Вәлитов Илдус Ғәләметдин улы

Вәлитов Илдус Ғәләметдин улы (20 сентябрь 1947 йыл — 1 июль 2000 йыл) — график, архитектор. 1980 йылдан СССР Архитекторҙар союзы, 1995 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы.

Вәлитов Илдус Ғәләметдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1947
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР

Биографияһы үҙгәртергә

Илдус Ғәләметдин улы Вәлитов 1947 йылдың 20 сентябрендә Ҡазан ҡалаһында тыуған. 1973 йылда Ленинград ҡалаһындағы И. Е. Репин исемендәге Рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура институтын тамамлағандан һуң «Татпроект» ғилми тикшеренеү институтында (Ҡаҙан) эшләй. 1978 йылдан алып «ГипроНИИавиапром» (Өфө), 1980 йылдан — «Уфанефтехим» акционерҙар йәмғиәте дизайнеры. 1985 йылдан алып акварель техникаһында эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Вәлитов Илдус Ғәләметдин улы эштәренең эмоциональ үҙенсәлеге төҫ палитраһының әүҙемлегенә, төп төҫтәрҙең нескәлегенә һәм бай колоритҡа нигеҙләнгән. Рәссам ижадында төп тема — ҡала, башлыса Өфө, архитектураһы пейзажы («Өфө акварелдә» серияһынан: «М. В. Нестеров исемендәге музей» (1989), «Шаляпин йорто» (1999) һәм башҡалар). Тәбиғи, архитектура мотивтары реаль булмаған һыҙаттар, төҫтәр ала, поэтика һәм экспрессия менән тулыланып, йыһан метафораһына әүерелә: «Сикһеҙлек», «Ҡарт ағас», «Монар» (бөтәһе лә — 1994), «Иртә» (1997), «Тулған ай» (1998) һәм башҡалар. 1986 йылдан башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Өфө, Гандия (Испания), Хельсинки (Финляндия) ҡалаларында 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе (1986 йылдан алып) үткән. Эштәре Башҡорт дәүләт художество музейында, Ирбит Һынлы сәнғәт музейында, Рәсәй һәм сит илдәр шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә