Имам Әғзәм Әбү Хәнифә ибне Сабит ибне Зута әл-Фариси 699 - 769 йылдарҙа йәшәгән ислам динендәге дүрт мәзһәбтең береһе булған хәнәфиҙәр мәзһәбенә нигеҙ һалыусы. Әбү Үәнифә - әсир төшөп ҡол булған фарсы кешеһенең ейәне. Ғүмеренең күп өлөшөн Күфәлә үткәрә һәм фикх буйынса вәғәздәрен шунда һөйләй. Әбү Хәнифәнең ғүмере ғәбәсиҙәр менән сәйәси көрәштә үтә. Шунлыҡтан, ғәббәсиҙәр хәлифәһе Ғабдулла 2 әмере менән ул зинданға ултыртыла һәм шунда үлә. Әбү Хәнифә өйрәтеүҙәренән күп сөнниҙәр ҡабул итә. Уға эйәреүселәр хәнәфиҙәр тип атала. Хәнәфиҙәр шәриғәт закондарын хаким синыф ҡатламына яраҡлаштырырға ынтылалар. Хәнәфиҙәр беҙҙең илдәге сөнни мосолмандарҙың күпселеген тәшкил итә.Ҡытайҙа, Афғанстанда, Һиндостанда, Сүриәлә һәм башҡа төрки илдәрендә улар күпселекте тәшкил итә.

Әбү Хәнифә мәсете

Әбү Хәнифәне тәҡъүәле (алланан ҡурҡыусан), йомарт, аҙ һөйләүсән, уйға бирелеүсән, буш, файҙаһыҙ һөйләшеүҙәрҙән ситләшеүсән булған тип һөйләйҙәр. Ул намаҙҙың һәр рәҡәғәтендә Ҡөръәнде уҡып сыға торған булған. Ғүмере эсендә ул етмеш тапҡыр хаж ҡылған, сәхәбәләр һәм тәбиғиндар менән осрашҡан.

Имам Әбү Хәнифә мәҙһәбе

үҙгәртергә

Әбү Хәнифә мәзһәбе Мөхәммәдтән (саләллаһу ғаләйһи үәссәләм) алынған белемгә нигеҙләнгән.

Мөхәммәт пәйғәмбәр

Ғабдуллаһ ибне Мәсғүд
Ғабдуллаһ ибне Кайс
Ибраһим ән-Нәхаи
Хәммад ибне Әбу Сөләймән
Әбу Хәнифә Ногман ибне Сабит
  • З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2