Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Зыярат ҡылыу (ғәр. زِيارة‎ — күрергә барып сығыу; рус. Зиярат, зыярат, зийара) — изге урындарға (пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр, шәйехтәр) ҡәберҙәренә ғибәҙәт ҡылырға барыу.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Төньяҡ Африкала шулай уҡ тере суфый шәйехтәрҙе, имамдарҙы күрергә барыу ҙа зыярат ҡылыу тип атала. Шулай уҡ был изге урындарҙың үҙҙәрен дә зыярат (ҡара: мазарҙар, мәҡамдар) тип атайҙар.

Хаж ҡылғандан һуң Мәҙинәгә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡәберенә барыу мосолмандар өсөн айырыуса әһәмиәтле. Йола башҡарыуға ҡәбер эргәһендә Ҡөрьән сүрәләре уҡыу һәм доға ҡылыу, төрбә тирәләй йөрөү, уны биҙәү, шулай уҡ ҡорбан салыу һәм хәйер-саҙаҡа таратыу инә. Зыяраттың төп маҡсаты — әүлиәнән бәрәкәт һәм ҡурсыу алыу[1].

«Халыҡ исламында» ҡайһы берҙә «изге урындар» тип ата-бабалар ҡәберҙәре атала, уларға байрам көндәрендә махсус йөрөйҙәр (Ҡорбан байрамы)[2]. Мәҫәлән, ингуштарҙың изге Батал-Хажи ҡәберенә рамаҙан айы алдынан килеү йолаһы бар[3]. Дағстанда Заһиттар Зыяраты бар, унда йыл һайын ғибәҙәт ҡылыусылар һәм зекерҙәр башҡаралар, мәүлит үткәрәләр. Зыярат кәшәнәнән һәм ағас ҡолғаларҙан ғибәрәт, уларға аҡ һәм йәшел таҫмалар бәйләйҙәр[4].

 
Мырҙасүлдә (Голодная степь) әүлиә ҡәбере (С. М. Прокудин-Горский фотоһы)

Шиғыйлыҡта зыярат

үҙгәртергә

Шиғый исламында «зыярат» термины ике мәғәнәгә эйә:

  1. Ун ике имам, уларҙың туғандары һәм яҡындарының төрбәләренә барыу практикаһы;
  2. Сәләмләү һүҙе — имамдың йәки уның туғанының ҡәберендә лә, унан алыҫта, ситтән тороп та уҡыла — унда диндар ислам пәйғәмбәрҙәренә һәм имамдарға ихтирамын белдерелә.

Айырыуса хөрмәт ителгән кешеләрҙең кәшәнәләренә (мәҫәлән, имамдар — Нәжәфтә Али ибн Әбү Талип һәм Кәрбәләлә Хөсәйен ибн Али ҡәберҙәре) зыярат ҡылыу Мәккәгә кесе хаж ҡылыуға тиң булыуы мөмкин тип һанала[5].

Башҡорт телендә

үҙгәртергә

Башҡорт телендә «зыярат» һүҙе бер нисә мәғәнәлә ҡулланыла:

  • Зыярат — ҡәберлек, мәрхүмдәрҙе ерләү урыны, йәғни, изгеләр, ата-баба культы менән бәйле түгел;
  • Зыярат итеү (йәки ҡылыу) — изгеләр культына бәйһеҙ рәүештә ҡайҙалыр, кемделер күрергә, ҡарарға, хәл белергә барыу;
  • Изге һаналған урынды (мәҫәлән, әүлиә ҡәберен) йәки нәмәне (мәҫәлән, тарихи Ҡөрьән баҫмаларын) зыярат ҡылыу[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ислам: Словарь атеиста, 1988
  2. Пятница и праздники. Дата обращения: 21 июль 2008. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 1 сентябрь архивланған.
  3. Зязиков посетил зиярат Батал-Хаджи(недоступная ссылка)
  4. Хуштадинский зийарат(недоступная ссылка)
  5. Ислам: Словарь атеиста, 1988, с. 83
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, 358-се бит— ISBN 5-200-01108-6

Литература

үҙгәртергә
  • Али-заде А. А. Зияра // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
  • Зияра, зийара // Ислам: Словарь атеиста / Под общ. ред. М. Б. Пиотровского , С. М. Прозорова. — М.: Политиздат, 1988.— С.83
  • Литвинов В. П. Религиозное паломничество: региональный аспект (на примере Туркестана эпохи средневековья и Нового времени. Елец: ЕГУ им. И. А. Бунина, 2006, 377 с.
  • Горшунова О. В. Священные деревья Ходжи Барора. Фитолатрия и культ женского божества в Средней Азии // Этнографическое обозрение,2008 № 1. Сс.71-82. ISSN 0869-5415