Иманғол (Учалы районы)

Иманғол (рус. Имангулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Иманғол ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 861 кеше[1]. Почта индексы — 453734, ОКАТО коды — 80253830001.

Ауыл
Иманғол
Иманғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Иманғол

Координаталар

54°16′28″ с. ш. 59°19′09″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 830 001

ОКТМО коды

80 653 430 101

ГКГН номеры

0518404

Иманғол (Рәсәй)
Иманғол
Иманғол
Иманғол (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Иманғол

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 17 км[2].

Иманғол ауылы район үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа һәм Учалы тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡта Урал йылғаһы ҡушылдығы Ҡандыболаҡ йылғаһы буйында урынлашҡан[3].

XVIII быуат уртаһында 1736 йылдың 11 февралендә иғлан ителгән указдары нигеҙендә ҡаҙнаға алынған Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, Кесе Учалы йылғаһы янында, улус үҙәгенән 12 саҡрым алыҫлыҡта, Иманғол (Ташкисеү) атамалы типтәрҙәр ауылы урынлаша. Тәүге төпләнеүсеһе Иманғол Усмановҡа 1811 йылда 76 йәш була. Уның балалары Әбделсәләм, Әптерәй (1746—1815), уның балалары Ниғмәтулла, Зөлҡәрнәй (уның улдары Ярмулла, Кәлимулла, Сәфәрғәли, Муллағәли, Аллаяр, Зәйнелбәшәр), Әбдрәзәҡ (уның балалары Әбдрәҡип, Хөшираушир, Ғайса, Мөхәмәтсәлим, Ғөбәйҙулла, Фәйзула), Әбдрәхим, Әбделкәрим (уның балалары Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтрәхим), Әбдрәшит, Әбделмәжит (уның улы Ғайсар) һәм 1801 йылда 15 йылға 2-се типтәр полкына хеҙмәткә саҡырылған Абдуллатиф[4].

Ауылда тәүге төпләнеүсенең аҙашы 1756 йылғы Иманғол Ҡыуазаров та йәшәй, әммә ул йәшерәк була. Уның улдары Мәүлетбай, Тулыбай һәм 1812 йылда 1-се типтәр полкына 15 йыл хеҙмәткә алынған Юлдыбай. XVIII быуат аҙағында Иманғол ауылындағы 30 йортта 214 кеше иҫәпләнә. 1859 йылғы X рәүиз буйынса һәм 1866 йылда ауылда 861 кеше иҫәпләнгән[5].

1801 йылда бында ҡаҙаҡ Итбалы Терешкин индерелгән[6]

Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәктәп теркәлгән[7].

1920 йылда 268 йортта 1549 кеше йәшәгән[8].

Әлеге ваҡытта Иманғол ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[9].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 1180
1920 йыл 26 август 1549
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 976
1959 йыл 15 ғинуар 716
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 764
2002 йыл 9 октябрь 793
2010 йыл 14 октябрь 861 437 424 50,8 49,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, ауылда башҡорттар йәшәй (95 %)[10].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдарында

үҙгәртергә

1795 йылда[11] һәм 1811 йылда[12] Иманғол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • 1-се тыҡрыҡ (рус. 1-й переулок)
  • 2-се тыҡрыҡ (рус. 2-й переулок)
  • 3-сө тыҡрыҡ (рус. 3-й переулок)
  • Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус. улица 40 лет Победы)
  • Батыров урамы (рус. улица Батырова)
  • Башҡортостан урамы (рус. улица Башкортостан)
  • Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
  • Сейә урамы (рус. Вишневая улица)
  • Ғабдулла Йыһаншин урамы (рус. улица Габдуллы Зиганшина)
  • Ғәрипов урамы (рус. улица Гарипова)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
  • Быуа аръяғы урамы (рус. Запрудная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Йылға аръяғы тыҡрығы (рус. Заречный переулок)
  • Йондоҙ урамы (рус. Звездная улица)
  • Интернационалистар урамы (рус. улица Интернационалистов)
  • Ирәмәл урамы (рус. улица Иремель)
  • Ирәмәл урамы (рус. Иремельская улица)
  • Коммунар урамы (рус. Коммунарская улица)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Болон урамы рус. Луговая улица)
  • Тыныс тыҡрыҡ (рус. Мирный переулок)
  • Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодежный переулок)
  • Күпер тыҡрығы (рус. Мостовой переулок)
  • Таулы урамы (рус. Нагорная улица)
  • Ниғмәтуллин урамы (рус. улица Нигматуллина)
  • Парк урамы (рус. Парковая улица)
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
  • Тау аҫты тыҡрығы (рус. Подгорный переулок)
  • Быуа тыҡрығы (рус. Прудный переулок)
  • Рәсәй урамы (рус. Российская улица)
  • Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)
  • Ҡарағай урамы (рус. Сосновая улица)
  • Сөнәғәтуллин урамы (рус. улица Сунагатуллина)
  • Ташкисеү урамы (рус. улица Ташкисеу)
  • Ураҙ урамы (рус. Уразовская улица)
  • Учалы урамы (рус. Учалинская улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)
  • Яйыҡ урамы ({{lang-ru|Яицкая улица})}[13]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Иманғол (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. НА УНЦ РАН. Ф. 3. Оп. 12. Д. 204
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. НА УНЦ РАН. Ф. 3. Оп. 12. Д. 51-а. Л. 91.
  7. Иманғол (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Иманғол (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  11. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  12. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  13. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар

үҙгәртергә