Икенсе Йомағужа

(2-се Йомағужа битенән йүнәлтелде)

Икенсе Йомағужа (2-се Йомағужа; рус. Второе Юмагузино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл
Икенсе Йомағужа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Ҡыуандыҡ

Координаталар

51°34′ с. ш. 57°38′ в. д.HGЯO

Халҡы

146[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 224 825 004

ОКТМО коды

53 714 000 336

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Икенсе Йомағужа (Рәсәй)
Икенсе Йомағужа
Икенсе Йомағужа
Икенсе Йомағужа (Ырымбур өлкәһе)
Икенсе Йомағужа

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Ҡороған йылғаһы буйында (Имән тамағында) урынлашҡан.

Аҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа ауылдары барлыҡҡа килгән. Икенсе Йомағужа (Имәнтамаҡ) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2][3].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2][3]
1859 1866 1889 1892 1900 1917 1920 1926
162 248 131 315 280 441 412 357
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
146

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 98 % тәшкил итә[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 3,0 3,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  6. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.