Викидатала элемент юҡ

Вәлит — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Вәлит исеме бар.

Этимология

үҙгәртергә

Вәлит исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән: ир бала; нәҫел, тоҡом тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Илембәтов Вәлит Хәлит улы (1 ноябрь 1956 йыл) — һөйләү жанры артисы, филолог, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002). Филология фәндәре кандидаты (1998).

Фамилияла

үҙгәртергә

Вәлитов Зөфәр Зәки улы (псевдонимы Зөфәр Вәлит; 1 февраль 1949 йыл) — башҡорт шағиры, 2005 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Зәйнәб Биишева (2015) һәм Фәтих Кәрим (2019) исемендәге премиялар лауреаты.

Вәлитов Заһир Суфиян улы (1 ноябрь 1940 йыл — 17 февраль 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).

Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (15 февраль 1936 йыл — 3 октябрь 2008 йыл) — ғалим-химик-технолог, 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.

Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы (13 май 1935 йыл — 12 февраль 2013 йыл) — әҙәби тәнҡитсе. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).

Вәлитов Октябрь Кәли улы (25 октябрь 1934 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-философ, публицист. 2001—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1969), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Вена халыҡ-ара университетының (Австрия) һәм Башҡорт дәүләт университетының почётлы профессоры; Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984); «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2009). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2008). Нефтекама ҡалаһының һәм Яңауыл районының почётлы гражданы.

Вәлитов Нәжип Хатмулла улы (15 февраль 1936 йыл — 3 октябрь 2008 йыл) — химик, физик-химик, Рәсәй Федерацияһы, XX, XXI быуат ғалимы, технология, етештереүҙе ойоштороу белгесе, уйлап табыусы һәм педагог.

Вәлитов Илдус Ғәләметдин улы (20 сентябрь 1947 йыл — 1 июль 2000 йыл) — график, архитектор. 1980 йылдан СССР Архитекторҙар союзы, 1995 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы.

Вәлитов Раил Бәкер улы (18 ғинуар 1940 йыл) — ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәре докторы (1973), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).


Вәлит (Күгәрсен районы) (рус. Валитово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Вәлит (Хәйбулла районы) (рус. Валитово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ