Алтыншин Ғаяз Сәғит улы
Алтыншин Ғаяз Сәғит улы (23 апрель 1966 йыл — 20 август 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
Алтыншин Ғаяз Сәғит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 апрель 1966 |
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 20 август 2008 (42 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | театр актёры, кино актёры |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Әүҙемлек урыны | Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒаяз Сәғит улы Алтыншин 1966 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.
Атаһы Сәғит Ғиниәт улы Алтыншин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ете йыл армияла булғандан һуң, Иҫке Собханғол ауылында райсовет председателенең сауҙа буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бер осорҙа мәктәптә рәсем һәм йыр дәрестәренән уҡыта. Кейекбай ауылында клуб мөдире булып та эшләй.
Заманында республика кимәлендә билдәле биҙәүсе рассәм, профессиональ музыкант, фотограф һәм шахматсы була. Сәғит Ғиниәт улына Ленинград сәнғәт академияһынан студенттарҙы практикаға ла алып килгән ваҡыттары була.
Әсәһе Алтыншина (Ҡарабаева) Хәҙисә Ғәйзулла ҡыҙына (1932) ауыр бала саҡ тура килә. Атаһы репрессияға эләккәс, дүрт класс ҡына белем алып өлгөргән 12 йәшлек ҡыҙға колхозда ер һөрөп, ағас ҡырҡып, пилорамда эшләп көн күрергә тура килә. Балаларының һәләтен бар яҡлап үҫтереп, эшһөйәр, тилбер, һөнәрмән итеп тәрбиәләй.
Ғаяз ғаиләлә дүртенсе бала. Уҡырға бармаҫ элек үк өлкәндәр менән тиң шахмат уйнай, бала саҡтан бокс, самбо, дзюдо менән мауыға.
Кинйә малайға рәссам, фотограф, аҙаҡ Ауыл хужалығы институтының механика факультетында уҡыған ағаһы Илдарҙың ҙур йоғонтоһо тойола. Уға оҡшап Ғаяз да инженер булырға хыяллана.
Мәктәптә егетте атаһы кеүек рәссам булыр тип уйлайҙар. Ә ул имтихандарҙы еңел генә биреп, Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёрҙар бүлегенә уҡырға инеп китә. Беренсе курстан уҡ спектаклдарҙә төп ролдәрҙе уға ышанып тапшыралар. Геройҙарҙы уйнарлыҡ актёр буласаҡ, — тиҙәр уның тураһында. Уҡыуы 1984—1986 йылдарҙа армияла хеҙмәт итеүе сәбәпле, өҙөлөп тора.
1989 йылда уҡыуын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. 1989—2006 йылдар эсендә илленән артыҡ роль башҡара. Бер үк мәлдә Өфө сәнғәт институтында «Сәхнә хәрәкәте» предметы буйынса дәрестәр ҙә алып бара. Театрҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаров «Ғаяз кеүек «Аттила», «Салауат Юлаев» ролен башҡарыусы актёр әлегә театрҙа юҡ», — ти.
Ҡатыны Алтыншина Земфира Фатих ҡыҙы Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театрында режиссёр һәм актриса. Зөһрә Фәйзуллинаның «Андыҙ барҙа ат үлмәҫ» («Девясил — это девять сил») һәм Сергей Белов менән Сергей Куваевтың «Бишкә тиклем һанайым» («Считаю до пяти») әҫәрҙәре буйынса спектакль ҡуйған. Улы Алтыншин Алик Ғаяз улы БДУ — ның Сибай институтында юридик факультетта өлкән уҡытыусы, шулай уҡ декан урынбаҫары булып эшләй.
Спектаклдәрҙә ролдәре
үҙгәртергә
Таһир Таһиров «Ғәлиә» — Йәш Заһир (1983) |
Нәжиб Асанбаев «Яралы яҙмыш» — Баян (1996) |
Төшкән кинофильмдары
үҙгәртергә- «Һарығолаҡ» нәфис фильмы (яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев әҫәре буйынса).
- «Ай ҡыҙы» исемле күп сериялы телевизион фильм(Флорид Бүләков).
- «Ауыл өҫтөндәге йәйғор» (Айҙар Аҡманов, 3өһра Буракаева, Булат Йосопов, Салауат Вәхитов)
Аудиояҙмалар
үҙгәртергә- Юлдаш радиоһы «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Алтыншин тураһында хәтирәләр»(недоступная ссылка)
- БСТ-ла «Атылған йондоҙ» проекты(недоступная ссылка)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2004).
Хәтер
үҙгәртергә- Тәнзилә ҒИЛМАНОВА-КЕЙЕКБАЕВА (https://vk.com/id180176381):
"Ғаяз Алтыншин тураһында «Атылған йондоҙ» радиотапшырыуын тыңлап, хәтирәләргә бирелеп ултырҙым. Авторы Зөлфиә Рәхмәтуллина. Зөлфиә бик ентекле, психоаналитик ихлас тапшырыу эшләгән, рәхмәт уға. Ғаяз был донъянан киткәнен мин сит илдә йәшәгәнгә күрә белмәй ҡалдым. Бик һәләтле актёр, көслө режиссёр ине! Ул саҡта беҙ барыбыҙ ҙа сәнғәт институтының ятағында йәшәгәс, бер-беребеҙҙе һәйбәт белә инек, аралашып йәшәнек. Беҙ Ғаяз менән «Ричард III»-нө ҡуйҙыҡ (дөрөҫөрәге ул ҡуйҙы) һәм икәү уйнаныҡ. Мин королева Аннаны уйнаным. Ул яҙма минең архивта һаҡлана. Шулай уҡ ул минең икенсе фильмымда ла уйнаны. Мин М.Кәримдең "Ашҡаҙар"ын ҡуйғайным ул саҡта. Репетициялар минең бүлмәмдә барҙы. Бик көслө һәм сағыу актёр булды ул…"
- Зиләрә Юлтаева (Төхбәтова), Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы (https://vk.com/id130829030 ):
«Беҙ студент саҡтарҙа уның фанаткалары була торғайныҡ. Уның уйнаған спектакльдәрен бер ҙә ҡалдырмай, бер- нисә тапҡыр барып ҡарай инек. Шул тиклем талант эйәһенең ҡапыл китеп барыуына шаҡ ҡаттым. … Уның менән бер сәхнәлә уйнарға хыялланмаған актриса юҡтыр ул…»
- Ильдар Абдуллин (https://vk.com/i.abdullin66):
«Әйткәндәй, яҡын дуҫым-яҡташым һәм танылған оҫта, талантлы актёр-режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Алтыншиндың олатаһының бер туғаны, халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө (кәсеп тиһәң дә була)- бөркөттәрҙе (шоңҡар-ҡарсығаларҙы) һунарға өйрәтеүсе — Айсолтан Алтыншин.
Заманында уны „Айсолтан Бөркөтсө“ тип кенә йөрөтәләр… Айсолтан (Бөркөтсө) Алтыншин 1918—1920 йылдарҙағы ул саҡтағы Башҡортостан (Зәки Вәлиди…) хөкүмәтенең әүҙем һәм актив-тоғро арҡадашы ла булып тора…
Айсолтан Алтыншин 1923 йылдан сит (Ҡырғыҙыстан, Ҡытай һәм Афганистан тауҙарында…) илгә сығып китә һәм төп шөғөлө (бөркөт өйрәтеү) менән көн итә… Дуҫым Ғаяздың да, олатаһы кеүек Мәсем һәм Баҙал Тауҙары ҡаяларында бөркөттәрҙе тотоп өйрәтеү теләк-хыялдары ла бар ине….. Һәм шулай уҡ, Ғаяз Дуҫым бер мәл (тағы ла, бер Дуҫым-Яҡташым Мәшһүр режиссёр Әнүәр ағай Нурмөхәмәтов менән бергә) һөйләшеп ултырғанда:-„Бабсаҡбей менән Күсәкбей“ тураһындағы тарихи эпосы хаҡында документаль фильм төшөрөү теләк-хыял-ниәттәрен дә әйткәйне….. Үкенес, әлбиттә…»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фәүзиә Латипова. "Һарығолаҡ"ты һағынып 2018 йыл 18 июль архивланған. 25.052016
- Башҡортостандың мәҙәни донъяһы сайтында мәҡәлә
- Башҡортостандың мәҙәни донъяһы сайтында мәҡәлә
- М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театры сайты 2017 йыл 30 апрель архивланған.
- https://muzofond.com/search/%D3%99%D0%BB%D1%84%D0%B8%D3%99%20%D1%85%D1%83%D0%B6%D3%99%D1%85%D0%BC%D3%99%D1%82%D0%BE%D0%B2%D0%B0(недоступная ссылка)