Бесәнсе (Ырымбур өлкәһе)
Бесәнсе (Ҡаратун, 4-се Йомағужа; рус. Псянчино) — Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы составында булған юҡҡа сыҡҡан ауыл.
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәҠороған йылғаһы буйында, Беренсе Май ауылынан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған.
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылдың халыҡ атамаһы — Ҡаратун. Был ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башҡорттарының ырыу атамаһы[1].
Ауыл янында урынлашҡан күл Эйәле күл тип атала. Легенда буйынса, бында ҡасандыр күлдең «хужаһы» — йөҙ йәшлек йылан-аждаһа йәшәгән[2].
Тарихы
үҙгәртергәАҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа (Бесәнсе, Ҡаратун) ауылдары барлыҡҡа килгән.
1834 йылғы ревизияға ярашлы, ауыл Үҫәргән улусының 3-сө йортона Ҡара-Ҡыпсаҡ түбәһенә ҡараған[3].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1937–1959 йылдарҙа Ҡыуандыҡ районы Иҙелбай ауыл советына ҡараған. Аҙаҡ Медногорск ҡала советы составында.
1970-се йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан.
Халҡы
үҙгәртергә1816 | 1834 | 1859 | 1866 | 1889 | 1892 | 1901 | 1917 | 1920 | 1926 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
42 | 98 | 117 | 179 | 83 | 104 | 89 | 122 | 146 | 128 |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Иштемәс Йәноҙаҡов (1782—?) — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнашыусы.
- Әпсәләм Түләков (1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 46. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ Илимбетова А. Ф. Змея — владычица мировых вод в народном творчестве башкир. // Этногенез. История. Культура. III Юсуповские чтения. Мат.конф. – Уфа, 2018. – 326 с. — С.78.
- ↑ История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин.. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Белая река, 2019. — С. 186. — 704 с.
- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирский осенне-зимний трудовой обряд помочи деревни Псянчино Кувандыкского района Оренбургской области — башкирское название Каратун // РЕГИОНАЛЬНЫЙ ЦЕНТР РАЗВИТИЯ КУЛЬТУРЫ ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ.