Викидатала элемент тултырылмаған

Әлфиә — башҡорт, шул иҫәптән башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Әлфиә башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Шиғри әҫәр; мең йәшәр; тәүге бала тигәнде аңлата[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Авзалова Әлфиә Авзал ҡыҙы (15 ғинуар 1933 йыл — 15 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған (1962) һәм халыҡ (1970), РСФСР-ҙың атҡаҙанған ([[1983]]) артисы. Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1992). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.

Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы (9 октябрь 1955 йыл) — журналист, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).

Әсәҙуллина Әлфиә Нәжип ҡыҙы (2 март 1959 йыл) — башҡорт шағиры, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2013).

Хәмбәлиева Әлфиә Сәйәр ҡыҙы (2 февраль 1960 йыл — 3 июль 2013 йыл) — опера йырсыһы (драматик сопрано). 19942013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995).

Әлфиә Әсхәт ҡыҙы Кәлимуллина (19 апрель 1963 йыл) — йырсы, йыраусы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге махсус призға лайыҡ булыусы.

Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы (24 июнь 1977 йыл) — опера йырсыһы, 2013 йылдан Ҡаҙағстандың «Астана Опера» театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25 апрель 1960 йыл) — башҡорт йырсыһы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1983 йылдан Бөрйән район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, 1996 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010), төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләр лауреаты.

Исмәғилева Әлфиә Ибраһим ҡыҙы (рус. Исмагилова Альфия Ибрагимовна; (25 март 1951 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табиб. 1979 йылдан Өфөләге 6-сы дауахананың баш табип урынбаҫары, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (19911995) Юғары Советының халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (19951999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Милләте — башҡорт.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [[Күсимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы|Күсимова Таңһылыу Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ