Беренсе Йомағужа

(1-се Йомағужа битенән йүнәлтелде)

Беренсе Йомағужа (1-се Йомағужа; рус. Первое Юмагузино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл
Беренсе Йомағужа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Ҡыуандыҡ

Координаталар

51°39′ с. ш. 57°35′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Элекке исеме

Йомағужа

Халҡы

36[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 224 806 008

ОКТМО коды

53 714 000 181

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Беренсе Йомағужа (Рәсәй)
Беренсе Йомағужа
Беренсе Йомағужа
Беренсе Йомағужа (Ырымбур өлкәһе)
Беренсе Йомағужа

Географик урынлашыуы үҙгәртергә

Һаҡмар йылғаһының үҙәнендә урынлашҡан.

Тарихы үҙгәртергә

Аҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа ауылдары барлыҡҡа килгән. Беренсе Йомағужа (Тирәкле) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2]. Тәүге тапҡыр документтарҙа 1795 йылда телгә алына[3].

1816 йылда ауылда 194 башҡорт, ә 1859 йылда 177 башҡорт йәшәгәне теркәлгән. 1920 йылда 40 ихатала 211 кеше йәшәгән[4].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[5] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[6]

Халҡы үҙгәртергә

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2][3]
1795 1834 1866 1889 1892 1900 1917 1920 1926
111 619 180 162 198 127 269 206 178
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
36

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 95 % тәшкил итә[7].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 3,0 3,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Белая река, 2019. — С. 183-184. — 704 с.
  5. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  6. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  7. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.