Зәки (исем)
Зәки (исем) — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
үҙгәртергәЗәки исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Саф, зирәк тигән мәғәнәне аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәШәмсетдин Зәки (ысын исеме — Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы Ғөбәйҙуллин; 1822—1865) — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.
Мәхмүтов Зәки Ғиззәт улы (25 ғинуар 1934 йыл — 17 февраль 2008 йыл) — башҡорт йырсыһы (бас), юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1976) артисы. Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007).
Насыров Зәки Ильяс улы (29 март 1956 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, шағир. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе һәм Хакимиәт етәксеһе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006).
Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы (18 декабрь 1917 йыл — 19 февраль 1994 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1980 йылдарҙа Дәүләкән районының «Родина» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1964) ордендары кавалеры.
Әлибаев Зәки Арыҫлан улы (10 ғинуар 1967 йыл) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012). Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе (2017 йылдың 31 мартынан).
Аллабирҙин Зәки Латип улы (1922 йыл — 13 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, дивизияның 148-cе артиллерия-миномет полкы повозочныйы.
Сәғитов Зәки Хаммат улы (1929 йыл — 19 май 1995 йыл) — БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбе директоры, уҡытыусы-новатор, РСФСР халыҡ мәғәрифе алдынғыһы.
Вәлиев Зәки Шәмсетдин улы (21 сентябрь 1951 йыл) — партия һәм хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының автомобилдәрҙә ауыл хужалығы уңышы продукттарын ташыу отличнигы (1979), Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союз социалистик ярыш еңеүсеһе (1985 йыл), «Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы», Республика социалистик ярыш еңеүсеһе (1985).
Зәйнуллин Зәки Лотфулла улы — татар яҙыусыһы, ғалим һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре, техник фәндәр докторы, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994 йылдан).
Зәки Баязитский (1889 йыл — 1959) — актер, режиссер, театр эшмәкәре.
Атаһының исеме
үҙгәртергәХәмитов Рөстәм Зәки улы (18 август 1954 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, 2010 йылдың 19 июленән — Башҡортостан Республикаһы Президенты, 2015 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 11 октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Техник фәндәр докторы.
Фәтхетдинов Салауат Зәки улы (10 ғинуар 1960 йыл) — йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, спортсы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Татарстандың (1995) һәм Башҡортостандың (2019) халыҡ артисы. Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Автоуҙыштар буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы (5 июнь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Фамилиялар
үҙгәртергәЗәкиев Мирфәтих Зәки улы (14 август 1928 йыл) — тел белгесе, төркиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1963), профессор (1964), Башҡорт дәүләт университетының почётлы докторы (2011). РСФСР-ҙың (1976) һәм Татар АССР‑ының (1970) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972), мәғариф отличнигы (1974). ТАССР Юғары Советы рәйесе (1980—1990). Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1994), Жәлил Кейекбаев исемендәге премия (1993) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), «Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары, шулай уҡ бер нисә сит ил ордендары кавалеры.
Зәкиев Вара Закир улы (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы, III дәрәжә Дан ордены (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |