Яңы Усман (Бөрйән районы)

(Яңы Уҫман (Бөрйән районы) битенән йүнәлтелде)

Яңы Усман[1] (рус. Новоусманово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 414 кеше[2]. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219809002.

Ауыл
Яңы Уҫман
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Ауыл советы

Байғаҙы

Координаталар

53°04′00″ с. ш. 57°39′14″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34755
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 809 002

ОКТМО коды

80 619 409 106

Яңы Уҫман (Рәсәй)
Яңы Уҫман
Яңы Уҫман
Яңы Усман (Бөрйән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Уҫман

Ауылға 1786 йылдар тирәһендә әтектәр нигеҙ һалған. 1795 йылда унда 35 ир-егет һәм 33 ҡатын-ҡыҙ менән 13 йорт булған. Килешеү буйынса Ырғыҙлы йылғаһында Вознесенка баҡыр иретеү заводына китеүсе территорияла урынлашҡан була. 1814 йылда Әтек ауылынан 15 ғаилә яңы ауылға күсеп килә. 1878 йылда 37 йорт була, унда 115 ир-егет һәм 110 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ике ауылды күрһәтә: Иҫке Усманда 27 йортта 162 кеше йәшәгән, Яңы Усманда 49 йорт була, уларҙа 262 кеше йәшәй. Иң юғары рухи вазифаны Сибай ауылынан килгән Әйүп Тәүәҙилов башҡара. Билдәле фамилияларҙы башлап ебәреүселәр - Үтәбай Әбдрәшитов, Урмантай Юлдашбаев, Туңғатар Ирғәлин, Ишҡужа Илбулов, Илназар Бүлтрүков.

Халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 34 йортҡа 155 ат тура килгән, һыйырҙар — 101, һарыҡтар — 22, кәзәләр — 27 баш. Ғәҙәттә, ярым күсмә халыҡта һыйырҙар һаны аттар һанынан ҡалыша. Ауылдың 190 кешеһенә 1842 йылда ужым һәм яҙғы игендең дүрттән бер өлөшө (32 бот) сәселгән[3].

Ауылдың ике кешеһе — Яхья Кинйәбаев һәм Сәпей Аҡкөсөкөв — 1806—1807 йылдарҙа Франция менән һуғышта ҡатнашыусылар. Генерал М. И. Платов корпусындағы дүрт башҡорт полкының хәрби хәрәкәттәре Пруссия һәм Польша биләмәһендә булған. Был хаҡта 1810 йылда Петербургта һәм Лондонда сыҡҡан китаптарында Дон казагы П. Чуйкевич һәм инглиз офицеры Роберт Вильсон яҙған.

Икенсе һүҙҙәр буйынса, 1500 башҡорт дошманға ҡаршы һуғыш алып барған, улар "ҡорос шлем һәм тимер кейемдә" булған. Француз кавалерияһы менән көслө алышты тасуирлап, Р. Вильсон башҡорттарҙың "шәхси батырлығын" билдәләй, улар армияға килгәс тә, башҡа казактар менән бергә Аллер йылғаһы аша йөҙөп, француздарға ташлана.

1812 йылғы азатлыҡ һуғышында Наполеонға ҡаршы 15-се полкта ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән Яйыҡбай Яныбаев һәм Ишмырҙа Үтәғолов ҡатнаша[4].

Яңы Усманда егерменсе йылдарҙа 51, 1929—1940 йылдарҙа 35—38 хужалыҡ була. 1928 йылдың сентябрь – октябрь айҙарында 6-7 хужалыҡтан торған артель ойошторола. Унда иң ярлылар һәм етемдәр берләшә. Шул уҡ йылда комсомол ячейкаһы төҙөлә. Артель председателе лә, комсомол секретары ла Малабаев Муса була. Артель әкренләп ҙурая бара һәм 1936 йылда бөтәһе лә колхозға инеп бөтә[5].

Бөгөнгөһө

үҙгәртергә

Яңы Усманда төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

2010 йылда Ҡолһарин Шәрифулла мәсет төҙөй. 2011 йылда икенсе «Хәлфетдин» мәсете асыла.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 262
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 164
1959 йыл 15 ғинуар 200
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 316
2002 йыл 9 октябрь 390
2010 йыл 14 октябрь 414 215 199 51,9 48,1
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[6].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Бетерә йылғаһы буйында, Артылыш тауы янында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 35 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байғаҙы): 14 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 128 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
  • Кусимов урамы (рус. улица Кусимова)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Муса Мортазин урамы (рус. улица Мусы Муртазина)
  • Бетерә урамы (рус. улица Бетеря)
  • Генерал Шайморатов урамы (рус. улица генерала Шаймуратова)[7]

Климаты киҫкен континенталь. Июлдең уртаса температураһы +16 градус, ғинуарҙа -17 градус һалҡын. Йылына 650-700 миллиметр яуым-төшөм яуа.

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә
Йылғалар
  • Бетерә йылғаһы
  • Турыйылға
  • Ҡыҙыл балыҡ йылғаһы
  • Быҙау баш йылғаһы
  • Беләү йылғаһы
  • Яйҡар йылғаһы
Ялан-сабынлыҡтар
  • Бешәле яланы
  • Буҙбейә яланы
  • Ҡормой яланы
  • Артылыш яланы
  • Эйәрташ яланы
  • Ылаш яланы
  • Суҡ муйыл яланы
Тау-таштар
  • Ҡаршы тау
  • Артылыш тау

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы (2.02.1960) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Башлеспром» йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
  • Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы (9.05.1943—17.03.2009) — театр актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1980)[8].
  • Мәзитов Шәфҡәт Әхмәтғәҙи улы (25 июль 1971 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020)

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә

Ревизия материалдарында

үҙгәртергә

1834 йылда[9] Яңы Усман ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә