм инвалидтары араһында Советтар Союзы Геройы Т. Т. Күсимов призы-кубогына бильярд буйынса ярыштар үткәрелә;
  • 2009 йылда Өфө «Аҡбуҙат» ипподромына Таһир Күсимов исеме бирелә;
  • 2010 йылдың 8 майында Өфөләге Еңеү паркында генерал-майор Таһир Күсимовҡа бюст ҡуйыла.
  • Ҡаһарманға арнап «Генерал Күсимов» («Генерал Кусимов») исемле документаль фильм «Дан өсөн тыуғандар» («Рожденные для славы») трилогияһынан; 2005, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы;
  • Өфөлә Таһир Күсимов йәшәгән йортҡа уның ҡаһарманлығына, яҡты рухына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө, 2005.
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996.
  • Р. Өмөтбаев. Генерал Күсимов (документаль повесть). — Өфө, 1990.
  • И. Сотников. От волжских твердынь до седого Днепра // Генералы Башкортостана. — Уфа, 2005.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә