Иосип Броз Тито

(Иосип Тито битенән йүнәлтелде)

Иосип Броз Тито (серб-хорв. Јосип Броз Тито / Josip Broz Tito, Тито (серб-хорв. Тито, Tito) — фамилия менән ҡушылған партия псевдонимы, совет документтарында Иосип Францович Брозович исеме менән телгә алына. [5] (7 май 1892 йыл, Кумровец, Австро-Венгрияның Хорватия һәм Славония Короллеге — 4 май 1980 йыл, Любляна, Словения Социалистик Республикаһы, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы (СФРЮ) — Икенсе донъя һуғышы аҙағынан алып, (19451980) вафатына тиклем Югославия лидеры була. 1943 йылдың 29 сентябренән маршал, 1953 йылдан 1980 йылға тиклем ил президенты.

Иосип Броз Тито
серб-хорв. Јосип Броз Тито / Josip Broz Tito
Иосип Броз Тито
Флаг
Флаг
15 Югославия коммунистар союзы үҙәк комитетының Генераль секретары
14 март 1949 йыл — 4 май 1980 йыл
Алда килеүсе: Драго Марушич
Һуңынан килеүсе: Бранко Микулич
Флаг
Флаг
Югославияның премьер-министры
7 март 1945 йыл — 14 ғинуар 1953 йыл
Алда килеүсе: Драго Марушич ҡыуылған хөкүмәт премьер-министры
Һуңынан килеүсе: ул үҙе Югославия премьер-министры
Флаг
Флаг
1-сө Социалистик Федератив Югославия Республикаһы президенты
14 ғинуар 1953 йыл — 4 май 1980 йыл
Алда килеүсе: Иван Рибар (Халыҡ йыйылышы президиумы рәйесе булараҡ)
Һуңынан килеүсе: Лазар Колишевский (Президиум рәйесе булараҡ)
Флаг
Флаг
1-се Югославия Премьер-министры
14 ғинуар 1953 йыл — 29 июнь 1963 йыл
Алда килеүсе: вазифа булдырылған
Һуңынан килеүсе: Петар Стамболич
Флаг
Флаг
1-се СФРЮ президиумы рәйесе
29 июль 1971 йыл — 4 май 1980 йыл
Алда килеүсе: вазифа булдырылған
Һуңынан килеүсе: Лазар Колишевский
Флаг
Флаг
1-сы Югославия халыҡ оборонаһы министры
7 март 1945 йыл — 14 ғинуар 1953 йыл
Алда килеүсе: вазифа булдырылған; Иван Шубашич ҡыуалған хөкүмәт обонона министры
Һуңынан килеүсе: Иван Гошняк
Флаг
Флаг
1-се Генераль секретарь Движения неприсоединения
1 сентябрь 1961 йыл — 5 октябрь 1964 йыл
Алда килеүсе: вазифа булдырылған
Һуңынан килеүсе: Гамаль Абдель Насер
 
Белеме: Австро-Венгрияның өлкән унтер-офицеры
Югославия маршалы
Тыуыуы: 7 май 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…]
Кумровец[d], Королевство Хорватия и Славония[d], Австро-Венгрия
Вафаты: 4 май 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2][4][…] (87 йәш)
Любляна, СР Словения[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d][1]
Ерләнгән: Дом цветов[d]
Династия: Брозы[d]
Атаһы: Франц Броз
Әсәһе: Мария Явершек
Супруга: 1) Пелагея Денисовна Белоусова (1918—1939)
2) Герта Хас (1940-43)
3) Даворянка Паунович (1941—1946)
4) Йованка Будисавлевич (1952 йылдан)
Балалары: сыновья: Жарко, Александар, Хинко
ҡыҙы: Златица
День памяти: 1913—1915
1917—1918
1941—1980
Почитается: Австро-Венгрия Австро-Венгрия
Красный флаг Красная гвардия
Югославия Югославия
 
Автограф:
 
Наградалары:
Иосип Броз Тито 1949 йылда.
Маршал Иосип Броз Тито 1960 йылда

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәүге йылдар

үҙгәртергә

Иосип Броз Кумровец ауылында хорват Франц Броз һәм словенка Мария Явершек ғаиләһендә етенсе бала булып тыуа. 1907 йылда башланғыс мәктәптең 5 класын тамамлай, һуңынан оҫтаханала слесарь булып эшләй. 1910 йылда Хорватия һәм Словенияның Социал-демократик партияһына инә. Ошо уҡ йылда Загребҡа килә һәм Загреб, Люблян машиналар-төҙөү предприятиеһында эшләй. Шунан һуңғы ике йылда Йинец-Ценков металл заводында һәм Германия, Австрияның автомобиль заводында эшләй.

Армия хеҙмәте, һуғыштарҙа ҡатнашыуы

үҙгәртергә

1913 йылда саҡырыу буйынса империя армияһына китә. Башта Венала, аҙаҡ Загребта, 25-се домобранск пехота полкында хеҙмәт итә. Унтер-офицер званиеһы ала. Беренсе Бөтә Донъя һуғышында ҡатнаша. 1915 йылда Йосип Броз «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм өлкән унтер-офицер званиеһы ала. Шул уҡ йылдың 4 апрелендә Миткеу (Буковина) ауылы янында Днестрҙағы һуғышта ҡаты яралана һәм әсиргә эләгә.

Әсиргә эләккәндән һуң, 13 ай дауаханала ята, аҙаҡ Уралға хеҙмәт лагерына ебәрелә. 1917 йылдың февралендә азат ителә. 1917 йылдың апрелендә яңынан арестҡа алына, ләкин унан ҡасып китә ала. Һуңынан 16-17 июлдә Петроградта демонстрацияла ҡатнаша. Финляндияға китешләй Броз тотола һәм Петропавловск крепосында 3 аҙна тотҡонлоҡта була. Ул яңынан Кунгурға ебәрелә һәм поезд аҫтынан ҡасып китә. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша, Рәсәйҙә Рәсәйҙең Ҡыҙыл гвардияһына инә. 1918 йылдың июнендә, рус ҡыҙына өйләнгәндән һуң, Омскта механик булып урынлаша. 1920 йылдың ғинуарында Рәсәйҙән китә.

Югославияның коммунистар хәрәкәтендә ҡатнашыуы

үҙгәртергә
 
Иосип Броз на допросе в Лепоглавской тюрьме, 1928

Югославияның бер өлөшө булып киткән тыуған еренә ҡайтҡандан һуң, 1920 йылда Броз Югославия Коммунистар партияһының ағзаһы була. Был йыл аҙағында Коммунистар партияһы тыйыла, 1921 йылда репрессияға эләгә һәм тар-мар ителә.

1925 йылдан 1926 йылға тиклем Иосип Кралевицала судоверфила эшләй һәм Коммунистар партияһы ойошмаһы булдырып, уны етәкләй. 1926 йылда Загребҡа ҡайта һәм профсоюздар хәрәкәтендә ҡатнаша. 1927 йылда Югославия Коммунистар партияһының Загреб ҡала комитетының ойоштороусы секретары була.

Бер нисә тапҡыр ҡулға алынып, эҙәрлекләүгә дусар була. 1928 йылда сираттағы арестан һуң коммунистик пропаганда алып барыуҙа ғәйепләнә. 1929 йылдың 21 февралендә 5 йылға каторга эштәренә хөкүм ителә. 1934 йылда азат ителгәс, Югославия Коммунистар партияһы етәкселегенә инә. 19351936 йылдарҙа Мәскәүҙә Коминтернда эшләй. 1937 йылдың декабрендә Югославияға ҡайта һәм СССР-ҙа атылған Югославия Коммунистар Партияһы етәксеһе Милан Горкич урынына Югославия коммунистар партияһын етәкләй.

Броз ЮКП эшләү дәүерендә «Тито» тигән ҡушамат ала. Һуңыраҡ был ҡушамат уның фамилияһының бер өлөшө булып китә. Бер версияға ярашлы, Броздың нимәне нисек эшләргә кәрәклеген ҡыҫҡаса аңлатыу ғәҙәте була: «Ты это сделаешь» («хорватса -ти то»). Ошонан уның ҡушаматы килеп сыҡҡан да инде, тип баралар. Броз үҙе был версияны кире ҡаға һәм Титоның бер нәмә лә аңлатмаған хорват фамилияһы булыуын белдерә.[6].

Икенсе Бөтә Донъя һуғышы

үҙгәртергә
 
Тито в 1942 году

1941 йылда нацист Германияһы Югославияны баҫып алғандан һуң, коммунистар тәүгеләрҙән булып ҡаршылыҡ күрһәтә. Югославия халыҡ азат итеү армияһын булдырған партизандар отряды ойошторола. Уның башында 1941 йылдың 4 июленән Тито тора. Югославия партизан хәрәкәте иң уңышлыларҙың береһе була, партизандар ҙур территорияларҙы контролдә тота.

Тәүге айҙарҙа Югославия коммунистары оккупанттар менән һуғыш барышында четниктар отряды менән хеҙмәттәшлек итергә тырыша. Август-сентябрҙәрҙә четниктар һәм партизандар бергә бер нисә операция үткәрә. Сентябрҙә Тито менән четниктар етәксеһе Михаилович араһында осрашыу була. Әммә, тиҙҙән идеологик ҡапама-ҡаршылыҡтар үҙен һиҙҙерә һәм шат союзы ҡапма-ҡаршыға әйләнә. 1941 йылдың ноябрендә четниктар һәм коммунистик партизандар үҙ-ара ысын граждандар һуғышы алып бара.[7]. Четниктар десант союзниктарҙы көтөргә һәм аҙаҡ немецтар менән һуғышҡа ҡушылырға кәрәк тиһә, Тито һәм партизандар иһә, оҙаҡҡа һуҙмай немецтар менән һуғышҡа ҡушылырға кәрәк, тип һанай.

Италия капитуляцияһынан һуң Югославия Халыҡ Азатлыҡ армияһы элек итальяндар тарафынан оккупацияланған территорияларҙы баҫып алырға маташа. Югославия хөкүмәте эмиграцияла Михаилович менән мөнәсәбәттәрҙе өҙә һәм Титоны баш командующий итеп ҡуя. Американдар менә Британдар Югославия Халыҡ Азатлыҡ армияһына үҙенең ярҙамын, шул иҫәптә Хорватияның бойондороҡһоҙ дәүләте территорияһында дошман объекттарына авиацион һөжүм яһап, хәрби ярҙамын да күрһәтә башлай.

1944 йылдың 25 майында Югославия Халыҡ Азатлыҡ армияһы командованиеһы урынлашҡан Дрвар ҡалаһында, Титоны үлтереү йәки тотоу өсөн (операция «Ход конём») немец һауа десанты төшөрөлә. Тик операция килеп сыҡмай.

1945 йылдың 5 апрелендә Тито Иосиф Виссарионович Сталин менән Югославия территорияһына ваҡытлыса Совет Социалистик Республикалар Союзы ғәскәрен индереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.

Ҡыҙыл Армия частары менән берлектә Югославия Халыҡ Азатлыҡ армияһы илде азат итә. Гитлер коалицияһын еңеүҙәге роле өсөн 1945 йылдың көҙөндә Титоны Брежнев «Еңеү» ордены менән наградлай.

Югославияға етәкселек

үҙгәртергә

Азат ителгәндән һуң Югославия Демократик Федератив республикаһы иғлан ителә һәм Тито уның премьер-министры, сит ил эштәре буйынса министры була. Балҡан федератив республикаһына Югославияны ҡушыу мәсьәләһе буйынса Югославия Коммунистар партияһы етәкселәренең Сталинға буйһонмауына бәйле[8], СССР-ҙа дәүләт-ара һәм партия-ара бәйләнештәр өҙәлә. 1949 йылда совет етәкселеге Дуҫлыҡ тураһында килешеү, СССР һәм Югославия араһында дуҫлыҡ, үҙара ярҙам һәм һуғыштан һуң Югославия менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе өҙә. Югославия етәкселеген дискредитациялауға йүнәлтелгән пропагандик кампания башлана. Югославияла «фашист тибындағы антикоммунистик полицейский режимы» булыуы раҫлана. Рәсми совет баҫмалары Дуҫлыҡ тураһында килешеү, СССР һәм Югославия араһында дуҫлыҡ, үҙара ярҙам һәм һуғыштан һуң Югославия менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү Титоның был осорҙағы «ҡанлы ораны — Ранкович» тураһында яҙа. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, совет махсус хеҙмәте Титоға һөжүм әҙерләй. Ул Сталиндың вафаты арҡаһында юҡҡа сығарыла. [9]. 1953—1954 йылдарҙа Югославия Греция һәм Төркиә менән килешеү төҙөй. [10]. 1953 йылда Тито ил президенты итеп һайлана һәм ғүмеренең ахырына тиклем ошо вазифаны биләй. 1970 йылдар уртаһында Титоның ҡатыны Броз Йованкаға дәүләткә ҡаршы эшмәкәрлек алып барған өсөн ғәйеп тағыла. Бер версия буйынса Тито уны бер нисә енәйәттә, шул иҫәптә дәүләт һәм түңкәрелешкә әҙерлек серен асыуҙа СССР файҙаһына шпионажлыҡта ғәйепләй. Икенсе версия буйынса ғәйепләү заговорсылар тарафынан фальсификациялана. Уның башында Стане Доланц һәм Никола Любичич тора. Ғәйепләнеүсене Белград үҙәгендә бөтә уңайлыҡтары булған айырым йортта изоляциялайҙар, Йованканың апаһы Надяға язалау менән янап, килеп сыҡҡан хәл тураһында һөйләүҙе тыялар. Слободан Милошевич был ҡарарҙы үҙгәртмәй, шулай итеп Йованка 25 йыл йорт аресында булып бары тик 2000 йылда ғына азат ителә.[11].

Наградалары

үҙгәртергә

Югославия

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә