Үҙәмбай
Үҙәмбай — Ырымбур өлкәһенең Гай районындағы башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 153 кеше. Почта индексы — 462630, ОКАТО коды — 53 214 840 009.
Ауыл | |
Үҙәмбай | |
Көсөкбай исемендәге мәсет | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға XIX быуат 2‑се яртыһында башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Аҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа ауылдары барлыҡҡа килгән. Үҙәмбай ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[1].
1863 йылда Сабаҡлы ауыл йәмғиәтенең Үҙәмбай, Әбүбәкер, Сабаҡлы, Ишбирҙе ауылдары башҡорттарының йәйләүҙәре Кесе Ҡаялы йылғаһы башынан Үлмәҫ-Үлгән йылғаһының тамағына тиклем, Үлмәҫ-Үлгән тамағынан Душа-Клиряк-Тапкан шишмәһенең инешенә ҡарай Саҡман убаһына тиклем, унан һуң Оло Ҡаялы йылғаһында һәм унан түбәнге ағымында Бөгөл урынына тиклем һуҙылған Әсетулла күленә ҡарай, Бөгөлдән йәнә Кесе Ҡаялы йылғаһының башына тиклем тип һуҙылыуы тасуирланған[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]
Ауылдың шәхестәре
үҙгәртергәХалыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 169 кеше йәшәй.
2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 135 кеше йәшәгән.
Күпселек халыҡ — башҡорттар[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1975 йыл | 260 | ||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 169 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 135 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Үҙәмбай урамдары
үҙгәртергә- 462630 Үҙәк урамы
- 462630 Йәштәр урамы
- 462630 Яңы урамы
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Гай ҡалаһы): 35 км
- Ауыл советы тиклем (Иҫке Хәлил): 10 км
Инфраструктура
үҙгәртергәАуылда мәктәп бар[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ «Начиная с вершины р. Малой-Каялы до устья речки Улмяс-Ульган, от устья Улмяс-Ульгана на вершину речки Душа-Клиряк-Тапкан до убы (холма) Сакман, оттоль на озеро Асетуллы, находящееся на реке Большом Каялы и ею вниз по течению до местечка Бугуль, с Бугуля опять на вершину речки Малой Каялы… Пространство описанных кочевок занимает в окружности до 30 верст»
— Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 108. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше) 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ http://orenburg.fulledu.ru/school/uzembaevskaya-nachalnaya-obscheobrazovatelnaya-shkola/about/ Узембаевская Начальная Общеобразовательная Школа, Деревня Узембаево