Зәкиев Вара Закир улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, гвардия старшинаһы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), III дәрәжә Дан ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ

Зәкиев Вара Закир улы (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы, III дәрәжә Дан ордены (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры[1][2][3]

Зәкиев Вара Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Әлшәй районы, СССР
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Зәкиев Вара Закир улы 1914 йылда Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Үрәҙмәт ауылында тыуған[1][2][3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 8 декабрендә[1][2], икенсе мәғлүмәт буйынса 1942 йылдың 8 ғинуарында[3] Әлшәй район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 20‑се гвардия айырым һауа һөжүменә ҡаршы оборона дивизионында пушка батареяһы орудиеһы командиры булып хеҙмәт итә[1][2].

1944 йылда һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (01.08.1944), III дәрәжә Дан ордены (15.05.1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (02.06.1944) менән бүләкләнә[1][2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә