Ишбирҙе (Ырымбур өлкәһе)

Ишбирҙе (рус. Ижберда) — Ырымбур өлкәһенең Гай районындағы башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 170 кеше. Почта индексы — 462304, ОКАТО коды — 53214840005.

Ауыл
Ишбирҙе
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Гай районы

Координаталар

51°17′59″ с. ш. 58°01′59″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 214 840 005

ОКТМО коды

53 713 000 246

Ишбирҙе (Рәсәй)
Ишбирҙе
Ишбирҙе
Ишбирҙе (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Ишбирҙе

Тарихы үҙгәртергә

XVIII быуатта Яйыҡ буйы далаларында йәшәгән башҡорттар таулы-урманлы төбәктәргә күсергә мәжбүр була. Был башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында башҡорт ауылдары тулыһынса яндырылыуына бәйле. Үҫәргәндәрҙең ҡунаҡ ырыуының иң боронғо ауылдарының береһе — Аҡъюл ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы составында) тәүҙә Яйыҡ далаларында урынлашҡан булған. Ҡунаҡ ырыуы вәкилдәре башта Ур йылғаһы (рус. Орь) буйында йәшәгән. 1735 йылда Ур йылғаның тамағында Орск ҡәлғәһенә нигеҙ һалына һәм каратель ғәскәрҙәренең ҡанһыҙлығы һөҙөмтәһендә, аҡъюлдар өс тапҡыр ауылды күсерәләр: Гөбөрлө буйҙарына, ә һуңынан Урман Йылайыры йылғаһы Һаҡмарға ҡойған урынға күсәләр. Әммә күп йылдар үтһә лә, башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәрен онотмайҙар һәм уларҙы һаҡлау маҡсатында кире Гөбөрлө тауҙарына күсәләр. 1854 йылда Ишбирҙе Ишкинин етәкселегендә Аҡъюлдан бер нисә ғаилә Гөбөрлө тауҙарында, Ҡаялы йылғаһы буйында Ишбирҙе ауылына нигеҙ һала. Ошонда уҡ Арыҫланғолдан Байбулатовтар һәм Күскилдиндар ғаиләләре күсә[1].

1863 йылда Сабаҡлы ауыл йәмғиәтенең Ишбирҙе, Әбүбәкер, Сабаҡлы, Үҙәмбай ауылдары башҡорттарының йәйләүҙәре Кесе Ҡаялы йылғаһы башынан Үлмәҫ-Үлгән йылғаһының тамағына тиклем, Үлмәҫ-Үлгән тамағынан Душа-Клиряк-Тапкан шишмәһенең инешенә ҡарай Саҡман убаһына тиклем, унан һуң Оло Ҡаялы йылғаһында һәм унан түбәнге ағымында Бөгөл урынына тиклем һуҙылған Әсетулла күленә ҡарай, Бөгөлдән йәнә Кесе Ҡаялы йылғаһының башына тиклем тип һуҙылыуы тасуирланған[2].

1917 йылдың 16 ноябрендә Ишбирҙе ауылы Башҡортостан автономияһының Үҫәргән кантоны составына инә. 1922 йылда 5 октябрҙә ауыл Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылда 20 августа Йылайыр кантоны бөтөрөлә, уның территорияһы Ырымбур губернаһы ҡарамағына күсә.

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 170

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ иҫәбе
2010[3]
170

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[4].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

  • Ишбирҙе Ишкинин — ауылға нигеҙ һалыусы, хәрби эшмәкәр. Тархан, прапорщик (1813). 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Ишбирҙе урамдары үҙгәртергә

  • 462620 Йылға аръяғындағы урамы
  • 462620 Тау буйы урамы
  • 462620 Яңы төҙөлөш урамы

Географик урыны үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 65-66. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  2. «Начиная с вершины р. Малой-Каялы до устья речки Улмяс-Ульган, от устья Улмяс-Ульгана на вершину речки Душа-Клиряк-Тапкан до убы (холма) Сакман, оттоль на озеро Асетуллы, находящееся на реке Большом Каялы и ею вниз по течению до местечка Бугуль, с Бугуля опять на вершину речки Малой Каялы… Пространство описанных кочевок занимает в окружности до 30 верст»

    Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 108. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.

  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  4. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә