Язов Дмитрий Тимофеевич

(Дмитрий Язов битенән йүнәлтелде)

Язов Дмитрий Тимофеевич (8 ноябрь 1924 йыл[3][4][5] — 25 февраль 2020 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе. СССР-ҙың оборона министры (1987—1991). Советтар Союзы Маршалы (1990 йылдың 28 апреле). КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат (1987—1990). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1987—1991 йылдарҙа). СССР-ҙың Президент советы ағзаһы (1990). СССР-ҙың Именлек советы ағзаһы (1991). ГКЧП ағзаһы (1991). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Язов Дмитрий Тимофеевич
рус. Дмитрий Тимофеевич Язов
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Патронимы йәки матронимы Тимофеевич[d]
Тыуған көнө 8 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Язово[d], Покровская волость (Тюкалинский уезд)[d], Тюкалинский уезд[d], Омская губерния[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 февраль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[2] (95 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Федераль хәрби мемориаль зыярат[d]
Һөнәр төрө офицер
Биләгән вазифаһы Главы военного ведомства СССР[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Мәскәү юғары хәрби команда училищеһы
М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы
Командалыҡ иткән 4-я армия[d], Центральная группа войск[d], Среднеазиатский военный округ[d] һәм Дальневосточный военный округ[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы, Кариб кризисы һәм Афған һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы һәм Совет Армияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Язов Дмитрий Тимофеевич Викимилектә

Язов дәрәжә бирелеүе буйынса ла, беҙҙең заманға килеп етеү ваҡыты буйынса ла иң һуңғы Советтар Союзы Маршалы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Дмитрий Тимофеевич Язов 1924 йылдың 8 ноябрендә Омск губернаһы Калачинск өйәҙе Крестинкс улусының Язово[6] ауылында тыуа[7]. Атаһы — Язов Тимофей Яковлевич (1902—1933(4?[4]), әсәһе — Мария Федосеевна Язова (1904), крәҫтиәндәр. Ғаиләлә дүрт бала була.

Бөйөк Ватан һуғышы

үҙгәртергә
 
Мәскәү пехота училищеһы курсанты 16 йәшлек Дмитрий Язов. 1941 йыл

Ҡыҙыл Армияға үҙ теләге менән 1941 йылдың ноябрендә, урта мәктәпте тамамлап та өлгөрмәҫтән 17 йәшлек егет булып хеҙмәткә бара. Бының өсөн үҙенә бер йәш өҫтәп, 1923 йылда тыуғанмын, тип яҙҙыра һәм РСФСР Юғары Советы исемендәге Мәскәү Ҡыҙыл Байраҡлы пехота училищеһына (1941 йылдың 2 декабренән 1942 йылдың 28 ғинуарына тиклем Новосибирскиҙа эвакуацияла була) уҡырға алына һәм уны 1942 йылдлың июнендә тамамлай[8][9]. Мәктәпте тамамлау тураһындағы аттестатын 1953 йылда, майор дәрәжәһендә ала.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың авгусынан. Волхов һәм Ленинград фронттарында уҡсылар взводы командиры[10] һәм 177-се уҡсылар дивизияһы 483-сө уҡсылар ротаһының уҡчылар ротаһы командиры, Ленинград фронтында кесе лейтенанттарҙың фронт курстары взводы командиры вазифаһында һуғыша[11]. Ленинградты обороналауҙа, Балтика буйында совет ғәскәрҙәренең һөжүм операцияларында, немец ғәскәрҙәренең Курлянд төркөмөн блокадалауҙа ҡатнаша. 1944 йылда ВКП(б)-ға инә.

Ике тапҡыр яралана. Тәүгеһендә аяғы яралана һәм ике айҙан һуң ҡабат сафҡа баҫа. Икенсе тапҡыр 1943 йылда Ленинград блокадаһын өҙгәндә башы һәм йөҙө яралана. Һауығып сыҡҡас фронт курстары взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтары өсөн 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Һуғыш ваҡытында Волхов фронтының командирҙар составын камиллаштырыуҙың фронт курстарын тамамлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://dbpedia.org/page/Dmitry_Yazov
  2. Last marshal of Soviet Union Dmitry Yazov passes away
  3. По утверждению самого Язова, он родился не в 1923, а в 1924 году, а «лишний» год приписал себе, чтобы попасть на фронт (см.: Гордон Д. Экс-министр обороны СССР Маршал Советского Союза Дмитрий Язов: «Руста специально послали на Красную площадь, чтобы дискредитировать наше военное руководство. Может быть, даже по договорённости с Горбачёвым» // Бульвар Гордона : газета. — 2008, 12 августа. — № 32 (172).)
  4. 4,0 4,1 Дмитрий Язов рассказал «РГ» о жизни маршала на пенсии — Александр Ярошенко — Российская газета
  5. ныне с. Язово Оконешниковского района Омской области
  6. Язов Дмитрий Тимофеевич // Известия ЦК КПСС, 7 (306) июнь 1990
  7. Ныне Оконешниковский район, Омская область, Россия
  8. Выпуск 1942'го года. Фото кремлёвцев по выпускам. МосВОКУ им. Верховного Совета РСФСР. Дата обращения: 19 август 2013.
  9. Краткая история училища. МосВОКУ им. Верховного Совета РСФСР. Дата обращения: 19 август 2013.
  10. Мухин В. Дмитрий Язов: «С фальсификаторами истории надо бороться…» // Независимое военное обозрение. — 2010, 30 апреля.
  11. Язов Дмитрий Тимофеевич — Биография

Литература

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә