Ғибәҙәт (Ислам)
Wikimedia-Listn
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғибәҙәт (ғәр. عبادة — «табыныу») — уҡыла: әл-ғибәдә — ҡәҙер итеү, лексик яҡтан — йомшаҡ күңелле булыу, баш эйеү, буйһоноу; рус. ‘Иба́дат) — Ислам тәғлимәте буйынса, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан йәки хуплаған ғәмәлдәрҙе башҡарыу һәм Аллаһ тыйған ғәмәлдәрҙән ҡасыу тигән мәғәнәгә эйә булған Ислам төшөнсәһе
Термин Ҡөрьәндә телгә алына[1][2][3].
Төшөнсә
үҙгәртергә«Дини йолалар тураһында фән» (‘ильм әл-‘ибәдәт) мосолман хоҡуғының биш өлөшөнөң береһен (фиҡһ) тәшкил итә. Ғибәҙәт, йола практикаһы булараҡ, «рухи практиканан» айырыла (мөғәмәләт)[4].
Ул түбәндәге йолаларҙы үҙ эсенә ала:
- таҙарыныу (тәһәрәт)
- көн һайын биш тапҡыр намаҙ
- мөлкәттән ярлылар файҙаһына түләнгән һалым (зәҡәт)
- ураҙа (саумالصوم)
- хаж ҡылыу
- иманда тырышлыҡ (йыһат)[4].
Юғарыла һанап үтелгән дини бурыстарҙы үтәү ғибәҙәттең айырылғыһыҙ өлөшө булып һанала. Теоретик яҡтан ғибәҙәт сөнниҙәрҙең һәм шиғыйҙарҙың ҡағиҙәләре бер төрлө, әммә ғәмәлдә айырмалар бар[4].
Ғибәҙәт сығанаҡтары
үҙгәртергә- Һөйөү — Аллаһы Тәғәләгә ҡарата һөйөү, яратыу хисе,
- Өмөт — Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә, шәфҡәтенә өмөтләнеү, йәннәтенә инергә ынтылыу,
- Ҡурҡыу — Аллаһ Тәғәләнең асыуын сығарыуҙан ҡурҡыу, Уның ғазабынан һаҡланыу.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ширек
- Сөннәтләнеү
- Рыялыҡ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Ибада // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
- Прозоров С. М. ’Ибада // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 80. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |