Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы
Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы, Наил Ғәйетбай (20 июнь 1948 йыл) — шағир, яҙыусы, драматург. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
Наил Ғәйетбай | |
![]() | |
Исеме: |
Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, драматург, |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: | |
БиографияһыҮҙгәртергә
Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 1948 йылдың 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1966 йылда Сибайҙа урта мәктәп тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый. 1972 йылда инженер-механик һөнәре алғас, Себерҙә эш башлай. Кемеров өлкәһе Киселев машиналар төҙөү заводында мастер, участок етәксеһе, баш механик вазифаларын башҡара. Артабан Сибай баҡыр-көкөрт заводында өлкән механик (1976—1978), өлкән инженер (1978—1988) була.
1983 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда — ГИТИС ҡарамағындағы Юғары театр курстарын тамамлай.
1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзында әҙәби кәңәшсе булып эшләй.
1992—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.
1994—2010 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй.
2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2016 йылдың 29 ноябренәсә эшләй[1].
17 китап һәм 25 пьеса, 2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы.
ПьесаларыҮҙгәртергә
- Ҡойма ямғырҙа. Драма. 1984 й.
- Дүрт кешелек табын. Драма 1987 й.
- Әстәғәфирулла. Комедия. 1988 й.
- Илама, һылыу. Драма. 1989 й.
- Тән. Трагедия. 1990 й.
- Юлдар ярҙа өҙөлә. Драма. 1991 й.
- Тойғолар ниңә һүнә. Драма. 1991 й.
- Ҡурай моңо. Әкиәт-пьеса. 1991 й.
- Һөйәркәңде шкафҡа йәшер. Комедия. 1991 й.
- Мәктәп мажаралары. Драма. 1991 й.
- Аты барҙың, дәрте бар. Комедия. 1992 й.
- Йондоҙ нисек ҡабына. Комедия. 1993 й.
- Ҡомартҡы, рэкитер һәм мөхәббәт. Комедия. 1994 й.
- Батыр әтәс. Әкиәт-пьеса. 1995 й.
- Кем эшләмәй, шул ашамай. Әкиәт-пьеса. 1997 й.
- Ауылға ҡыҙҙар килде. Комедия. 1998 й.
- Нисек кейәүгә сығырға. Комедия. 1999 й.
- Ҡыҙҙар, ишек асығыҙ. Комедия. 2000 й.
- Алыш бармы, атыш бармы. Әкиэтпьеса. 2000 й.
- Ос аҡсарлығым, ос. Пьеса. 2000 й.
- Әйт, ҡайҙа йөрөнөң? Комедия-шоу. 2000 й.
- Аҡмулланың аҡ көндәре. Драма. 2001 й.
- Үҙ бисәмә әйләнәм. Комедия. 2001 й.
- Ирҙәрҙең хыялы. Комедия. 2002 й.
- Салауат алты йәшендә. Пьеса. 2002 й.
КитаптарыҮҙгәртергә
- Алтын ямғырҙар миҙгеле. Повесть. Өфө. 1979 й.
- Һары тәҙрәләр. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө. 1981 й.
- Буран. Повестар һәм хикәйәләр. Өфө. 1983 й.
- Офоҡҡа ҡаса юлдар. Хикәйәләр. Өфө. 1985 й.
- Үҙ маҡсатыңды тап. Повестар һәм хикәйәләр. Өфө. 1987 й.
- Светят окна в ночи. Повести и рассказы. Москва. 1988 г.
- Ҡара ҡумта. Повестар. Өфө. 1990 й.
- О чем говорят трупы. Повесть. Сибай. 1992 г.
- Ҡапҡан. Повестар. Өфө. 1993 й.
- Уҙыш. Роман. Өфө. 1994 й.
- Әстәғәфирулла. Драмалар һәм комедиялар. Өфө. 1996 й.
- Пьеса нисек яҙыла. Мәҡәләләр һәм пьесалар. Өфө. 1997 й.
- Инопланетянка. Роман, повести и пьесы. Уфа. 1998 г.
- Ауылға ҡыҙҙар килде. Пьесалар. Өфө. 2001 й.
- Биобиблиография. Мәҡәләләр һәм библиография. Өфө. 2002 й.
- Нисек кейәүгә сығырға? Пьесалар. Өфө. 2002 й.
- Сит планета ҡыҙы. Мажаралы-фантастик роман. Өфө. 2003 й.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Әҙип тураһындаҮҙгәртергә
- Ямалетдин М. Рухыбыҙ тарихын барлаусы китап (Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде). «Башҡортостан» гәзите, 2016, 6 сентябрь[2].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ В Уфе избран исполняющий обязанности председателя Союза писателей республики. , 2016, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016) (рус.)
- ↑ , 2016, 6 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 12 сентябрь 2016)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- башҡа сығанаҡтар