Викидатала элемент юҡ

Бүләк — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы үҙгәртергә

Бүләк башҡорт исеме, атанан йәки әсәнән бүләк булып ҡалған бала тигәнде аңлата. Боронғо йола буйынса, бала тыуғанда атаһы йәки әсәһе иҫән булмаһа, балаға Бүләк, Йәҙгәр, Мираҫ, Һәҙиә һәм башҡа исемдәр ҡушҡандар[1].

Фамилияла үҙгәртергә

Бүләков Флорид Миңнулла улы (23 февраль 1948 йыл — 18 ғинуар 2015 йыл) — башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2013). Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994) лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).

Бүләков Динис Мөҙәрис улы (18 май 1944 йыл — 14 март 1995 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан — КПСС, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, артабан 1995 йылдағы вафатына тиклем — Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1993), шулай уҡ Ғәлимов Сәләм (1980), Фәтих Кәрим исемендәге (1999) премиялар лауреаты.

Бүләков Фәнил Нил улы (5 июль 1980 йыл) — уҡытыусы, журналист, шағир һәм йәмәғәтсе. Учалы районы Иманғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» конкурсында гран при яулаусы (Бәләбәй, 2009), «Йәшлек» гәзитенең Рәйес Түләк исемендәге конкурсы еңеүсеһе (2009), «Йөрәк һүҙе» телевизион конкурсында 2-се урын яулаусы (2018), Силәбе өлкәһе Сосновка районының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (2016). Өфө ҡалаһының 140-сы башҡорт гимназияһы директоры (2020).

Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (11 апрель 1957 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012).

Бүләков Илдус Ҡасим улы (29 июнь 1940 йыл — 18 сентябрь 2016 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (2000).

Ауылдар үҙгәртергә

Бүләк рус. Буляк — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл.

Бүләк (рус. Буляк) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл.

Бүләк(рус. Буляково) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл.

Бүләк (рус. Буляково) — Башҡортостандың Шаран районындағы ауыл.

Бүләк татар. Бүләк, рус. Буляк) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

Бүләк (татар. Бүләк, рус. Буляково) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Бүләкәй (Ҡырмыҫҡалы районы) (рус. Булякай) — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл.

Бүләкәй (Федоровка районы) (рус. Булякай) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Таңһылыу Күсимова. 2018 йыл 16 май [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.}

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ