Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы

уҡытыусы

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы (15 август 1961 йыл — БАССР-ҙың Бөрйән районы Аҫҡар ауылы) — журналист, уҡытыусы, шағирә, БР яҙыусылар союзы һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 15 август 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Аҫҡар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, шағир, уҡытыусы
Эш урыны мәктәп
гимназия[d]
Белорет
мәктәп уҡытыусыһы[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы 1961 йылдың 15 авгусында БАССР-ҙың Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуа. 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1983 йылда Исламбай тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта башлай, бер үк ваҡытта «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында ауыл хәбәрсеһе.
2000 — 2016 йылдарҙа Я. Хамматов исемендәге 22-се һанлы Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Гимназияла радио тапшырыуҙар бүлеген, журналистика түңәрәге алып бара. Зөһрә Үтәғолованың шиғырҙарына Р. Сәлишев, А. Усманов, Ғ. Бирҙеғолова, Д. Солтанов, М. Ҡасимова йырҙар яҙа. 2005 — 2016 йылдарҙа «Иҙел башы» әҙәби берекмәһе рәйесе, 2017 йылдан — С. Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» әҙәби берләшмәһе сәркәтибе). Зөһрә Үтәғолованың ҡобайыр һәм шиғырҙарының төп темалары — туған телгә һөйөү, халыҡ йолалары, тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлау.

«Юл япрағы» (2001)[1] 2022 йыл 3 ғинуар архивланған.
«Һыу юлы» (2009)[2] 2022 йыл 3 ғинуар архивланған.
«Һыу юлы» (2009) шиғырҙар йыйынтыҡтары
«Салауат вариҫтары» коллектив йыйынтығы.[3]
«Ҡунаҡ күрһәтәм». Өфө, 2013.[4] 2022 йыл 3 ғинуар архивланған.
«Йәнле мунсаҡ». Өфө, 2019.[5]

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

БР Яҙыусылар союзы һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014).
«Илһам шишмәләре» төбәк-ара фестивале лауреаты.
«Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» республика грантын яулаусы (2012).
БР Мәғариф министрлығының Почёт Грамотаһы. (2012).

Үтәғолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы тураһында публикациялар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә