Төп менюны асырға

Сунь Ятсе́н (ҡыт. ғәҙәти 孫逸仙, ябайл. 孙逸仙, пиньин: Sūn Yìxiān, палл.: Сунь Исянь; Сунь Вэнь (әҙәби псевдоним); Сунь Чжунша́нь (эмиграциялағы исеме); 12 ноябрь 1866 — 12 март 1925) — Ҡытай революционеры, Гоминьдан фирҡәһен нигеҙләүсе, Ҡытайҙа айырыуса хөрмәт ителгән сәйәси эшмәкәрҙәрҙең береһе. 1940 йылдағы вафатынан һуң «милләт атаһы» исемен ала.

Сунь Ятсен
孫逸仙
Сунь Ятсен
Флаг
Ҡытай Республикаһы
ваҡытлы президенты
1 ғинуар — 1 апрель 1912 йыл
Алдан килеүсе: вазифа булдырылған
Дауамсы: Юань Шикай
 
Дине: протестант-конгрегационалист
Тыуған: 12 ноябрь 1866({{padleft:1866|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Цуйхэн, Сяншань өйәҙе (хәҙерге Чжуншань, Гуандун) провинцияһы
Үлгән: 12 март 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (58 йәш)
Пекин, Ҡытай Республикаһы
Ерләнгән: Сунь Ятсен мавзолейы, Нанкин
Ҡатыны: Лю Мучжэнь (1885—1915)
Kaoru Otsuki (1903—1906)
Сун Цинлин (1915—1925)
Chen Cui-fen
Балалары: Сунь Фо
Сунь Янь
Сунь Ван
Фумико Миягава
Партия: Гоминьдан
Белеме: Гонконг медицина колледжы
 
Автограф: Sun Yat Sen Signature.png

БиографияһыҮҙгәртергә

Сунь Ятсен 1866 йылдың 12 ноябрендә Сяншан өйәҙе (хәҙерге Чжуншань, Гуандун провинцияһы, Цуйхэн ауылында тыуған. Тәүге исеме Вэнь, артабан Сунь Вэнь һәм Сунь Чжуншань («Үҙәк тау») исеме менән билдәле — был исемдәр япон псевдонимы «Накаяма»ға оҡшаш. Уның туған теле- ҡытай теленең Кантон диалектына ҡараған чжуншань варианты.

Сәйәси ҡараштарыҮҙгәртергә

Донъя сәйәси философияһында Сунь Ятсен үҙенең «өс халыҡ принципы» һәм «биш власть» тәғлимәттәре менән билдәлелек алған.

ПринциптарҮҙгәртергә

МилләтселекҮҙгәртергә

Милләтселек (Ҡытай|民族主義|民族主义|mínzú zhǔyì|миньцзу чжуи) идеяһында Ҡытайҙы империалистик илдәрҙең хакимлығынан азат итеү теләге сағылыш тапҡан . Сунь Ятсен фекеренсә, «граждандар милләтселеге» (этноцентризмдан айырмалы) Ҡытай халыҡтарының берҙәмлеге аша тормошҡа ашырылырға тейеш. Ҡытай флагындағы 5 төҫ (19111928) илдең иң күп һанлы 5 халҡын -хань, монгол, тибет, маньчжур һәм мосолмандарҙы (уйғыр, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙҙар) кәүҙәләндерә .

Халыҡ власыҮҙгәртергә

Демократия (民權主義|民权主义|mínquán zhǔyì|миньцюань чжуи) принцибы көнбайыш илдәрҙәгесә конституцияға таянып, идара итеүгә яҡын. Сунь Ятсен буйынса власть ике тармаҡҡа бүленә: сәйәси (һайлауҙар, парламентаризм, референдум) һәм дәүләт менән идара итеү. Дәүләт власын башҡарма, суд, закондар сығарыу (Шарль де Монтескьё философияһы буйынса) тармаҡтарынан тыш Сунь Ятсен контроль һәм имтихан алыу (селекция) тармаҡтарына ла бүлә.

Халыҡ байлығыҮҙгәртергә

Был принцип Генри Джордж идеялары тәьҫирендә барлыҡҡа килгән. Сунь Ятсен уйлағанса, идеаль дәүләт халыҡты кейем, аҙыҡ-түлек, транспорт, торлаҡ менән тәъмин итергә тейеш. Был социализмға яҡын, популистик хыял.

Исемен мәңгеләштереүҮҙгәртергә

  • Гонконг ҡалаһында Сун-Ят-Сен музейы бар.
  • Приморье крайының Михайловка районында Сунятсен ауылы, һәм шул исемдәге ауыл хужалығы кооперативы эшләй.
  • СССР-ҙа, АҠШ-та һәм Ҡытайҙа Сунь Ятсенға бағышланған почта маркалары сығарылған.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Матвеева Г. С. Отец республики: Повесть о Сунь Ят-сене. — М.: Политиздат, 1975. — (Пламенные революционеры) — 398 с, ил.
  • И. Ермашев Сунь Ят-сен. — М.: Молодая гвардия, 1964. — (Жизнь замечательных людей)
  • Сунь Ят-сен. 1866—1966. К столетию со дня рождения. Сборник статей, воспоминаний и материалов. — М.: Гл. редакция восточной литературы, 1966.
  • Сунь Ятсен. Избранные произведения. — М. Наука, 1985.
  • Тихвинский С. Л. Завещания китайского революционера: Сунь Ятсен: жизнь, борьба и эволюция политических взглядов — М.: Политиздат, 1986. — 224 б.
  • Ежедневная газета «Советская Сибирь» № 209 13 сентября 1924 год. Новониколаевск (статья: Сун-Ят-Сен)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә