Бәрәкәт
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бәрәкәт (ғәр. بركة; рус. Барака, бараках, баракат) — исламда — Илаһиҙан бирелгән фатиха, муллыҡ, етешлек. Ҡөрьән Кәримдә бәрәкәт термины бер нисә аятта телгә алына[1].
Этимологияһы
үҙгәртергәҒәрәп телендә бәрәкә һүҙе Аллаһ бүләге, матди муллыҡ, күпкә етә, файҙа бирә торған сифат тигәнде аңлата. Башҡорт телендә ул шул уҡ мәғәнәләрҙә «бәрәкәт» тип нығынған, һәм уны хатта күсмә мәғәнәлә, аптырағанда бәрәкАлла тигән рәүештә ҡулланғандар[2]
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәБәрәкәт төшөнсәһе Ҡөрьән аяттарында йыш телгә алына, ул Аллаһтың кешелеккә биргән игелек сығанағы булып тора, тип әйтелә:
Әл-Ғимран 3:96; әл-Әнғәм 6:155; әл-Әғраф 7:96; Һуд 11:48,73; әл-Исра 17:1; Мәрйәм 19:31; әл-Әнбиә 21:71; әл-Мүьминүн 23:14,29; ән-Нур 24:35,61; әл-Фурҡан 25:1; ән-Нәмл 27:8; әл-Ҡасас 28:30; әс-Саффәт 37:113; әд-Дүхан 44:3[3].
Теләктәрҙә ҡулланылышы
үҙгәртергәМосолмандарҙың (بارك الله فيكم) бәрәкАллаһу фикүм тип бәрәкәт теләүе рәхмәт белдергән һүҙҙәрҙең ҡушма өлөшө. Кемгә, күпме кешегә әйтелеүенә ҡарап, аҙағы үҙгәрә: [4].
- Бәрәк-Аллаһу фикүм (بارك الله فيكم) — «Һеҙ» тип бер кешегә йәки күмәк кешегә әйткәндә.
- Бәрәк-Аллаһу фикә (بارك الله فيك) — «һин» тип яңғыҙ ир кешегәәйткәндә
- Бәрәк-Аллаһу фики (بارك الله فيك) — «һин» тип яңғыҙ ҡатын-ҡыҙға әйткәндә.
- Бәрәк-Аллаһу фикүмә (بارك الله فيكما) — ике кешегә әйткәндәп.
- Бәрәк-Аллаһу фикүннә (بارك الله فيكن) — өс һәм күберәк ҡатын-ҡыҙға ҡарата ғына.
- Бәрәк-Аллаһу фикүмү (بارك الله فيكم) — өс йәки унан күберәк кеше араһында бер генә ир кеше булһа ла; йәки юғары дәрәжә биләгән кешегә (король, министр) әйткәндә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Әл-Әғрәф https://ru.quranacademy.org/quran/7:96-96/kul, Һуд https://ru.quranacademy.org/quran/11:48-48/kul, Һуд https://ru.quranacademy.org/quran/11:73-73/kul
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, 204-се бит— ISBN 5-200-01108-6.
- ↑ Ҡөрьән (башҡортсаға тәржемә)
- ↑ Что означает «Баракаллаху фик»? 2011 йыл 20 май архивланған. // Словарь. AskImam.Ru
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Резван Е. А. Барака // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 38. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. [154 Барака] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Baraka / Colin, G.S. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- J. Chelhod. La baraka chez les Arabes. — RHR. 1955, (148/1, 66—68)