Ҡытай-Көнсығыш тимер юлындағы низағ (1929)

Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы (КВЖД) низағы (Алыҫ Көнсығыш низағы) — 1929 йылда Чжань Сюэлян Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы өҫтөнән контроль алғандан һуң барлыҡҡа килгән совет-ҡытай ҡораллы низағы. Әлеге тимер юлы берлектәге совет-ҡытай предприятиеһы булып тора. Артабанғы хәрби хәрәкәттәр барышында Ҡыҙыл Армия дошманды тар-мар итә. 22 декабрҙә ҡул ҡуйылған Хабаровск протоколы низағҡа нөктә ҡуя һәм бәрелештәргә тиклемге юл статусын тергеҙә.

Ҡытай-Көнсығыш тимер юлындағы низағ
Төп конфликт: Ҡытайҙа Граждандар һуғышы
РККА яугирҙары тартып алынған Гоминьдан байраҡтары менән
РККА яугирҙары тартып алынған Гоминьдан байраҡтары менән
Дата

12 октябрь22 декабрь 1929 йыл

Урыны

Ҡытай

Нәтижә

Ҡытай ғәскәрҙәрен ҡыйратыу
Хабаровск протоколы

Ҡаршы тороусылар

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ҡытай Республикаһы Ҡытай Республикаһы

Командирҙар

Совет Социалистик Республикалар Союзы Иосиф Сталин
Совет Социалистик Республикалар Союзы Василий Блюхер
Совет Социалистик Республикалар Союзы Яков Озолин

Ҡытай Республикаһы Чан Кайши
Ҡытай Чжан Сюэлян
Ҡытай В. А. Кислицын

Ҡаршы тороусы көстәр

Ҡарағыҙ: яҡтар көстәре

Ҡарағыҙ: яҡтар көстәре

Юғалтыуҙар

281 һәләк булған
729 яраланған

яҡынса 2000 һәләк булған,
1000 яраланған,
8500 әсир

 Ҡытай-Көнсығыш тимер юлындағы низағ (1929) Викимилектә
1930 йылғы редакцияла низағ картаһы

Алдағы ваҡиғалар

үҙгәртергә

XVII быуат уртаһынан алып һәм 1912 йылға тиклем манжурҙар баҫып алған тарихи Ҡытай ысынында Цин империяһы дәүләтен булдырған баҫҡынсылар хакимлығы аҫтында булалар. Империялағы бөтә төп вазифаларҙы манжурҙар биләй, ҡытайҙар икенсе сорт кешеләре тип һанала, уларға хатта XIX быуаттың аҙағына тиклем Манжурияға барыу тыйыла. Ҡытайҙағы айырыуса хәле һәм чиновниктар араһында үларҙың ихтыяжы ҙур булыу арҡаһында, манчьжурҙар күпләп Ҡытайға күсенә. Һөҙөмтәлә Маньчжурияла халыҡтың һаны бик ныҡ кәмей — ХХ быуат башында, көнсығыш Маньчжурияны урыҫтар үҙләштерә башлағанда, урындағы халыҡ Ҡытайға күсенеп бөткән була.

Манжур тимер юлын (артабан — КВЖД) Рәсәй империяһы 1897—1901 йылдарҙа төҙөй, юл Цин империяһы территорияһы аша үтә һәм Чита ҡалаһын Порт-Артур менән тоташтыра. 1899 йылдың аҙағында Цин империяһында Ихэтуань ихтилалы башлана. Һөҙөмтәлә Амур йылғаһының уң яҡ яры 1900 йылдың сентябрендә Рәсәй империяһы контроле аҫтында булып сыға, ә октябрҙә — бөтә Маньчжурия.

1911 йылдың аҙағында Синьхай революцияһы башлана, Ҡытай милләтселәре дәүләттең бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеүҙе талап итәләр. Революция көньяҡ провинцияларҙа маньчжурҙарға ҡаршы сепаратистик хәрәкәт булараҡ башланып, тиҙ арала баҫҡынсылыҡ һуғышына әүерелә: ҡытай милләтселәре Ҡытай дәүләтен булдырыуҙы ғына түгел, ә башҡа, Цин империяһы составына ингән дәүләттәрҙе лә: Тибетты, Монголияны, хатта Маньчжурияның үҙен Ҡытай дәүләте составына индереүҙе талап тәләр. Бер үк ваҡытта, Цин империяһының тотороҡһоҙлоғо менән файҙаланып, япондар көнбайыш Манчьжурияны үҙләштерә башлайҙар. Һөҙөмтәлә 1917 йылға ҡарата Рәсәй империяһы ҡарамағында булған Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы (КВЖД) бәхәсле территорияла тороп ҡала, был территорияға Ҡытай республикаһы ла, Япония ла дәғүә белдерә, ә донъя державаларының тимер юлының һәм уға яҡын ятҡан ерҙәр киләсәге тураһында айырым фекерҙәре була.

1917 йылғы Октябрь революцияһы һуң КВЖД иң эре донъя державаларҙың бәхәс объектына әүерелә.

19181920 йылдарҙа Япония юлды үҙ ҡулдарына төшөрөп алырға маташа, Вашингтон конференцияһында Ҡытайҙың һәм бәхәскә саҡырылмаған Рәсәйҙең протесты, шулай ҡатнашыусы илдәрҙең үҙ-ара килешмәүсәнлеге генә Ҡытай-Көнсығыш тимер юлы өҫтөнән интернациональ контроль булдырыуға юл ҡуймай.

1924 йылдйылдың 31 майында СССР һәм Ҡытай араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла, ошо уҡ ваҡытта КВЖД берлектәге совет-ҡытай коммерция предприятиеһы тип таныла.

Был осорҙа Ҡытайҙа Граждандар һуғышы дауам итә. Илдең көньяғында — Кантонда — Гоминьдан хөкүмәте эш итә, уны Сунь Ятсен етәкләй, төньяҡта — Пекинда — тиҫтәләгән хәрби губернаторҙар ҡулында булған башҡа хөкүмәт, улар Янзцы йылғаһынан СССР сиктәренә тиклем контроль өсөн көрәш алып бара.

1925 йыл дың мартында Сунь Ятсен вафат була, уның вариҫы Чан Кайши Маньчжурияны баҫып алыу ниәте менән төньяҡҡа табан походын башлай.

1925 йылдың уртаһында Ҡытайҙа советтарға ҡаршы ҡотҡо әүҙемләшә, КВЖД-ла хәлдәр насарая. Харбинда оялаған аҡ эмигранттар (уларҙың күбеһе ҡытай милитаристарында хеҙмәт итә, урындағы полицияла йәки КВЖД-ла эшләй) Ҡытай-Көнсығыш тимер юлындағы провокацияларҙа әүҙем ҡатнаша[1]:

— 1925 йылдың 11 ноябрендә совет дипломатик курьер Коротков Пекиндан Мәскәүгә китеп барышлай Мукден станцияһында туҡтатыла һәм шәхси досмотрға дусар ителә, мисәт баҫылған дипломатик почтаһы асыла. Совет илселеге дипломатик курьерының һәм дипломатик почтаның тейелгеһеҙлеген боҙоу тураһында протест белдерә[2].

— 1926 йылда Ҡытай-Көнсығыш тимер юлының Цзинань станцияһында Нечаев етәкселегендәге аҡгвардееецтар отряды (Чжан Цзунчанда хеҙмәттә булалар) тарафынан совет граждандары Поздеев һәм Маракуев поездан төшөрөлә һәм ҡулға алына, аҡгвардеецтар уларға атып үлтереү менән янай. Г. В. Чичериндың протестынан һуң ғына Позднеев һәм Маракуев азат ителәләр. Һуңынан аҡгвардеецтарҙың ҡораллы отряды тағы ла бер поезды туҡтата, вагондан Ҡытайҙағы сауҙа илселеге хеҙмәткәре Новиков сығарыла[3].

— 1927 йылдың февраль айында Янцзы йылғаһында Чжан Цзолин бойороғо буйынса «Память Ленина» исемле совет сауҙа пароходы баҫып алына һәм бортта булған ике дипломатик курьер ҡулға алына һәм төрмәгә ташлана[4].

— 1927 йылдың 6 апрелендә 100-гә яҡын виновка менән ҡоралланған ҡытай полицейскиҙары һәм Чжан Цзолин һалдаттары Пекиндағы совет илселегенә бәреп инә, бер үк ваҡытта дипломатик миссияһының биналары (төп бинаһынан тыш) һәм илселек хеҙмәткәрҙәре йәшәгән йорттар баҫып алына; унда тентеү үткәрелә, шулай уҡ китапхана һәм клуб ҡыйратыла, хәрби атташе бүлмәләре яндырыла, хеҙмәткәрҙәр ҡулға алына. Һалдаттар һәм полицейскийҙар дипломатик миссия территорияһында бер нисә көн булалар, илселек мөлкәтен юҡҡа сығарыу һәм талау менән шөғөлләнәләр[5]. Артабан Тяньцзиндағы совет консуллығына һәм учрежедниеларға һөжүм ойошторола. Бынан һуң СССР дипломатик персоналды СССР-ға ҡайтара[6].

1928 йылдың йәйендә Чан Кайши Ҡытайҙың берләштереүен тамамлай һәм баш ҡаланы Нанкинға күсерә. Нанкин хөкүмәтен бөйөк державалар, шул иҫәптән СССР ҙа, Ҡытайҙың үҙәк хөкүмәте булараҡ таныйҙар. Шул уҡ ваҡытта Маньжурия ысынбарлыҡта Чжан Цзолинь улы Чжан Сюэлян контроле аҫтында ҡала.

Бер тирә Чжан Цзолинь япондарҙан тауарҙар һәм ҡорал һатып ала, ләкин 1928 йылда япондарҙан айырымланырға була һәм үлтерелә. Чжан Сюэлян, япондар менән мөнәсәбәттәрҙә Чан Кайшиның ҡурсалауы менән файҙалыу өсөн, уға ҡушыла (ул Японияға атаһының заемдары буйынса түләүҙән баш тарта). Тап Чжан Сюэляндең көстәре СССР-ға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә төп көс булып тора.

Совет яғы, уны агрессияға Чан Кайши этәргәнә, тип һанай, уны, үҙ сиратында, был аҙымға урыҫ аҡгвардеец-эмигранттар һәм көнбайыш державалары хөкүмәттәре мәжбүр итә, сөнки улар Ҡыҙыл Армияның хәрби сифаттарын һынап ҡарарға һәм төбәктә СССР-ҙың позицияларын ҡаҡшатырға теләйҙәр. Быға тиклем 1927 йылда Бөйөк Британияла, Германияла, Польшала һәм Ҡытайҙа совет илселектәре һәм сауҙа вәкиллектәренә ҡаршы дошман акциялары үткәрелә. Шулай итеп, КВЖД-лағы низағ совет яғынан империалистарҙың СССР-ға ҡаршы ҙур заговорҙың өлөшө тип ҡабул ителә.

Көнбайышта ҡытайҙарҙың тимер юлын баҫып алыуының төп сәбәбен Советтар идаралығы аҫтында КВЖД ҡытай табышының кәмеүендә күрәләр. Мәҫәлән, 1924 йылда КВЖД-ның табышы 11 миллион һум булһа, 1926 йылда — 20 миллион һум тирәһе, ә 1927 йылдан башлап юл төшөмдәре бик ныҡ кәмей башлай. 1927 йылда ул 10 миллион һумдан кәмерәк була, шул уҡ ваҡытта Канада һәм Америка эксперттары КВЖД йыл һайын 50 миллион алтын һум алып килә ала, тип раҫлайҙар[7].

Ике яҡ көстәре

үҙгәртергә
 
Ҡытай ғәскәрҙәре, КВЖД, 1929 йыл

Чжан Сюэлян командованиеһы аҫтындағы Мукден армияһы 300 000 кеше тәшкил итә, бынан тыш, сик буйы районында 70 меңгә тиклем аҡгвардеец һәм Сунгари йылға флотилияһының 11 карабы урынлаша. Төп көстәр түбәндәгесә урынлаша[8]:

  • Байкал аръяғы йүнәлешендә (Маньчжурия станцияһы — Хайлар — Цицикар районында) — 54 мең кеше, 107 пулемет, 70 орудие, 100 бомбомет, 2 бронепоезд, 3 самолет[8].
  • Благовещен йүнәлешендә — 5 меңгә тиклем кеше
  • Сунгари йүнәлешендә — 5,5 меңдән ашыу кеше, 26 пулемет, 20 орудие һәм 16 бомбомет
  • Приморье йүнәләшәндә — 63 мең кеше, 200 пулемет, 120 орудие һәм 110 бомбомет

Совет ғәскәрҙәрендә 16 481 кеше һәм 9 танк була, әммә улар яҡшыраҡ ҡоралланған һәм әҙерлекле булалар. Ғәскәрҙәргә һәм пограничниктарға тимер юлы транспорты объекттарын яҡлаған һәм хәрби йөктәрҙең һаҡлауын тәьмин иткән Уссурийск тимер юлының уҡсылар һағы ярҙам итә.

Ҡытай ғәскәрҙәре яғында, РОВС отчетынан күренеүенсә, аҡгвардееецтар һуғышмай, әммә айырым аҡ отрядтар совет территорияһына уңышһыҙ рейдтарын яһай[9].

Ваҡиғалар хронологияһы

үҙгәртергә

Башланғыс этапта

үҙгәртергә

1928 йылдың декабренән алып манчьжур властары КВЖД-ны баҫып алырға маташалар.

Матбуғат кампанияһынан һуң, 1928 йылдың 22 декабрендә, Харбин полицияһы КВЖД-ның телефон станцияһын баҫып ала[6].

29 декабрҙә КВЖД флагы төшөрөлә. Флаг Ҡытай һәм совет флагтары фрагменттарынан торған: өҫтә- биш төҫлө ҡытай, аҫта — ҡыҙыл совет. Уның урынына Гоминьдан флагы эленә.

1929 йылдың башында Ҡытай властары, совет генераль юл идаралығы бойороҡтары Ҡытай советниктары менән килешелһен, тип талап итәләр. 1929 йылдың 2 февралендә сове яғы хөкүмтәкә килеп сыҡҡан аңлашмаусанлыҡты Мукденда тикшерергә тәҡдим яһай. Әммә Харбиндағы совет генераль консулы Борис Мельников һәм Чжан Сюэляндың осрашыуы үҙ-ара ғәйепләүҙәр һәм ыҙғыш менән тамамлана.

 
Харбинда ҡытай кавалерияһы. 1929 йыл

1929 йылдың 27 майында Ҡытай полицияһы Харбиндағы совет генераль консуллығы бинаһына бәреп инә[6] һәм документтарҙың бер өлөшөн баҫып ала. Уларҙың ҡайһы берҙәре үртәлә. Тартып алған мөлкәт араһында ике оҫта эшләнгән мисәт табыла, уларҙы пропагандистик материалдар менән хаттарҙы йәбештереү һәм посылкаларҙы мисәтләү өсөн ҡулланалар һәм американ һәм япон почта хаттары рәүешендә ебәрәләр. Консуллыҡта Коминтерн хеҙмәткәрҙәре осраша тигән һылтау менән 80 кеше ҡулға алына, шул иҫәптән 42 консуллыҡ хеҙмәткәре.

Дөйөм алғанда, 1929 йылдың яҙында Ҡытай властары 2 меңдән ашыу совет граждандарын — КВЖД эшселәрен һәм хәҙмәткәрҙәрен, Харбины консуллығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡаларҙы — ҡулға алалар. СССР-ҙың законһыҙ ҡулға алынған совет граждандарына гуманлы ҡараш буйынса өндәү протест ноталарына ҡарамаҫтан, ҡулға алынғанСССР граждандары түҙгеһеҙ шарттарҙа тотола, ундан ашыу кешенең баштары киҫеп ташлана (обезглавлены)[10][11].

31 майҙа Наркоминдел урынбаҫары Карахан Мәскәүҙәге Ҡытай вәкиле Ся Вей-сунға протест нотаһын тапшыра һәм кисекмәҫтән ҡулға алынғандарҙы азат итеүҙе һәм тартып алынған мөлкәтте ҡайтарыуҙы талап итә.

1 июндә ҡытай дипломаттарының бер өлөшө Мәскәүҙе ташлап китә.

9 июлдә КВЖД директорар советы президенты Люй Чжунхуан директорҙар советы ағзаһы Фан Чикунде КВЖД-ның генераль идарасыһы урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Люй тимер юлдағы бөтә мөһим бүлектәрҙе ҡытайҙар етәкләүен һәм совет идарасыһының бөтә бойороҡтарына Фэн ҡул ҡуйы ҡуйыуын талап итә.

10 июлдә, КВЖД генераль идарасыһы А. И. Емшанов Люйҙың бойороҡтарын үтәүҙән баш тартҡас, Ҡытай властары телеграфты баҫып ала, сауҙа вәкиллеге, Далгосторг, Совторгфлот, нефть һәм текстиль синдикаты контораларын һәм тимер юл профсоюзының штаб-фатирын яба. Коммунистик пропаганда менән шөғөлләнәләр тигән һылтау менән, КВЖД совет хеҙмәткәрҙәрен ҡулға ала башлайҙар[8].

11 июлдә Люй Емшановты һәм бөтә бүлек начальниктарын эштән бушата һәм кисекмәҫтән ҡытайҙар йәки ытай подданныйлығын алған аҡ эмигранттар менән алмаштыра[6]. Былар Емшанов һәм башҡа совет хеҙмәткәрҙәре 1924 йылғы Совет-Ҡытай килешеүенең 6 статьяһын боҙоу һылтауы (Ҡытай сәйәси һәм социаль системаһына ҡаршы йүнәлтелгән пропаганда, Ҡытай хөкүмәтен ҡолатыу буйынса пландар, КВЖД-ны юҡҡа сығары һәм башҡалар)менән башҡарыла .

13 июлдә Л. М. Карахатн Мукден һәм Нанкин хөкүмәттәренә протест ноталары юллай. Унда Ҡытай властары ғәмәлдәренең законһыҙлығы күрһәтелә. Шулай уҡ унда, Манчьжур ғәскәрҙәре совет сик буйҙарына яҡынлаштылар, Мукден СССР территорияһына аҡгвардеецтар отрядтарын ебәреүҙе планлаштырыу мөмкин, тип яҙыла. Ошоғк бәйле СССР ҡәтғи протест белдерә һәм хәлдең етдилығына иғтибар итә. Шулай уҡ совет яғы, СССР граждандары азат ителһә һәи законһыҙ ғәмәлдәр туҡтатылһа, низағты тыныс юл менән хәл итеүгә әҙерлеген белдерә. Юғиһә Ҡытайҙы етди эҙемтәләр көтә.

Протест нотаһы яуапһыҙ ҡала. Харбиндағы американ консуллығы һүҙҙәренсә, Ҡытай властары Совет властары бер ҡасан да һүҙҙәрҙән эшкә күсмәйәсәгенә үҙ-үҙҙәрен ышандырғандар

15 июлдә махсус зона администраторы генарал Чан Чин-Хой КВЖД-ның бөтә китапханаларын ҡытай администрацияһына тапшырырға ҡуша, китапханаларҙа бик күп ҡиммәтле китап була. Уның бойороғона ярашлы ер милеге өсөн яуаплы КВЖД подразделениеһы Ҡытай ер администрацияһына ҡушыла, ә 12 мал һуйыу урыны һәм ике санитар станцияһы тартып алына. Шул уҡ ваҡытта идарасы урынбаҫары Фань пароходлыҡ һәм хеҙмәт процестарын яҡшыртыу эштәре буйынса бүлектәрҙе яба, ошо арҡала бик күп совет хеҙмәткәрҙәре эштән бушатыла.

16 июлдә Ҡытай яғынан Карахандың протест нотаһына яуап алына. Яуапта, Ҡытай әлеге сараларға йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн барырға мәжбүр булған, һәм төньяҡ провинциялары властарының ғәмәлдәре совет яғының законһыҙ ғәмәлдәренә яуап ҡына булып тора, тип әйтелә. Шунда уҡ бер ниндәй ғәйепһеҙ меләп ҡытай эмигранттары һәм сауҙасылар ҡулға алынған, ә иректә ҡалған бик күп ҡытайҙарҙың йәшәү өсөн аҡса эшләү мөмкинлектәре юҡ, тип белдерелә. Әгәр ҙә СССР сәйәси мотивтар менән ҡулға алынған бөтә Ҡытай граждандарын азат итһә һәм бөтә Ҡытай гражндарына, сауҙасыларға һәм ойошмаларға тейешле яҡлау гарантияланһа, Ҡытай бөтә КВЖД хеҙмәткәрҙәрен азат итергә риза.

17 июлдә совет яғы ебәргән яуапта Нинкин хөкүмәте нотаһы ҡәнәғәтләндерерлек түгел, ти п белдерелә. Низағты ыңғай хәл итеп булмағанға күрә СССР үҙенең дипломатик, консул һәм сауҙа вәкилдәрен ҡайтара һәм илдән Ҡытай официаль кешеләрҙе сығара. Килеп сыҡҡан хәл өсөн яуаплылыҡ Нинкин хөкүмәтенә йөкмәтелә.

19 июлдә Нанкин хөкүмәте башҡа державаларға әлеге низағта үҙ позицияһын аңлатҡан манифест баҫтырып сығара.

14 июлдә Пограничный станцияһы тирәһендәге тимер юл хәрәкәте туҡтатыла, ә 17 июлдә Харбиндан килгән экспресс сик буйында туҡтатыла.

20 июлдә Нанкин хөкүмәте СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөү тураһында иғлан итә.

Хәрби ғәмәлдәр

үҙгәртергә
 
«Алыҫ Көнсығыш ультиматумы» 19-сы авиация отрядының Р-1 самолеттары, 1929 й.

Киләһе бер нисә аҙна дауамында сик буйында совет ғәскәрҙәре әүҙем маневрҙар үткәрә. Совет-ҡытай сик буйы районына РККА-ның өҫтәмә частары ебәрелә[12].

аэропландар һауанан күҙәтелә, Пограничный станцияһы тирәһендә ҡеүәтле прожекторҙар ҡуйыла. Благовещенск эргәһендә артиллерия күнекмәләре үткәрелә. Ҡытай сик буйҙарында паника башлана — халыҡ советтар баҫып алыуынан хәүефләнә.

Совет-ҡытай сик буйында Ҡытай ғәскәрҙәре шулай уҡ арта[12]. Ҡытай һәм аҡ гвардеецтар отрядтары бер нисә тапҡыр СССР территорияһын утҡа тота[13].

22 июлдә Харбиндағы Мукден хөкүмәтенең сит ил эштәре буйынса вәкиле Цай Юньшэн совет консулы Мельниковҡа килешеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә: КВЖД-ның совет хеҙмәткәрҙәре азат ителәсәк, ә низағ ситуацияһы һөйләшеүҙәр тәртибендә тамамланасаҡ. Бер нисә аҙна дауамында совет һәм ҡытай яҡтары депешалар менән алышына, әммә һөҙөмтәһен. Немец хәрби советниктар Нанкин хөкимәтен СССР-ҙың һуғыш башлай алмаясағына ышандыра. Артабанғы һөйләшеүҙәр сит ил эштәре министрлығы ҡатнашлығында бара.

1929 йылдың 6 авгусында Айырым Алыҫ Көнсығыш Армияһы (ОДВА) булдырыла[12].

28 августағы яңы нотала СССР, ҡытай яғының ғәмәлдәре һуғышҡа ҡотҡо һала, тип белдерелә. 9 һәм 25 сентябрҙәге ноталары кеүек, әлеге нота ла оҙайлы ваҡыт дауамында яуапһыҙ ҡала.

Ике яҡтан да әүҙем пропаганда алып барыла: ҡытайҙар ҡыҙыармеецтарҙы йыртҡыслыҡта ғәйепләй, ә СССР ҡытайҙарҙы — аҡгвардеецтар отрядтарын субсидиялауҙа. Тикшереүҙәр Ҡыҙыл Армия яғынан хәрби енәйәттәрҙе раҫламай, шул уҡ ваҡытта Мукден хөкүмәтен аҡгвардеецтар отрядатырн совет сик буйы ҡасабаларына һөжүм итеүә ҡотортоуҙа ғәйепләү ҙә тотороҡһоҙ булып сыға. Чжан Сэюлян ысынында үҙ территорияһындағы партизан хәрәкәтен контролдә тотмай. Сик буйында йәшәгән халыҡ, совет һәм ҡытай ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтеү өсөн, үҙ-үҙҙәрен яҡлау отрядтарын ойошторалар.

Дошманды алдаштырыу маҡсатында ОДВА Байкал аръяғы төркөмө командованиеһы 21-се уҡсылар дивизияһының 62-се һәм 63-сө уҡсылар полктарының исемдәрен үҙгәртә (атап әйткәндә, 63-сө уҡсылар полуы ваҡытлыса Сибревком исемендәге 12-се уҡсылар дивизияһы 36-сы уҡсылар полкы итеп үҙгәртелә, ә операцияға бер көн ҡалғас, Манчьжурия станцияһына дөйөм телеграф буйынса оператив фарман килә: Хайларға табан хәрәкәткә әҙерләнергә. Был бойороҡ ҡытайҙарға билдле була, һәм улар операция алдынан бер дивизияны Манчьжуриянан Хайларға күсерәләр, ошоға бәйле 21-се уҡсылар дивизияһының алға ынтылышы күпкә еңеләйә[12].

Хәрби хәрәкәттәр башланыу алдынан Григорий Салнин етәкселегендә Ҡытай территорияһына РККА-ның Разведкалау идаралығы төркөмө йүнәлтелә, разведкалау төркөм 4 кешенән тора, улар Цицикар ҡалаһындағы ҡытай коммунистары ярҙамында 9 көн дайамында Ҡытай территорияһында, алдына ҡуйылған заданиены уңышлы башҡарып, ҡайта[14].

 
МС-1 танкы (Т-18), КВЖД, 1929 йыл.

КВЖД-ла совет ҡаршылығы

үҙгәртергә

КВЖД тирәһендә бик күп совет граждандары йәшәй, улар тимер юлды хеҙмәтләндерә. Низағ башланыу меән уларҙың ҡайһы берҙре Ҡытай яғына күсә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күбеһе ҡытай властары менән көрәш алып бара; КВЖД профсоюзы өндәүе буйынса эш урынына китәләр һәм пропагандистик листовкалар тараталар. 1929 йылдың 10 июленән 31 декбренә тиклем КВЖД-нан 1689 кеше эштән китә[15]. Ҡытай властары совет агитаторҙарын ҡулға ала. Мәҫәлән, 20 йәшлек студент. Н. А. Алещенко 1929 йылдың 6 авгусынан 7 авгусҡа ҡараған төндә листовкалар йәбештергән саҡта ҡулға алына. Листовкалар КВЖД эшселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен забастовкаға саҡыра[16]. Шулай уҡ йәш совет активистары диверсия, полицейскийҙар һәм Ҡытай власына лояль булған кешеләрҙе үлтереү кеүек көс алымдарын ҡуллана[17]. Ҡытай властары эштән үҙ теләге менән киткән, шулай уҡ ҡоротҡослоҡта һәм совет агитматериалдарын таратыуҙа ғәйепләнгән эшселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе Харбин тирәһендәге Сумбэй концлагерына урынлаштыралар[18]. Күп кенә тимер юлы хеҙмәтсәндәре, ауырыуға һылтанып, эштән сығалар һәм низағ тамамланыуын көтәләр, уларҙың ҡайһы берҙәре ваҡытлыса манчьжурияны ташлап торалар[19].

Сунгари һөжүм операцияһы

үҙгәртергә

12 октябрҙә Сунгари һөжүм операцияһы башлана. лахасус тирәһендә Алыҫ Көнсығыш хәрби флотилияһының артиллерия уты менән ҡытай яр буйы батареялары ҡыйратыла, ә совет авиацияһы Сунгари йылға флотилияһы караптарына һөжүм яһай. Флотилия командующийы — Я. И. Озолин. Уның ҡарамағында 14 корабль («Шквал», «Ленин», «Свердлов», «Сунь Ятсен», һәм «Ҡыҙыл пролетарий» тибындағы 4 монитор, 3 канонер кәмә — «Пролетарий», «Ҡыҙыл Байраҡ» һәм «Бүрәт»; 3 бронекатер — «Пика», «Һөңгө» һәм «Барс» һәм 4 тральщик — элекке буксир пароходтары) була. Караптарҙы утҡа тотоу һәм авиаһөжүм һөҙөмтәһендә 11 ҡытай карабынан 5 карап юҡҡа сығарыла, ә ҡалғандары Сунгари йылғаһының үрге ағымы буйлап Фугдинға сингенәләр. Бынан һуң Алыҫ Көнсығыш хәрби флотилияһынан десант төшөрөлә. Артиллерия ярҙамында 2-се уҡсылар дивизияһы ҡыҙылармеецтары ҡаланы баҫып ала һәм һуңынан совет территорияһына әйләнеп ҡайта[13].[20][21]

Ҡытай һалдаттары, Фугдин ҡалаһына барып еткәс, магазиндарҙы талай һәм граждандарҙы үлтерә башлай. Ошо уҡ ваҡытта Ҡыҙыл Армия эре хәрби складтарҙы ҡулға эләктерә, шул уҡ ваҡытта бик күп аҙыҡ-түлек. Ҡыҙыл Армияға граждандарҙан ялыуҙар булмай.

Ҡыҙыл Армия етәкселеге Ҡытай ғәскәрҙәре һан яғынан өҫтөнлөк алғанын көтмәй, тиҙ арала һөжүм операцияһын башларға тырыша. Совет яғы иғлан иткән директиваға ярашлы, ул ниндәй бәлһа территориаль дәғүәләрҙән баш тарта һәм тик милитаристик армияны ҡыйратырға һәм тотҡондарҙы азат итергә йыйына. Граждан королмалары һәм ойошмалары һөжүмгә дусар ителмәйәсәгенә махсус баҫым яһала.

Мукден властары һәм уларҙың көнбайыш союздаштары өмөттәренә ҡарамаҫтан ҡыҙылармеецтарҙың мораль рухы бик юғары булып сыға. Политработниктар һалдаттар менән махсус яҙылған йырҙарҙы өйрәнәләр:

Вьются рельсы вдалеке
И колечком вьётся дым.
Мы свою КВЖД
Никому не отдадим.
Мы дрались и будем драться,
Хоть не хочем воевать,
Мы заставим Чжана сдаться
И права наши признать.

Шулай уҡ таҡмаҡтар ҙа ижад ителә:

Чан Кайши всегда воюет,
Но напрасно ждёт побед:
Он воюет как торгует
—С перерывом на обед.

Показала свою прыть
Наша кавалерия.
Чан Кайши ночей не спит
—Стала дизентерия.

Метко бьют винтовки наши,
Хорошо свистят клинки,
Эх, и всыпали мы каши
Вам, буржуйские сынки.

Фугдин операцияһы

үҙгәртергә

30 октябрь3 ноябрь осоронда Сунгари йылғаһының ағымы буйынса 60 км өҫтәрәк Сунгари операцияһының икенсе этабы үткәрелә — Фугдин операцияһы.

1929 йылдың 30 октябрендә Сунгари йылғаһы тамағына Алыҫ Көнсығыш флотилияһының десант менән8 карабы килеп инә, улар бында торған Ҡытай сунгари флотилияһының караптарын ҡыйрата, шунан 2-се уҡсылар дивизияһының ике полкы Фуцзинь (Фугдин) ҡалаһын биләп алалар, уны 1929 йылдың 2 ноябренә тиклем тоталар, һуңынан совет территорияһына әйләнеп ҡайталар[13][20].

 
«Алыҫ көнсығыш ультиматумы» 19-сы авиация отрядының Р-1 самолеты пилоты, 1929 йыл.

Маньчжур-Чжалайнор операцияһы

үҙгәртергә

Совет һөжүме ике нығытылған төбәккә йүнәлтелә, уларҙың үҙәктәре Маньчжоули (Manzhouli) һәм Чжалайнор (Zhalainuoer) ҡалаларындпа була. был райондарҙа ҡытайҙар күп километрлыҡ танкыға ҡаршы соҡорҙар ҡаҙалар һәм нығытмалар төҙөйҙәр.

Һөжүм 17 ноябргә ҡараған төндә башлана. Бик һыуыҡ була — −20 °C. Һөжүмдең көтөлмәгәнлек эффектын көсәйтеү өсөн тейешле маскировка буйынса саралар күрелә. Д. С. Фролов етәкселегендәге оператив төркөм дәүләт сиген үтә, ҙхан үрен үтә һәм, 30 км тирәһе үткәс, Манчьжурия ҡалаһынан көньяҡҡараҡ 8 км алыҫлығта Беляно руднигын баҫып ала, шунан юлдары киҫеп, ҡаланан көнбайышиараҡ һәм көньяҡтараҡ бейеклектәрҙе биләй. Бер үк ваҡытта төньяҡтан ҡалаға Стрельцовтың төркөмө килеп етә. Ҡамау дүңгәләген көнсығыштан килеп еткән 106-сы уҡсылар полкы һәм Бүрәт кавалерия дивизионы тоташтыра. Улар артынан 6 совет самолеты ҡалалағы хәрби объекттарға һөжүм итәләр (казармалар ҡыйратыла һәмрадиостанция эштән сығарыла), ә өс самолет Любенсянь ҡәлғәһенә бомбалар ташлағандан һуң янғындар тоҡана. Буталыш менән файҙаланып, Стрельцов төркөмөнөң бер уҡсылар ротаһы артиллерия уты ышығы аҫтында Ҡаланың төньяғындағы ҡытай окоптарына бәреп инә[12].

Совет кавалерияһы Чжалайнор тирәһендә тимер юлды киҫкәнгә күрә, ҡытай ғәскәрҙәре сигенә лә, өҫтәмә көс тә ала алмай.

1929 йылдың 17 ноябренән 18 ноябргә ҡарата дошман ҡаланан көньяҡҡа табан сығырға маташа, һөҙөмтәлә Бүрәт кавалерия дивизионы 444. 88 бейеклеген ҡалдыра һәм Абағайтуй раъезына сигенә. 21-се уҡсылар дивизияһы командиры П. И. Ашахманов дүрт йөк машинаһында тиҙ арала Беляно районына Чиатнан килгән өҫтәмә көстәрҙе ташлай: 61-с- Оса уҡсылар полкының бер ротаһын һәм йәйәүле разведчиктар командаһын, улар контратака үткәрәләр һәм дошманды ҡыҫырыҡлайҙар[12].

18 ноябрҙә Арғын йылғһын боҙ өҫтөнән үтеп, 5-се кубань кавалерия бригадаһы (командиры — К. К. Рокоссовский) һөжүм башлай, ул 36-сы Байкал аръяғы уҡсылар дивизияһы подразделениелары менән берлектә гарнизондың ҡамауҙан сығыуға икенсе маташыуын туҡтата[12].

Шул уҡ көндө РККА-ның 35-се һәм 36-сы уҡсылар дивизиялары яугирҙары МС-1 танкылары ярҙамында дошмандың ҡаршылашыуын туҡтатыуға өлгәшәләр. Инженер нығытмаларына һәм ҡытай ғәскәрҙәренең ҡаты ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, Чжалайнор ҡалаһы яулап алына[12].

 
МС-1 музейҙа. 2013 йыл

Совет частары Чжалайнор ингәндә ҡала хаос хәлендә була. тәҙәрәләр ярылған, урамдарҙа ташлап ҡалдырылған хәрби мөлкәт.

19 ноябрҙә Ҡыҙыл Армияһы Маньчжоулиға табан борола, Чжалайнорҙан көньяҡтараҡ һәм көньяҡ-көнбайыштараҡ ятҡан ҡытай нығытмалары сәғәт ярымдан баҫып алына.

20 ноябрҙең иртәһендә С С. Вострецов көстәре Маньчжоули ҡалаһын ҡамауға алалар һәм ҡытай властарына ультиматум белдерәләр. Ошо уҡ көндө ҡала яулана.

Чжалайнор һәм Маньчжоули ҡалалры өсөн алыштарҙа РККА 123 хәрби хеҙмәткәрҙе юғалта, 605 кеше яралана. Ҡытай ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары байтаҡҡа күп була — яҡынса 1500 кеше һәләк була һәм 8000 кеше әсирлеккә эләгә, 15-се һәм 17-се бригадалар ҡыйратыла, артиллерия орудиелары, ике бронепоезд, бик күп хәрби мөлкәт трофейға әйләнә. Штабы менән әсирлеккә Төньяҡүкөнбайыш фронты командующийы Лян Чжу-цзян һәм Мукден армияһының 250 тирәһе офицер эләгә[12].

Хабаровск протоколы

үҙгәртергә

19 ноябрҙә сит ил эштәре буйынса вәкил хабаровскиҙа Цай Юньшэн Хабаровсклағы Наркоминдел вәкиле А. Смановскийға телеграмма һуға: Харбиндағы совет консуллығының ике элекке хеҙмәткәре Пограничны- Гродеково фронты йүнәлешенә юлға сығалар һәм уларҙы ҡаршы алыуҙарын үтенәләр. 21 ноябрҙә ике урыҫ — Ҡытай менән дипломатик бәйләнештәр өҙөлгәндән һуң совет граждандарына ярҙам итеү өсөн Харбинда ҡалдырылған Кокорин һәм КВЖД-ның элекке тәржемәсеһе Нечаев Пограничный станцияһы тирәһендә совет яғына күсәләр, улар менән бергә бер ҡытай полковнигы була. Кокорин совет властарына Цай Юньшэндың хатын тапшыра: Мукден һәм Нанкин хөкүмәттәре Юньшэнды кисекмәҫтән солох һөйләшеүҙәрен башларға тәғәйенлә һәм уның менән осрашыу өсөн СССР-ҙы рәсми кешене тәғәйенләүҙе һорай.

22 ноябрҙә Симановский уларға совет хөкүмәтенең яуабын тапшыра, һәм өс илсе Харбмнға кире китә. Яуап телеграммаһында, ССССр низағты яйларға әҙер булыуын, әммә Ҡытай 1924 йылғы Пекин һәм Мукден килешеүҙәре нигеҙендә КВЖД-ла статус-кво танымайынса, юл идарасыһын вазифаһында тергеҙмәйенсә һәм бөтә ҡулға алынғандарҙы иреккә сығармайынса, һөйләшеүҙәрҙе элекке шарттарҙа алып барыуҙы мөмкин тип тапмай. Ошо шарттар үтәлеү менән СССР КВЖД низағы арҡаһында ҡулға алынғандарҙы шулай уҡ азат итәсәк, ә совет яғы солох конференцияһында ҡатнашасаҡ, тип белдерә. Чжан Сюэлян ризалығын белдерә — уның яуабы Наркоиндепға 27 ноябрҙә килә. М. М. Литвинов шул уҡ көндә яуап бирә һәм Чжан Сэюляндан үҙ вәкилен Хабаровскиға ебәреүҙе һорай.

1929 йылдың 3 декабрендә Цай Юньшэн һәм Симановский килешеүгә ҡул ҡуялар. 5 декабрҙә ҙЧжан Сюэлян шарттарға ризалығын раҫлай. 13 декабрҙә Цай Юньшэн Хабаровскиҙан килә. Люй Чжунхуа КВЖД президенты булараҡ 7 декабрҙән вәкәләттәрен туҡтата тип иғлан ителә. Симановский, совет хөкүмәте юлдың генераль идарасыһы итеп Ю. В. рудой тәғәйенләнә, тип иғлан итә.

22 декабрҙә Хабаровск протоколына ҡул ҡуйыла, уға ярашлы КВЖД совет-ҡытай берлектәге предприятие тип таныла[8]. 30 декабрҙә Рудый үҙ бурысын үтәүгә тотона.

Һөҙөмтәләре

үҙгәртергә

Хабаровск протоколына ҡул ҡуйылғандан һуң бөтә хәрби әсирҙәр һәм КВЖД низағы арҡаһында ҡулға алынғандар иреккә ебәрелә[6], ә совет ғәскәрҙәре Ҡытай территорияһынан сығарыла. Һуңғы отряд СССР-ға 1929 йылдың 25 декабрендә әйләнеп ҡайта. Тиҙҙән КВЖД-ның ғәҙәти эше тергеҙелә.

Совет командованиеһы Ҡытай халҡы менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу, СССР — Ҡытай дуҫлығын нығытыу буйынса байтаҡ эштәр үткәрә. Халыҡ менн йыйылыштар. әңгәмәләр һәм асыҡ киносеанстар үткәрелә, ҡытай телендәге листовкалар һәм совет гәзиттәре таратыла; крәҫтиәндәргә һәм ҡала халҡына 2 мең боттан ашыу он, икмәк, шәкәр һәм башҡа аҙыҡ-түлек; бынан тыш, халыҡҡа РККА трофейҙары иҫәндә булған аттар һәм сбруйҙар ҡайтарыла. Һөҙөмтәлә ҡытай халҡының СССР-ға һәм совет хәрби хеҙмәткәрҙәренә ҡарашы яҡшыра, ә Манчьжурия ҡалаһының управаһы ҡыҙылармеецтарға рәхмәт белдергән ике ҡарар сығара[12].

Ҡытай әсирҙәре менән һәйбәт мөнәсәбәттәр булдырыла, бик яҡшы ашаталар, улар менән агитация- аңлатыу эш үткәрелә. Яраланғандарға һәм ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтәләр[12]. барактарҙа ҡытай телендә «Беҙ һәм Ҡыҙыл армия — туғандар!» Лагерҙа «Ҡыҙыл ҡытай һалдаттары» исеме аҫтында гәзит сыға. Ике көндән 27 хәрби тотҡон комсомолға инеү тураһында ғаризалар бирә, ә 1240 кеше СССР-ҙа ҡалырға теләк белдерә.

КВЖД-лағы низағ Маньчжурияла аҡ эмигранттарҙың хәле ҡырҡа көсһөҙләндерә. Совет ғәскәрҙәре операция барышында бик күп аҡ эмигранттарҙы ҡулға алалар һәм СССР-ға сығаралар. 1930 йылдың 31 июлендәге ОГПУ справкаһына ярашлы Манчьжуриянан СССР-ға 244 аҡтар алып китәләр: 96 Ҡытай подданныйы, 129 апатрид һәм 19 совет гражданы[22]. Уларҙың күбеһе, гражданлыҡҡа ҡарамаҫтан, язалана. Шул уҡ справкала, әлеге 244 аҡтар араһынан 153 кеше (59 ҡытай подданныйы, 90 апатрид һәм 4 совет гражданы) атып үлтерелә, 74 кеше төрлө сроктарға хөкөм ителә, 16 кеше тикшереү аҫтында була һәм бер генә кеше иреккә сығарыла[23].

низағ тамамланғандан һуң совет яғы КВЖД персоналаның таҙартыуын үткәрә. низағ ваҡытында эштән киткән кешеләр вазифаларында тергеҙелә, уларға ҡаҙна торлағы бирелә һәм эштән киткән ваҡыттан алып вазифала тергеҙелгәнгә иклем осор өсөн эш хаҡы түләнә[24]. Әгәр улар эштә тергеҙелеүҙән баш тартһалар, уларға пособие түләнә. низағ ваҡытында эшкә алынғандар бер ниндәй түләүһеҙ эштән бушатыла. 1930 йылдың 29 сентябрендәге бойороҡҡа ярашлы икеләтә гражданлыҡ өсөн низағ ваҡытында ҡытай подданныйлығын алған совет граждандары эштән бушатыла[25].

1931 йылда Маньчжурияны Япония тулыһынса оккупациялай. 1935 йылда юл тирәһендәге бик күп провокацияларҙан һуң СССР КВЖД-ны Маньчжоу-гоға һата..

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә

Отпор тимер юлы станцияһында К. Д. Запаринға һәйкәл ҡуйыла. Запарин — М. В. Фрунзе исемендәге Омск пехота училищеһын тамамлаусы, взвод командиры, граната менән дошман блиндажын шартлата, әммә яраланып, әсирлеккә эләгә һәм ҡаты язаланғандан һуң ҡытайҙар тарафынан атып үлтерелә[12][26].

Хабаровскиҙа Азатлыҡ майҙанында (хәҙер . Ленин майҙаны) ОДВА-ның биш яугиры ерләнгән, һәйкәл ҡуйылған, уны 1986 йылда һүтәләр. 2017 йылда майҙандағы ҡәберлектә иҫтәлекле таҡтаташ яңыртыла[27][28].

Наградалары

үҙгәртергә

Хәрби ғәмәлдәр тамамланғандан һуң Айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы, 21-се Пермь уҡсылар дивизияһы һәм 63-сө уҡсылар полкы Почётлы революцион Ҡыҙыл Байраҡтар, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән Алыҫ Көнсығыш флотилия[29], РККА-ның 35-се уҡсылар дивизияһы 105-се Ленинград уҡсылар полкы, Алыҫ Көнсығыш крайы буйынса ОГПУ Идаралығы һәм 500-ҙән ашыу яугир бүләкләнәләр; С. С. Вострецов — Почётлы революцион ҡорал, ә Приморье ғәскәрҙәр төркөмөнөң артиллерия батареяһы командиры М. А. Таубе һәм 105-се уҡсылар полкының 9 командиры исемле ҡорал менән бүләкләнә Бынан тыш, 1930 йылдың 13 майында КВЖД-лағы низағты бөтөрөү ваҡытында хәрби операцилар менән етәкселек итеү өсөн В. К. Блюхер Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[30], ә Златоуст механик заводы коллективынан В. К. Блюхеру бүләк ҡоралы — ҡара тоноҡ иретмә һәм алтын менән биҙәлгән шашка тапшырыла[31].

Шулай уҡ КВЖД-лағы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашҡандарҙың бөтәһе лә КВЖД-ла хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашыусы билдәһе менән бүләкләнә[13]. Ошо уҡ ваҡытта хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашҡан РККА һәм Алыҫ Көнсығыш хәрби флотилияһы яугирҙары, шулай уҡ армия тылының һағын тәьмин иткән Осоавиахим отрядтары яугирҙары - «Бойцу ОКДВА. ОСОАВИАХИМ», ә хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашҡан Алыҫ Көнсығыш крайының Ҡыҙыл Байраҡ сик буйы һағы пограничниктары «ОСОАВИАХИМ. Бойцу КПО ДВК. КВЖД» яҙыулы билдә алалар[32].

  • Государственная граница. Восточный рубеж

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Долг и отвага: Рассказы о дипкурьерах. — М.: Политиздат, 1988. — С. 110.
  2. Долг и отвага: Рассказы о дипкурьерах. — М.: Политиздат, 1988. — С. 338—339.
  3. Долг и отвага: Рассказы о дипкурьерах. — М.: Политиздат, 1988. — С. 245.
  4. Долг и отвага: Рассказы о дипкурьерах. — М.: Политиздат, 1988. — С. 289.
  5. Долг и отвага: Рассказы о дипкурьерах. — М.: Политиздат, 1988. — С. 290—291.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Международные отношения на Дальнем Востоке (1870—1945 гг.) / Под общ. ред. Е. М. Жукова. М.: Госполитиздат, 1951. — С. 392—393.
  7. Otto Mossdorf. Der Mandschuriche Konflikt des Jahres 1929. — С. 50—63.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Советско-китайский конфликт 1929 // Советская историческая энциклопедия / Гл. ред. Е. М. Жуков. — М.: Государственное научное издательство «Советская энциклопедия», 1971. — Том 13. — С. 155.
  9. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 218. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  10. Винаров И. Ц. Бойцы тихого фронта. — София: Свят, 1989. — С. 195.
  11. М. В. Кротова ИЗ ИСТОРИИ КОНФЛИКТА НА КВЖД: КИТАЙСКИЙ КОНЦЕНТРАЦИОННЫЙ ЛАГЕРЬ ДЛЯ СОВЕТСКИХ ГРАЖДАН 2020 йыл 19 июнь архивланған.
  12. 12,00 12,01 12,02 12,03 12,04 12,05 12,06 12,07 12,08 12,09 12,10 12,11 В пламени и славе: Очерки истории Краснознамённого Сибирского военного округа. — 2-е изд., испр. и доп. — Новосибирск: Новосибирское книжное издательство, 1988. — С. 50—54.
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 Советско-китайский конфликт 1929 // Советская военная энциклопедия (в 8 тт.) / Ред. Н. В. Огарков. — Том 7. — М.: Воениздат, 1979. — С. 416.
  14. Винаров И. Ц. Бойцы тихого фронта. — София: Свят, 1989. — С. 197—204.
  15. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 198. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  16. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 208. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  17. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 209. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  18. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 210. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  19. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 211—212. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  20. 20,0 20,1 Амурские мониторы // Моделист-конструктор. — 1985. — № 1.
  21. Флагман Амурской флотилии // Моделист-конструктор. — 1991. — № 4.
  22. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 219. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  23. Подсчитано по:

    Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 219. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  24. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.). Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 222. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  25. Кротова М. В. СССР и российская эмиграция в Маньчжурии (1920-е — 1950-е гг.): Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — СПб., 2014. — С. 223—224. Режим доступа: http://www.spbiiran.nw.ru/предзащита-9/
  26. В Сибири рождённое: Страницы истории Омского общевойскового командного дважды Краснознамённого училища им. М. В. Фрунзе. — Омск: Омское книжное издательство, 1987. — С. 51.
  27. Кто захоронен на площади им. Ленина в Хабаровске? << Новости | Дебри-ДВ. debri-dv.com. Дата обращения: 23 ноябрь 2017.
  28. На площади им. Ленина в Хабаровске восстановлен памятный знак бойцам ОДВА << Новости | Дебри-ДВ. debri-dv.com. Дата обращения: 23 ноябрь 2017.
  29. Захаров М. В. Генеральный штаб в предвоенные годы. — М.: Воениздат, 1989. — С. 42.
  30. Ордена и медали СССР / Сост. Г. И. Гребенникова, Р. С. Каткова. — М.: Планета, 1982. — С. 21.
  31. Память о подвиге: По залам Центрального ордена Красной звезды музея Вооружённых Сил СССР. — М.: Московский рабочий, 1985. — С. 120.
  32. Доманк А. С. Знаки воинской доблести. — 2-е изд., пер. и доп. — М.: Изд-во ДОСААФ СССР, 1990. — С. 29—30.
  • Антонов К. В. Некоторые итоги конфликта на КВжд // Советское государство и революция права. : статья. — М.: Изд-во Ком. Акад, 1930. — № 2. — С. 122—138.
  • Бутлицкий Е., Теплов Д. Военная угроза на Дальнем Востоке: Что происходит на Советско-китайской границе. — М.: ГИЗ, 1929.
  • Иванов С. В. В борьбе за мир. О Краснознамённой Дальневосточной. — Хабаровск: 1930
  • Конев Н. На советско-китайской границе. — М., 1930.
  • Костарёв Н. К. Граница на замке: Очерки об ОДВА. — М.; Л.: Молодая гвардия, 1930.
  • Липман Н. Записки красноармейца-дальневосточника. — М., 1930.
  • Харджиев Н. Особая Дальневосточная. — М., 1930.
  • Советско-китайский конфликт 1929 г. Сборник документов. — М.: 1930. — 89 с.
  • Горшенин И. Маньчжурия и угроза японо-американской войны. — М.: Партийное издательство, 1933.
  • Савранский Б. По долинам, по загорьям… // Вокруг света. — 1934. — № 6, июнь. — С. 15—21.
  • Кулагин В. М., Яковлев Н. Н. Подвиг Особой Дальневосточной. — М.: Молодая гвардия, 1970
  • Чугунов А. (канд. ист. наук, подполковник). Провокации китайских милитаристов на советской дальневосточной границе в 1929 году и их пресечение // Военно-исторический журнал. — 1972. — № 8. — С. 70—75.
  • Чуйков В. О конфликте на КВЖД // Военно-исторический журнал. — 1976. — № 7.
  • Чуйков В. И. Миссия в Китае. — М.: Воениздат, 1983.
  • Федюнинский И. И. На Востоке. — М.: Воениздат, 1985.
  • Ҡалып:Книга:А.В. Шталь:Малые войны 1920–1930-х
  • Ларин М. Ю., Хватов А. В. Неизвестные войны России. — М.: ООО «Дом Славянской книги», 2012. — 480 с.
  • George Alexander Lensen. The Damned Inheritance. The Soviet Union and the Manchurian Crises. 1924—1935, Ann Arbor 1974.

Һылтанмалар

үҙгәртергә