Әхмәҙуллина Сания Мөхәмәҙиә ҡыҙы
Әхмәҙуллина Сания Мөхәмәҙиә ҡыҙы (12 март 1932 йыл — 4 декабрь 2003) —малсылыҡ алдынғыһы. 1962 йылдан Бөрйән районы Фрунзе исемендәге колхоз һауынсыһы, 1981—1987 йылдарҙа — быҙау ҡараусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1973). Ленин (1966) һәм Октябрь Революцияһы (1971) ордендары кавалеры. Беренсе класлы «Малсылыҡ оҫтаһы» (1979). Хеҙмәт ветераны[1].
Әхмәҙуллина Сания Мөхәмәҙиә ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 март 1932 |
Тыуған урыны | Аҫҡар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 декабрь 2003 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Аҫҡар, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСания Мөхәмәҙиә ҡыҙы Әхмәҙуллина 1932 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуған. Аҫҡар мәктәбен тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген бик иртә башлай, 1947 йылдан колхоз быҙауҙарын, башмаҡ ҡарай, һарыҡ көтә, ике йыл ҡыуғында, бүрәнә ҡырҡыуҙа йөрөй.
1962 йылдан Фрунзе исемендәге колхоздың Ташлы фермаһында һауынсы булып эшләй башлай. Һәр йыл ҡабул иткән социалистик йөкләмәһен арттырып үтәй, бер һыйырҙан йылына уртаса өс мең литрҙан күберәк һөт һауып ала. 1973, 1974, 1975 һәм 1976 йылдар социалистик ярыш еңеүсеһе билдәһе, 9-сы һәм 10-сы биш йыллыҡтар еңеүсеһе билдәләре менән бүләкләнә[1]. Колхоз идараһы, КПСС райкомы һәм район Советы башҡарма комитеты тарафынан бирелгән Маҡтау грамоталарының һаны ике тиҫтәнән артыҡ. Район гәзите «Таң»да уның тураһында мәҡәләләр даими баҫылып тора (мәҫәлән, «Таң» гәзитенең 1971 йылдың 10 декабрендәге 156-сы номерында «Ярышта тағы ла еңеүсе» мәҡәләһе).
Алдынғы һауынсыны партия сафына алына, 1963 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1966 йылдың июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы нигеҙендә Ленин ордены менән бүләкләнә. 1971 йылда икенсе оло бүләк — Октябрь Революцияһы ордены өҫтәлә. 1970 йылда «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, Еңеүҙең 50 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы менән бүләкләнә. 1978—1984 йылдарҙа Бөрйән районы ауыл хужалығы идаралығының аттестация комиссияһы ҡарары менән беренсе класлы «Малсылыҡ оҫтаһы» исеме бирелә. 1973 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы» исеменә лайыҡ була, 1979 йылда Фрунзе исемендәге колхоз идараһы ҡарары менән «Атҡаҙанған колхозсы» исеме бирелә. 1983 йылда райондың Почет китабына индерелә (КПСС-тың Бөрйән район комитетының һәм район Советы башҡарма комитетының 1983 йылдың 10 ғинуарындағы Ҡарары). Мәскәүҙәге ВДНХ күргәҙмәһендә ҡатнаша[1].
1981—1987 йылдарҙа быҙау ҡараусы булып эшләй[1]. Республика әһәмиәтендәге персональ пенсионер[1].
2003 йылдың 4 декабрендә 72-се йәшендә вафат була. Аҫҡар ауылында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1973),
- Ленин ордены (1966),
- Октябрь Революцияһы ордены (1971),
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы,
- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970),
- «Атҡаҙанған колхозсы» (1979)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Почет грамоталары, хеҙмәт кенәгәһе
- Ахмадуллина Сания Мухамадеевна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 75. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.