Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы
Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы (5 июнь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). 1997 йылдан — Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.
Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 июнь 1954 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡораласыҡ, Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | хирург |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Фәнни тикшеренеүҙәре ашҡаҙан һәм бөйән эсәге сей яра ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, анастомоз зоналарында ҡан микроциркуляцияһын өйрәнеүгә (ашҡаҙан-эсәк соустье) арналған. Мини-лапаротомия ысулдарын дауалау практикаһына индереү инициаторҙарының береһе.
Биографияһы
үҙгәртергәХәмзә Зәки улы Әбдрәшитов 1954 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында тыуған). 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай (1978), 1996 йылда кандидатлыҡ, 2000 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1978 йылдан — Ишембай ҡалаһындағы «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының медицина-санитария бүлегендә хирург, травматолог. 1984 йылдан — Ишембай үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. 1986 йылдан — Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының баш табибы.
1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.
1999 йылдан — Республика клиник дауаханаһы баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары. 2001 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры, 2002 йылдан — республика кардиология диспансерының баш табибы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта.
Ишембай ҡалаһында эшләү дәүерендә уның туранан-тура ҡатнашлығында ИЗТМ (Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы) медицина-санитар бүлеге, дауалау-физкультура диспансеры төҙөлә, берләштерелгән балалар дауаханаһының филиалы, психо-неврологик диспансер асыла[1].
Республика кардиология диспансерында баш табип булып эшләгәнендә республика өсөн уникаль операциялар эшләй[2]. 2002—2005 йылдарҙа республика кардиология диспансерында медицина фәндәре докторы Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы етәкселегендә матди-техник база, диагностик һәм дауалау-профилактика хеҙмәте артабан үҫеш ала[3]
Библиография
үҙгәртергә110-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.
Ҡайһы бер хеҙмәттәре
- «Дифференциальная диагностика и лечение острого живота» (2001 й.), «Лекции по общей хирургии» (2001 й.), «Очерки сердечно-сосудистой хирургии» (2002 й.) фәнни баҫмаларҙың авторҙашы.
- Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы. Новые хирургические технологии в лечении язвенной болезни и двенадцатиперстной кишки и постгастрорезекционных синдромов [Текст]: дис автореферат. … мед. фәндәре докторы: 14.00.27 / Әбдрәшитов З. Х. — Өфө, 2000. — 27 б.
- Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы. Компрессионный гастродуоденоанастомоз при резекции желудка [текст]: диссертация … медицина фәндәре кандидаты / Әбдрәшитов З. Х. — Өфө, 1996. — С. 105 — Библиогр.: с 84-105.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Абдрашитов Х. З.//Башкирская энциклопедия: в 7 томах. Т.1. А-Б. /Главный редактор М. А. Ильгамов. Уфа: НИ «Башкирская энциклопедия». 2005. — 624 с. С.11
- Абдрашитов Хамза Закиевич//Научная мысль. Родом из Ишимбая: Сборник /сост. Г. Вахитова.- Ишимбай: МБУК ЦБС ИКБ, 2014.-44с. С.5.
- Указ Президиума ВС РБ от 16.06.1992 № 6-2/286 «О ПРИСВОЕНИИ ПОЧЕТНОГО ЗВАНИЯ „ЗАСЛУЖЕННЫЙ ВРАЧ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН“ РАБОТНИКАМ ЗДРАВООХРАНЕНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Абдрашитов Хамза Закиевич//Научная мысль. Родом из Ишимбая: Сборник /сост. Г. Вахитова.- Ишимбай: МБУК ЦБС ИКБ, 2014.-44с. С.5.
- ↑ Башкирские врачи провели уникальную операцию на сердце новорожденной девочке весом чуть более килограмма — Новости России — ИА REGNUM 2014 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ Официальный сайт ГБУЗ Республиканский кардиологический центр — Адрес: 450106, г. Уфа, ул. Ст. Кувыкина, 96. e-mail: ufa.rkc@doctorrb.ru 2014 йыл 13 декабрь архивланған.