Фәтҡуллина Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы

Фәтҡуллина Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы (1 ғинуар 1953 йыл) — Балалар яҙыусыһы. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы ағзаһы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре.

Биографияһы үҙгәртергә

Фәтҡуллина Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы 1953 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуа.

1983 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай. Бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу менән бәйле. Тәүҙә тәрбиәсе, һуңынан балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй, Бөрйән районындағы урта мәктәптә уҡыта.

Ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килгәс, 1987 йылдан алып журналистикаға күсә. Тәүҙә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында эшләй, һуңынан үҙенең ижади эшмәкәрлеген «Аҡбуҙат» республика балалар журналында башлай. Үҙенең тормош тәжрибәһен, медицинала һәм биологияла булған белемен оҫта файҙаланып, «Акбузат» журналында балаларҙы үҫтереүсе һәм ҡыҙыҡлы «Минең туған телем», «Белгем килә», «Доктор Айболит» рубрикаларын алып бара[1].

Ул редакция ойошторған конкурстарҙа бер нисә тапҡыр йыл лауреаты булды. БР Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте секцияһы секретары булараҡ семинарҙар, балалар яҙыусылары фестивалдәрен ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Ул — йәш балалар яҙыусылары өсөн ҙур абруй.

Фәтҡуллина Ф. Р. «Һәләтле балалар» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша: «Бәпембә» рубрикаһын алып бара һәм журналда уҡыусылар араһында һәләтле башлап яҙыусыларҙы асыҡлау маҡсатында конкурстар үткәрә.

Фәтҡуллина Фәйрүзә Рәхмәт ҡыҙы балалар әҙәбиәтендә уңышлы эшләй: 1997 йылда уның балалар өсөн тәүге китабы донъя күрә, ул сабыйҙар һәм балалар баҡсалы тәрбиәселәре өсөн ысын уҡыу әсбабы булып тора. 2004 йылда «Мыраубай үҙ туғандарын эҙләй» исемле икенсе и донъя күрә һәм 2009 йылда уның өсөнсө китабы «Ҡырмыҫҡа һыйыры» сыға. Уның хикәйәләре һәм әкиәттәре башҡорт һәм татар мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн уҡыу әсбаптарына индерелгән.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Төп әҫәрҙәре:

  • Фәтҡуллина, Ф. Р. Ҡайын нисә күлдәк кейә: әкиәттәр/ Ф. Р.Фәтҡуллина — Өфө: Китап, 1997. — 56 б.
  • Фәтҡуллина, Ф. Р. Мыраубай туғандарын эҙләй: хикәйәләр/ Ф. Р.Фәтҡуллина — Өфө: Китап, 2004. — 64 б.
  • Фәтҡуллина, Ф. Р. Ҡырмыҫҡа һыйыры:әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар, мәҡәләләр/ Ф. Р.Фәтҡуллина — Өфө: Китап, 2009. — 128 б.
  • Фәтҡуллина, Ф. Р. Урман табыны: әкиәттәр, хикәйәләр, сценарийҙар/ Фәйрүзә Фәтҡуллина. — Өфө: Китап, 2016. −88 бит.
  • Фәтҡуллина, Ф. Р. Урманйәнгә ни булған?: әкиәттәр, хикәйәләр/ Фәйрүзә Фәтҡуллина. — Өфө: Китап, 2013. — 16 бит.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Әйле, З. Күңелендә һаман бала йәшәй…/ З.Әйле// Йәшлек. — 2009. — 8 ғин. — б. 3.

Сығанаҡтар үҙгәртергә