Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙы

ғалим, экономист

Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙы (29 май 1958 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 май 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Яҡшый, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тикшеренеүсе
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Лилиә Сабих ҡыҙы Вәлинурова 1958 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Яҡшый ауылында тыуған. 1980 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң 1981 йылға тиклем һәм 1984 йылдан алып шунда уҡ эшләй. 2001 йылдан башлап уҡытыу‑методика үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 2004 йылдан — Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының инновацион иҡтисад кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2014 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институты директорының инновациялар буйынса урынбаҫары.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре төбәк иҡтисадына, хәҙерге иҡтисадтың инвестицион һәм инновацион процестарына арналған. Ғалим тарафынан социаль‑иҡтисади системаларға инвестициялар йәлеп итеүҙе баһалау методикалары, инновацион-инвестицион процестар менән һөҙөмтәле идара итеү моделе эшләнә. 220‑нән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, авторы.

Фәнни хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Управление развитием регионов и муниципальных образований в инновационной экономике. М., 2012;
  • Инновационное развитие российской экономики: проблемы и перспективы. М., 2013 (авторҙаш);
  • Формирование и развитие инновационных систем в регионе. М., 2014.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)

Һылтанмалар үҙгәртергә