Бүләков Илдус Ҡасим улы
Бүләков Илдус Ҡасим улы (29 июнь 1940 йыл — 18 сентябрь 2016 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (2000)[1].
Бүләков Илдус Ҡасим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 29 июнь 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Учалы, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәИлдус Ҡасим улы Бүләков 1940 йылдың 29 июнендә Учалы районы Учалы ауылында тыуған.
1958 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын башлай. Ҡаҙаҡҡол ауылында клуб мөдире була, артабан — БАССР-ҙың Учалы районы «Байрамғол» совхозының 5-се бүлексәһендә төрлө эштәр башҡара.
1960—1962 йылдарҙа Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһында уҡый. Өс йыл армияла хеҙмәт итә.
1965—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында,
1970—1973 йылдарҙа — аспирантурала уҡый, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, шул уҡ ваҡытта Өфө сәнғәт академияһының театр факультетында уҡыта.
1973—1993 йылдарҙа ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдан алып 1993 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәгендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми секретарь була.
1996 йылдан 2005 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына педагогия факультеты деканы, артабан 2010 йылға тиклем башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәИлдус Бүләков — 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Грамоталар һәм премиялар, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университеты, Өфө, Сибай ҡала советы Почёт грамоталары, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән. 2000 йылда БР Президенты бойороғо менән әүҙем фәнни-педагогик эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһына лайыҡ булған.
Бөтә төр йәмәғәт һәм етештереү эшмәкәрлеге өлкәһендә Бүләков Илдус Ҡасим улы үҙен маҡсатлы һәм принципиаль, талапсан һәм бик тырыш, ярҙамсыл һәм йыйнаҡ хеҙмәткәр итеп күрһәтте[3].
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2000)
- Башҡорт дәүләт университеты Почёт грамоталары
- Өфө ҡала советы Почёт грамоталары
- Сибай ҡала советы Почёт грамоталары[4]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Буляков, Ильдус Касимович. Возникновение и становление башкирской советской драматургии, 1917—1932 : диссертация кандидата филологических наук : 10.01.03. — Уфа, 1973. — 189 с. Тема: Литература народов СССР. Российская государственная библиотека. Дата поступления в ЭК 14.08.2018
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ БГУ. Выпускники башкирской филологии, востоковедения, журналистики 2021 йыл 27 август архивланған.
- ↑ БГУ. Выпускники башкирской филологии, востоковедения, журналистики 2021 йыл 27 август архивланған.
- ↑ Проект «100 имен Сибая»
- ↑ БГУ. Выпускники башкирской филологии, востоковедения, журналистики 2021 йыл 27 август архивланған.