Коммунистик интернационал
Коммунистик интернационал (Коминтерн, 3-сө Интернационал) — 1919—1943 йылдарҙағы төрлө илдәрҙең коммунистик партияларын берләштергән халыҡ-ара ойошма.
Коммунистик интернационал | |
Нигеҙләү датаһы | 2 март 1919 |
---|---|
Архивы хранятся в | Музей современной истории (Париж)[d][1] һәм Федеральный архив Германии[d] |
Нигеҙләүсе | Ленин Владимир Ильич |
Етәксе | Зиновьев Григорий Евсеевич, Бухарин Николай Иванович һәм Георгий Димитров[d] |
Генеральный секретарь | Георгий Димитров[d] |
Дәүләт | СССР |
Сәйәси идеология | марксизм-ленинизм[d], коммунизм һәм ленинизм[d] |
Молодёжное крыло | Коммунистический интернационал молодёжи[d] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Антиимпериалистическая лига[d] һәм Ҡытай коммунистар партияһы[d][2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, СССР |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Коминформ[d] һәм Четвёртый интернационал[d] |
Алмаштырылған | Коминформ[d] |
Алыштырған | Икенсе интернационал[d] |
Төҫ | Ҡыҙыл төҫ |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 15 май 1943 |
Коммунистик интернационал Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәӨсөнсө интернационалды төҙөү мәсьәләһе Беренсе донъя һуғышы башланыу менән һуғышта ҡатнашҡан илдәрҙең Икенсе интернационал лидерҙарына ярҙам итеү йөҙөнән барлыҡҡа килә. В. И. Ленин Интернационалды булдырыу мәсьәләһен РСДРП-ның Үҙәк Комитетының 1914 йылдың 1 ноябрендә сыҡҡан «Һуғыш һәм Рәсәй социал-демократияһы» манифестында ҡуя. Һул социал-демократтарҙың тупланыуына һуғышҡа ҡаршы Циммервальд һәм Кинталь конференцияларҙың үткәрелеүе, Циммервальд берләшмәһе составында Циммерваль һул төркөмө булдырылыуы мөһим өлөш индерә.
Коминтернға 1919 йылдың 2 мартында революцион милләт-ара идеяларҙы дөйөмләштереү һәм таратыу өсөн һәм Икенсе интернационалдың реформистик социализмына ҡаршы булараҡ РКП(б)-ның һәм уның етәксеһе В. И. Лениндың башланғысы буйынса нигеҙ һалына. Икенсе интернационалдың Беренсе донъя һуғышы һәм Октябрь революцияһына ҡарата позицияһы айырымланыуға булышлыҡ итә.
Коминтерн конгрестары
үҙгәртергә- 1-се (ойоштороу)
Мәскәүҙә, 1919 йылдың март айыда үтә, 35 партиянан һәм 21 илдән 52 делегат ҡатнаша.
- 2-се
1920 йылдың 19 июль — 7 авгусында Петроградта үтә. Конгреста коммунистик хәрәкәтенең тактика һәм стратегияһы тураһында бер нисә ҡарар ҡабул итә: компартияларҙың милли-азтлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыу формалары, Коминтернға инеү шарттары, Коминтерндың Уставы һәм башҡалар тураһында. Коминтерндың халыҡ-ара бүлеге ойошторола.
- 3-сө
Ноябрь — декабрь 1922 й; 58 партия ойошмаһынан делегат булып ҡатнаша һәм донъя илдәрендә 66 408. Съезд ҡарары менән булдырылған халыҡ-ара революция көрәшселәренә ярҙам итеү ойошмаһы.
- 5-се
1924 йылдың июнь — июле. Европалағы революцион сығыштарҙың еңелеү күҙлегенән сығып, милли компартияларҙы большевиклаштырыуы һәм уларҙың тактикаһы буйынса ҡарарҙар ҡабул итә.
- 6-сы
1928 йылдың июль — сентябре
Конгресс яңы этапҡа күсеүсе бөтә донъя-сәйәси хәлгә баһа бирә, ситуация донъя иҡтисади көрсөгө һәм синыф көрәшенең көсәйеүе менән айырылып тора, социал-фашизм һәм коммунистарҙың һул һәм уң социал-демократтары менән сәйәси хеҙмәттәшлектең мөмкин түгеллеге тураһындағы тезисты нығыта, Коммунистик интернационалдың Программаһын һәм Уставын ҡабул итә.
- 7-се
1935 йылдың 25 июль — 20 авгусы. Ултырыштарҙың төп темаһы — арта барған фашистик ҡурҡынысы менән көрәштә көстәрҙең бергә тупланыуы буйынса мәсьәләне хәл итеү. Төрлө сәйәси ҡараштағы хеҙмәтсәндәрҙең эшмәкәрлеген яраштырыу органы булараҡ Бәрҙәм эшселәр фронты ойошторола.
Һул коммунизм яҡлылары — тәүге ике конгресты, троцкистар — тәүге дүртте таныйҙар.
Репрессиялар
үҙгәртергә1935 йылда шикелле [Визнер] миңә Мәскәүҙә барған Коминтерн конгресына саҡырыу билетын бирҙе. Унда СССР-ҙа ул ваҡыт өсөн бик үҙенсәлекле мөхит тыуҙырлған ине. Делегаттар, докладсыларға иғтибар итмәйенсә, зал буйлап йөрөйҙәр, бер-береһе менән аралашалар, көләләр. Ә Сталин сәхнәлә президиум артында йөрөй һәм ризаһыҙлыҡ менән төрөпкәһен тарта. Был башбаштаҡлыҡ уға оҡшамағаны күренеп тора ине. Бәлки, Сталиндың Коминтернға ҡарата ошо мөнәсәбәте уның күп кенә эшмәкәрҙәрен, улар иҫәбендә Визнерҙы ла, ҡулға алыуҙа үҙенең ролен уйнағандыр.— СССР Совнаркомының рәйесе урынбаҫары Михаил Смиртюковтың хәтирәләренән
1937—1938 йылдарҙағы «Оло террор» һөҙөмтәһендә Коминтерндың күп кенә секциялары юҡҡа сығарыла, ә поляк секцияһы рәсми рәүештә таратыла.
Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында СССР-ҙа булып сыҡҡан халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәрҙәренә ҡаршы репрессиялар 1939 йылдағы Германия менән СССР араһында һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөлгәнгә тиклем үк башлана.
1937 йылдың беренсе яртыһында уҡ Германия компартияһы етәкселәре Х. Эберлейн, Г. Реммеле, Г. Нойман, Ф. Шульте, Г. Киппенбергер, Югославия компартия етәкселәре М. Горкич, М. Филиппович, саҡ ҡына һуңғараҡ Испаниянан ҡайтҡан В Чопич та ҡулға алына. Шул уҡ ваҡытта халыҡ- ара коммунистик хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре венгр Бела Кун, Польша компартияһының бер нисә етәксеһе — Э. Прухняк, Я. Пашин, Я. Пашин, Ю. Ленский, М. Кошутская һәм башҡа күптәр репрессиялана. Греция Компартияһының элекке генераль секретары А. Каитас ҡулға алына һәм атып үлтерелә. Шулай уҡ Иран Компартияһының етәкселәренең береһе, Коминтерн Башҡарма комитеты ағзаһы, Коминтерндың II, III, IV, VI конгрестары делегаты А. Солтан-Заде ла репрессияға дусар була.
Сталиндың троцкизмға, большевиктарға, советтарға ҡаршы көрәштә ғәйепләүҙәре 1933 йылда уҡ Польша Компартияһы етәксеһе Ежи Чешейко- Сохацкийҙы ҡулға алыуға һәм башҡа ҡайһы бер поляк коммунистары етәкселәрен (Э. Прухняк, Я. Пашин, Ю. Ленский, М. Кошутская һәм башҡаларҙы) язалауға дусар итә. Ҡалғандарҙы репрессиялар 1937 йылда ҡыуып етә. 1938 йылда Коминтерн Исполкомы президиумының Польша Компартияһын тарҡатыу тураһында ҡарары сыға. Репрессиялар тулҡынына Венгрия компартияһына нигеҙ һалыусылары һәм Венгрия Совет Республикааһы етәкселәре Бела Кун, Ф. Байаки, Д. Боканьи, Й. Келен, И. Рабинович, Ш. Сабадош, Л. Гавро, Ф. Карикаш эләгәләр.
СССР-ға күсеп килгән күп кенә болгар коммунистары репрессиялана, шул иҫәптән, Р. Аврамов, Х. Раковский, Б. Стомоняков. Репрессиялар Румыния коммунистарына ла ҡағыла. Финляндия Компартияһына нигеҙ һалыусылар Г. Ровио һәм А. Шотман, Финляндия Компартияһының Генераль секретары К. Маннер һәм башҡа бик күп фин интернационалистары репрессиялана. 1930-сы йылдарҙа СССР-ҙа йәшәгән йөҙҙән ашыу итальян коммунистары ҡулға алына һәм лагерҙарға ебәрелә. Массауи репрессияларға Латвия, Литва, Эстония, Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссияның (СССР-ға ингәнгә тиклем) етәкселәре һәм компартиялары активы язаға тарттыралалар.
Коминтернды таратыу
үҙгәртергәФормаль рәүештә Коминтерн 1943 йылдың 15 майында таратыла. Коминтернды таратыу тураһында белдереп, Сталин көнбайыш союздаштарына ул, йәнәһе, Европа илдәре территорияларында совет, коммунистик режимын урынлаштырыу буйынса пландары булмауын күрһәтергә тырыша. Өҫтәүенә, 1940-сы йылдар башына Коминтерндың халыҡ-ара абруйы бик түбән була, ә нацистар континенталь Европала Коминтерндың бөтә ячейкаларын тиерлек юҡҡа сығарған була. ВКП(б)-ның һәм шәхсән Сталиндың 1920 йылдар урталарында Коминтернға ҡарата өҫтөнлөккә ынтылыштары, шулай уҡ Коминтерндың бөтә структураларын тиерлек бөтөрөү (Исполкомдан һәм Йәштәр интернационалынан башҡа) 1930-сы йылдар уртаһындағы Сталин репрессиялары йылдарында үҙ ролен уйнай. Әммә Коминтерндың Исполкомы бөтөрөлмәй, ә ВКП(б) Үҙәк Комитетының Халыҡ-ара бүлеге итеп үҙгәртелә.
Коминформ
үҙгәртергә1947 йылдың сентябрь айында, 1947 йылдың июнендә үткән Маршал ярҙамы тураһында Париж конференцияһынан һуң, Сталин социалистик партияларҙы йыйып ала һәм Коминформды булдыра — Коммунистик мәғлүмәт бюроһы ( Коминтернды алмаштыра) — Албания, Болгария, Чехословакия, Франция, Венгрия, Италия, Польша, Румыния, Советтар Союзы һәм Югославияның коммунистик партиялары булдырған селтәр (1948 йылда Сталин менән Тито араһындағы ҡаршылыҡтар арҡаһында Югославия Коминформдан сығарыла).
Коминформ 1956 йылда КПСС-тың ХХ съезынан һуң ғәмәлдән сығарыла[3]. Коминформдың формаль вариҫы булмай, әммә Иҡтисади үҙ-ара ярҙамлашыу советы (СЭВ) һәм Варшава Килешеүе ойошмаһы (ОВД), шулай уҡ СССР-ға дуҫтарса мөнәсәбәттә булған коммунистик һәм эшселәр партияларының әленән-әле үткәрелгән кәңәшмәләре ошолайыраҡ ролде уйнайҙар.
Коминтерндың структураһы
үҙгәртергә1920 йылдың авгусында ҡабул ителгән Коминтерндың уставынан: Асылда, Коммунистик Интернационалы ысынында һәм факт буйынса берҙәм бөтә донъя коммунистик партияһын сағылдырырға тейеш, уның айырым секциялары һәр илдә ғәмәлдә булған партиялар була.
Етәкселек органдары
үҙгәртергәКоминтерндың етәкселек органы Коммунистик интернационалдың Башҡарма комитеты (ИККА) була. 1922 йылға тиклем ул коммунистик партиялар делегат итеп ебәргән вәкилдәрҙән төҙөлә. 1922 йылдан алып ул Коминтерндың Конгресы тарафынан һайлана.
1919 йылдың июлендә КИБК-тың Кесе Бюроһы ойошторола. 1921 йылдың сентябрендә КИБК-тың Президиумы тип үҙгәртелә.
1919 йылда башлыса ойоштороу һәм кадр мәсьәләләре менән шөғөлләнгән КИБК-тың Секретариаты ойошторола. 1926 йылға тиклем ғәмәлдә була.
1921 йылда КИБК-тың Ойоштороу бюроһы (Оргбюро) булдырыла, 1926 йылға тиклем ғәмәлдә була.
1921 йылда Интернациональ контроль комиссияһы ойошторола, комиссияның бурыстарына КИБК аппаратының эшен тикшереү, финанстарҙыңң ревизияһы, шулай уҡ айырым секцияларҙың (партияларҙың) тикшереү инә.
1919 йылдан алып 1926 йылға тиклем КИБК-ның Рәйесе Григорий Зиновьев була. 1926 йылда КИБК-ның Рәйесе вазифаһы бөтөрөлә. Уның урынына туғыҙ кешенән торған КИБК-ның Политсекретариаты төҙөлә. 1929 йылдың август айында Политсекретариаттың составынан мөһим сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсаты менән Политкомиссия бүленеп сыға (КИБК Политсекретариатының Политкомиссияһы). Комиссияға О. Куусинен, Д. Мануильский, Германия Коммунистик партияһы вәкиле, һәм тағы ла бер кандидат — О. Пятницкий.
1935 йылда КИБК Генераль секретары вазифаһы булдырыла. Вазифаны Г. Димитров биләй. Политсекретариат һәм Политкомиссия юҡҡа сығарыла КИБК-ның Политсекретариаты ҡабаттан булдырыла.
Коминтерндың коллектив ағзалары һәм уға эйәргән ойошмалар
үҙгәртергә- Революционерҙарға ярҙам итеү Халыҡ-ара ойошмаһы (МОПР, «Красная помощь»)
- Профинтерн
- Межрабпом
- Крестинтерн
- Йәштәр коммунистик интернационал (КИМ)
- Антиимпериалистик лигаһы
- Спортинтерн
- Ҡатын-ҡыҙ халыҡ-ара секретариаты
- Революцион яҙыусылары халыҡ-ара берләшмәһе
- Халыҡ-ара революцион театр берекмәһе
- ДСССР дуҫтары халыҡ-ара комитеты
- Киң ҡарашлы пролетарийҙар Интернационалы
- Фатирға инеүселәр Интернационалы
Коминтерндың уҡыу йорттары
үҙгәртергә- Международная ленинская школа (МЛШ) (1925—1938)
- Коммунистический университет национальных меньшинств Запада (КУНМЗ)
- Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университеты (КУТВ)
- Коммунистический университет трудящихся Китая (КУТК) — до 17 сентября 1928 года назывался Университет трудящихся Китая имени Сунь Ятсена (УТК)[4].
Мәғлүмәтте йыйыу һәм анализлау буйынса Коминтерн учреждениелары
үҙгәртергәТарихи факттар
үҙгәртергә- 1928 йылда Ханс Эйслер немец телендә Коминтерндың Гимнын яҙа. Урыҫ теленә тәржемәне 1929 йылда И. Л. Френкель башҡара. Гимндың ҡушымтаһында түбәндәге һүҙҙәр ҡабатлана : Беҙҙең лозунг — Бөтә донъя Советтар Союзы![7]
- Коминтерндың агитация һәм пропаганда бюроһы Ҡыҙыл армия етәкселеге менән берлектә 1928 йылда немец телендә һәм 1931 йылда француз телендә «Ҡораллы ихтилал» китабын әҙерләп сығаралар. Китап A. Neuberg псевдонимы аҫтында сығарыла, уның реаль авторҙары халыҡ-ара ревоцион хәрәкәттең билдәле лидерҙары була.
Коминтерндың архивы
үҙгәртергәКоминтерндың архивы Рәсәй социаль-сәйәси тарихы дәүләт архивында (Мәскәү, Оло Дмитровка урамы, 15-се һанлы йорт) һаҡлана. 80-дән ашыу партияның отчеттары бар, документтар 90 телдә яҙылған, әммә төп эш теле — немец теле булған[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.calames.abes.fr/pub/lacontemporaine.aspx#details?id=FileId-2915
- ↑ :zh:s:中国共产党加入第三国际决议案 (ҡыт.)
- ↑ Каталоги — НБУВ Національна бібліотека України імені В. І. Вернадського
- ↑ Усов В. Н. Советская разведка в Китае. 20-е годы XX века
- ↑ Создан при Крестинтерне в январе 1925 г. Занимался исследованием аграрного и крестьянского вопросов в разных странах, анализом аграрной политики коммунистических партий
- ↑ Создан по постановлению Исполкома Коминтерна в сентябре 1921 г. в Берлине. Занимался собиранием и распространением информации о рабочем движении в капиталистических странах.
- ↑ Наш лозунг — Всемирный Советский Союз!
- ↑ Новосёлова Е. Деньги на колыбель революции // «Российская газета» — Федеральный выпуск. — 22.04.2014. — № 6363 (91).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Адибеков Г. М., Шахназарова Э. Н., Шириня К. К. Организационная структура Коминтерна. 1919—1943. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 1997. — 280 с. — ISBN 5-86004-112-8.
- Коммунистический Интернационал. Краткий исторический очерк. — М.: Издательство политической литературы, 1969.
- Ватлин А. Ю. Коминтерн: Идеи, решения, судьбы. — М.: РОССПЭН, 2009. — ISBN 978-5-8243-1095-5.
- Ватлин А. Ю. Коминтерн: первые десять лет. Исторические очерки. — М.: Издательский центр «Россия молодая», 1993. — ISBN 5-86646-037-8.
- Коминтерн против фашизма. Документы. — М.: Наука, 1999. — ISBN 5-02-009478-1.
- Интернационал III (Коммунистический) (1919—1943) // Научный коммунизм: Словарь / Александров В. В., Амвросов А. А., Ануфриев Е. А. и др.; Под ред. А. М. Румянцева. — 4‑е изд., доп. — М.: Политиздат, 1983. — 352 с.
- Коминтерн и гражданская война в Испании. Документы. — М.: Наука, 2001. — ISBN 5-02-010193-1.
- Лейбзон Б. М., Шириня К. К. Поворот в политике Коминтерна. Историческое значение VII конгресса Коминтерна. — М.: Мысль, 1975.
- Маккензи К. Коминтерн и мировая революция. 1919—1943 / Пер. с англ. Г. Г. Петровой. — М.: Центрполиграф, 2008. — ISBN 978-5-9524-3430-1.
- Мухамеджанов М. М. Коминтерн: страницы истории // Знание. Понимание. Умение. — 2008. — № 6.
- Образование Коммунистического Интернационала. Март 1919 года. — Новый Прометей, 2009. — ISBN 978-5-9901606-2-0.
- Пантелеев М. Четверть века Коминтерна или Шагреневая кожа интернационализма // История. — 2002. — № 24.
- Пантелеев М. Агенты Коминтерна. Солдаты мировой революции. — М.: Яуза, Эксмо, 2005. — ISBN 5-699-09844-5.
- Пятницкий В. И. Заговор против Сталина. — М.: Современник, 1998. — ISBN 5-270-01175-1.
- Соколов А. А. Коминтерн и Вьетнам. Подготовка вьетнамских политических кадров в коммунистических вузах СССР. 20—30-е годы. — М.: Институт востоковедения РАН, 1998. — ISBN 55-89282-095-5.
- Тарасов А. Н. «…Чтоб землю в Гренаде…» Октябрьская революция — интернационалистский проект // Скепсис. — 26–28.10.2007. (Опубликовано в сокращении под названием «Во имя счастья всей Земли» в журнале «Смысл», 2007, № 17.)
- Фостер У. З. История трёх интернационалов: Международное социалистическое и коммунистическое движение с 1848г. до настоящего времени: к изучению дисциплины. — М.: Госполитиздат, 1959. — 617 с.
- Хейфец В. Л., Хейфец Л. С. Коминтерн и создание коммунистического движения в Центральной Америке // Латинская Америка. — 2003. — № 12. — С. 60-73.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Материалы конгрессов и пленумов Коминтерна 2013 йыл 24 февраль архивланған.
- Электронный архив Коминтерна (рус.)(рус.)
- The Communist International. Марксистский интернет-архив
- Гимн Коминтерна
- «Коминтерн — Европа». Док.фильм
- Коминтерн
- Сайт о Коминтерне
- Густерин П. В. Коминтерн в странах Ближнего и Среднего Востока