Төп менюны асырға

Йомағолов Илшат Хәлил улы

(Илшат Йомағолов битенән йүнәлтелде)

Йомағолов Илшат Хәлил улы (26 февраль 1932 йыл3 ноябрь 2007 йыл) — башҡорт театр актёры, драматург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1989 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған артисы.

Йомағолов Илшат Хәлил улы
драматург, актёр
Эшмәкәрлек төрө:

актёр, драматург

Тыуған көнө:

26 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй, Көйөргәҙе районы

Ил:

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Вафат булған көнө:

3 ноябрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны:

Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө

И. Йомағоловтың «Нәркәс» трагедияһы
Илшат Йомағолов, яҙыусылар Гүзәл Ситдиҡова һәм Рәшит Низамов

БиографияһыҮҙгәртергә

Илшат Хәлил улы Йомағолов 1932 йылдың 26 февралендә БАССР-ҙың Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында тыуған.

1952 йыл Өфө сәнғәт училищеһының театр факультетын тамамлай, аҙаҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында актер булып 1988 йылғаса эшләй.

1959 йылда Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлай. 1971 йылдан 1975 йылғаса Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында эшләп ала.

1962 йылдан 1966 йылғаса Өфө сәнғәт училищеһында художество етәксеһе була, 1982 йылдан 1990 йылғаса Өфө дәүләт сәнғәт иниститутында уҡыта. 1990 йылда Стәрлетамаҡ театр берлегендә эшләй.

2007 йылда вафат була.

Билдәле ролдәреҮҙгәртергә

Актер башҡорт театры сәхнәһендә 50-нән ашыу образ ижад итә, шулай уҡ кино сәнғәтендә лә бик уңышлы эшләй, теле-радиоспектаклдәрҙә тиҫтәләрсә роль уйнай.

Әҙәби ижадыҮҙгәртергә

Йомағолов тиҫтәләгән пьеса («Тылсымлы моң», «Нәркәс», "Сәсәндәр" һ.б.) авторы. Уның «Нәркәс» трагедияһы 1974 йылда СССР халыҡтарының драматургия фестиваленең 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ була [1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1976).

ВидеоҮҙгәртергә

  •   Видео Мөхәббәт ҡоштары
  •   Видео ВЕЧЕР ПАМЯТИ ИЛЬШАТА ЮМАГУЛОВА
  •   Видео Биографияһы
  •   Видео Капкан для любовников. Ильшат Юмагулов
  •   Видео В Уфе открыли мемориальную доску Заслуженному артисту РСФСР и БАССР Ильшату Юмагулову

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә