Түбәнге Сабаҡлы (башҡа атамалары — Сабаҡлы, Кесе Шәрип, Урта ауыл; рус. Нижняя Чебокла, Чебаклино, Малое Шарипово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл. Һары ауыл советына ҡараған.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атамаһы Сабаҡлы йылғаһы исеменән барлыҡҡа килгән[1].

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Сабаҡлы йылғаһы буйында, Үрге Сабаҡлы ауылынан 1 км түбәндәрәк урынлашҡан булған.

Ауылға үҫәргән ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған.

1859 йылда ауылда Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итеүселәр оставкалағы сотник Мөхәмәт Ҡыуатов, зауряд-хорунжий Ырыҫмөхәмәт Ҡыуатов, зауряд-сотник Зюша Иҫәнбаев, урядник Сәйфулла Яҡупов, указлы мулла Рәхмәтулла Мырҙабәков теркәлгән. 1858 йылда Сабаҡлы ауылынан Ҡоҙаш (Кужаш) Ишбаев (Игебаев) Әбүбәкер ауылына, ә Буранғол ауылынан Сәйфулла Мырҙаҡаев һәм Сәйфелмөлөк Машинаның ғаиләләре, Юлғотло ауылынан Сәфәрғәлей Айбулатовтың ғаиләһе киреһенсә Сабаҡлыға күсерелә[2].

1863 йылда Сабаҡлы ауыл йәмғиәтенең Сабаҡлы, Әбүбәкер, Ишбирҙе, Үҙәмбай ауылдары башҡорттарының йәйләүҙәре Кесе Ҡаялы йылғаһы башынан Үлмәҫ-Үлгән йылғаһының тамағына тиклем, Үлмәҫ-Үлгән тамағынан Душа-Клиряк-Тапкан шишмәһенең инешенә ҡарай Саҡман убаһына тиклем, унан һуң Оло Ҡаялы йылғаһында һәм унан түбәнге ағымында Бөгөл урынына тиклем һуҙылған Әсетулла күленә ҡарай, Бөгөлдән йәнә Кесе Ҡаялы йылғаһының башына тиклем тип һуҙылыуы тасуирланған[3].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1950 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Хәлил районы составында була. 1950—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһенең Яңы Покровка районы составында була. 1959 йылдан Хәлил районы (1960 йылда Гай районы тип үҙгәртелә), ә аҙаҡ Ҡыуандыҡ районы составында була.

1970-се йылдарҙың аҙағында ауыл юҡҡа сыҡҡан[1].

Халыҡ иҫәбе[5]
1816 1834 1859 1889 1892 1901 1917
43 93 203 160 156 140 276

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Стрельников С. М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст, 1994. — С. 84. — ISBN 5-900802-02-7.
  2. История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин.. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Белая река, 2019. — С. 191. — 704 с.
  3. «Начиная с вершины р. Малой-Каялы до устья речки Улмяс-Ульган, от устья Улмяс-Ульгана на вершину речки Душа-Клиряк-Тапкан до убы (холма) Сакман, оттоль на озеро Асетуллы, находящееся на реке Большом Каялы и ею вниз по течению до местечка Бугуль, с Бугуля опять на вершину речки Малой Каялы… Пространство описанных кочевок занимает в окружности до 30 верст»

    Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 108. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.

  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.