Викидатала элемент юҡ

Бәшир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Бәшир исеме бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Бәшир исеме башҡорт теленә ғәрәптәрҙән ингән. Һөйөнөс килтереүсе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Рәмиев Бәшир Искәндәр улы (1 май 1918 йыл — 16 май 1994 йыл) — СССР уйлап табыусы ғалимы, Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы («Стрела», «Урал-1») эшләүселәрҙең береһе. Техник фәндәр докторы (1962). Сталин премияһы лауреаты (1954). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Бәшир Шихаб II (2 ғинуар 1767 йыл — 1850 йыл) — ливан әмире, XIX быуаттың беренсе яртыһында Ливан менән идара итеүсе.

Фамилияла

үҙгәртергә

Бәширов Фазылйән Бәшир улы (рус. Баширов Фазыльян Баширович) (20 апрель 1923 йыл — 22 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкы яугиры. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943) кавалеры.

Бәширов Радик Миңлехан улы (7 ғинуар 1935 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Бәширов Мәсғүт Зәйнетдин улы (21 апрель 1908 йыл — 16 апрель 1978 йыл) — композитор, педагог. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967).

Бәширов Зыя Әхмәт улы (26 сентябрь (8 октябрь) 1910 йыл — 28 декабрь 1976 йыл, Силәбе) — сәйәси эшмәкәр, пропагандист, отставкалағы полковник.

Бәширов Йыһанур Кәрим улы (1928 йыл — 2019 йыл) — хеҙмәт ветераны.

Бәширов Рәҡит Ғәбит улы (10 ғинуар 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Милләте — башҡорт 1992 йылдың мартынан Иглин районы хакимиәте башлығы.

Бәширов Ғүмәр Бәшир улы, Гомәр Бәшир улы Бәширов — күренекле татар языусыһы, фольклорсы, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996).

Иҫке Бәшир (рус. Старобаширово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл.

Яңы Бәшир (рус. Новобаширово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл.

Бәшир ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы муниципаль районының административ- территориаль һәм муниципаль берәмеге.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ