Алёшин Андрей Васильевич

Алёшин Андрей Васильевич (3 июнь (25 май) 1905 йыл — 11 апрель 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, орудие командиры, гвардия өлкән сержанты, Дан орденының тулы кавалеры. Советтар Союзы Геройы.

Алёшин Андрей Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 май (3 июнь) 1905
Тыуған урыны Новосёлки[d], Козельск өйәҙе[d], Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 апрель 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (68 йәш)
Вафат булған урыны Попелёво[d], Козельский район[d], Калуга өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Козельский район[d]
Һөнәр төрө артиллерист, бухгалтер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Алтын Йондоҙ» миҙалы III дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Алёшин Андрей Васильевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Андре́й Васи́льевич Алёшин Калуга өлкәһе Козельск районы Новоселки ауылында крәҫтиән ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа. Өс апаһы була. Урыҫ. Ете йәшендә атайһыҙ ҡала. Козельск МТС-ында бухгалтер булып эшләй, 1933 йылдан — «Красный плодовод» совхозында (иҫәпсе, һуңынан — баш бухгалтер)[2].

Ҡыҙыл Армияла 1939 — 1940 йылдарҙа Польша походында, совет-фин һуғышында орудие төҙәүсеһе булараҡ ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас 1941 йылдың 4 июлендә ҡабаттан Ҡыҙыл Армияға сауҡырыла һәм фронтҡа оҙатыла[2].

50-се кавалерия полкы батареяһында Мәскәүҙе һаҡлай. 1-се Белоруссия фронты 2-се кавалерия корпусының 4-се гвардия кавалерия дивизияһының 175-се гвардия артиллерия-миномет полкында орудие расчеты командиры була.

1943 йылдың мартында Середина-Буда ҡалаһы өсөн алыштарҙа уның артиллерия расчеты дошмандың 10 танкыһының өсөһөн ҡыйрата, бының өсөн Алешин «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградлана[2].

1944 йылдың 26 июлендә орудиеһын пехотаның хәрби урынына сығарып, дошмандың автоматсылар һөжүмен кире ҡаға, ә 27 июлдә Мендзыжец-Подляски ҡалаһы өсөн алышта дошмандың 3 пулеметын һәм боеприпастар складын юҡ итәю 1944 йылдың 11 авгусында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 28 ғинуарында Дандсбург ҡалаһы эргәһендә (хәҙер Польшаның Венцборк ҡалаһы) үҙ расчеты менән дошман һөжүмен кире ҡаға, тиҫтәнән ашыу гитлерсыны һәм бер пулеметты юҡ итә. 30 ғинуарҙа Алёшиндың расчеты дошмандың өс һөжүмен кире ҡаға, ике тиҫтәнән ашыу һалдат һәм офицерын, өс пулеметын юҡ итә. 1945 йылдың 11 мартында икенсе тапҡыр III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (1955 йылдың 19 авгусында орден статутына ярашлы I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә).

5 февраля 1945 йылдың 5 февралендә Щециндын көньяҡ-көнбайыштараҡ Алешин расчеты дошманға ҙур юғалтыу килтерә, был хәрби бурысты уңышлы үтәргә булышлыҡ итә.

1945 йылдың 31 майында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1945 йылдың май башында Алёшиндың расчеты дошмандың өс һөжүмен кире ҡаға, ике взвод дошманды һәм бер пулеметты юҡ итә. Снарядтар бөткәс, яугирҙар булған ҡоралдары менән дошмандың тағы ла 5 һөжүмен кире ҡаға. 1945 йылдың 18 июнендә II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылда демобилизациялана, тыуған яғына ҡайта. Калуга өлкәһенең Козельск районында Попелево ауылында йәшәй. «Красный плодовод» совхозында баш бухгалтер булып эшләй.

1974 йылдың 11 апрелендә вафат була[3][4]. Похоронен на кладбище деревни того же района[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Советтар Союзы Геройы
  • Алтын Йондоҙ миҙалы (№ 6730)
  • Ленин ордены
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (13.02.1944)
  • I, II, III дәрәжә Дан ордены (I ст. — № 2341, II ст. — № 16739, III ст. — № 169739)
  • Миҙалдары:
    • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1943);
    • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн»
    • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн»
    • "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл " юбилей миҙалы
  • Козельскиҙың почетлы гражданы (2017)[6].
  • Козельскиҙа урам уның исемен йөрөтә.
  • Калуга ҡалаһында яңы урамға Андрей Васильевичй Алёшин исеме бирелгән[2].
  • Калуга өлкәһе Козельск районының Попелево ҡасабаһында бюсы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Andrei Vasilyevich Alyoshin // TracesOfWar
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Герой из глубинки // Истоки : Историко-краеведческое приложение к газете «Калужские губернские ведомости». — 2019. — № 9 (22). — С. 15.
  3. Самохин В. Ф. Алёшин Андрей Васильевич. Козельцы — Герои Советского Союза. Энциклопедия Козельска : Народный проект (27 март 2011). Дата обращения: 14 октябрь 2017.
  4. Посёлок совхоза Красный Плодовод находился в южной части села Попелёво (см: Попелёво. wikimapia. Дата обращения: 14 октябрь 2017.).
  5. Индивидуальная могила Героя Советского Союза, полного кавалера ордена Славы Алешина Андрея Васильевича. Наши памятники — наши герои. Деревня Новоселки. КОНБ им. В. Г. Белинского. Дата обращения: 14 октябрь 2017.
  6. Лукашин Е. Праздник в Козельске. Сосенский городской общественно-политический портал «Наш город» (21 август 2017). Дата обращения: 14 октябрь 2017.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар

үҙгәртергә