Бүләк (Мөслим районы)

Бүләк[2] (татар. Бүләк, рус. Буляково) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Бүләк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Уразметьевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423986
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Бүләк йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1732 йылдан билдәле[2]. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә[4].

1840 йылда ауылда мәсет, мәктәп теркәлгән[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

1795 йылда ауылда 96 башҡорт, 1859 йылда — 577 башҡорт, 1912 йылда — 468 аҫаба башҡорт, 687 керҙәш башҡорт һәм типтәр иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3][2])
179518591906
965771047

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Бүләк (Мөслим районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 508—510. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.