Исмәғилева Әлфиә Ибраһим ҡыҙы

Табиб

Исмәғилева Әлфиә Ибраһим ҡыҙы (рус. Исмагилова Альфия Ибрагимовна; 25 март 1951 йыл) — ғалим-табиб. 1979 йылдан Өфөләге 6-сы дауахананың баш табип урынбаҫары, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Милләте — башҡорт.

Исмәғилева Әлфиә Ибраһим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Стәрлебаш, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Әлфиә Ибраһим ҡыҙы Исмәғилева 1951 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуған.

1974 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1974 йылда Өфө ҡалаһының 6-сы дауаханаһында башлай, 1975—1978 йылдарҙа ошонда уҡ участка табибы булып эшләй.

1979 йылдан 6-сы дауахананың баш табип урынбаҫары вазифаһында[1].

1995 йылда Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай иғлан ителә. Әлфиә Ибраһим ҡыҙы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана һәм һөнәри нигеҙҙә уның Социаль мәсьәләләр, әсәлек һәм балалыҡ, сәләмәтлек һаҡлау комитеты рәйесе булып эшләй.

Бер үк ваҡытта күп йылдар дауамында Башҡорт дәүләт медицина университетында доцент.

2011 йылдан 6-сы дауахананың баш табиб урынбаҫары вазифаһында ойоштороу-методика эшен алып бара[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы
  • Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы
  • Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүҙәге айырым өлөшө өсөн» почётлы билдәһе.
  • Хеҙмәт ветераны

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 91.
  2. Исмагилова Альфия Ибрагимовна 2021 йыл 5 май архивланған.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә