Эверсман Эдуард Александрович

Рәсәй натуралисы, ботаник, зоолог, энтомолог һәм лепидоптеролог, табип һәм сәйәхәтсе

Эдуард Александрович Эверсман (ориг. Эдуард Фридрих Эверсманн, Eduard Eversmann Friedrich; 11 ғинуар 1794(17940111) — 14 апрель 1860, Ҡазан) — Рәсәй империяһы натуралисы, ботаник, зоолог, энтомолог һәм лепидоптеролог, табип һәм сәйәхәтсе. Милләте буйынса немец.

Эверсман Эдуард Александрович
нем. Eduard Friedrich Eversmann
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Пруссия
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 23 ғинуар 1794({{padleft:1794|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2]
Тыуған урыны Wehringhausen[d], Hagen-Mitte[d], Хаген, Арнсберг[d], Вестфалия[d], Пруссия
Вафат булған көнө 14 апрель 1860({{padleft:1860|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[2] (66 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Казанский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы[2]
Атаһы Эверсман, Август Фридрих Александр[d]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, лепидоптеролог, ботаник, университет уҡытыусыһы, орнитолог, зоолог, тәбиғәт фәндәре белгесе, энтомолог
Эшмәкәрлек төрө ботаника, орнитология, энтомология һәм медицина
Эш урыны Ҡаҙан Император университеты[3]
Уҡыу йорто Галле-Виттенбергский университет[d]
Дрезден техник университеты[d]
HU Berlin
Тарту университеты[d][3]
Ғилми дәрәжә фән докторы[d][2][3]
Уҡыусылар Богданов, Модест Николаевич[d] һәм Александр Михайлович Бутлеров[d]
Архивы хранятся в Museum für Naturkunde Berlin, Archive[d]
Ойошма ағзаһы Леопольд Академияһы һәм Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Демидов премияһы орден Святой Анны 2-й степени орден Святого Владимира 3-й степени орден Святого Станислава 2-й степени
Тасуирлау биттәре digiporta.net/index.php?…
Гражданский чин действительный статский советник[d][3]
Образцы хранятся в Берлинский музей естествознания[d][4], берлинский ботанический сад[d][5] һәм Карл университеты[6]
 Эверсман Эдуард Александрович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1794 йылдың 11 ғинуарында Вестфалияла Хаген ҡалаһы янындағы Верингаузен ауылында тыуа. Атаһы бергмейстер була. Магдебург, Берлин һәм Дрезден университеттарында уҡыған. 1811 йылда Гарцтағы тау заводында хеҙмәт итә . 1814 йылдың 9 авгусында Галлела «De chemica affinitate» диссертацияһын яҡлай, философия докторы һәм ирекле фәндәр магистры ғилми дәрәжәһен ала, ә 1816 йылда Дерпт университетында — медицина һәм акушерлыҡ докторы.

1816 йылда Германиянан Көньяҡ Уралға атаһы Златоуст ҡорал етештереү заводына нигеҙ һалған һәм уның директоры булған Эверсман-фон Август-Фридрих-Александр янына Златоуст ҡалаһына күсенә[7][8]. Златоуст ҡалаһында фарсы һәм татар телдәрен өйрәнә. 1818 йылда Златоуст ҡорал заводында табип булып эшләй башлай. Әммә тиҙҙән ул зоология менән мауығып, урындағы тәбиғәтте өйрәнеү менән мауығып китә һәм үҙ алдына Урал крайы һәм Урта Азия менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 1820 йылда Ырымбур хәрби генерал-губернаторы Эссенүтенесе буйынса Бохараға юлланған урыҫ илселегенә табип сифатында барып ҡушыла, шулай уҡ хөкүмәттән үҙенең ғилми эшмәкәрлеге маҡсатына пособие ала. Бохарала А. Ф. Негри илселегендә татар сауҙагәре исеме аҫтында эшләй һәм Һиндостанға эләгеү маҡсаты менән яна, әммә быға өлгәшә алмай, шуға күрә Ырымбурға ҡайта. Был сәйәхәтендә йыйылған коллекцияларын Берлин университетына ебәрә, унда М. Лихтенштей был коллекция экспонаттарындағы хайуандарға тасуирлама яҙа. Ырымбурҙа шәхси табип практика менән шөғөлләнә. Генерал А. П. Мансуровтың ҡыҙына өйләнә һәм Ырымбурҙың эре алпауытына әйләнә.

Һуңыраҡ Мәскәү тәбиғәт фәндәре белгестәре йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана, ә 1824 йылда Берлинда Король тәбиғәт фәндәре белгестәре йәмғиәте ағзаһы итеп алына.

1825 йылда Эверсман полковник Ф. Ф. Бергтың ҡырғыҙ далаларының ҡайһы бер өлөштәрендә һәм Каспий диңгеҙенең тирә-яғындағы ерҙәрҙе тикшереү эше йөкмәтелгән хәрби экспедицияһында табип булараҡ ҡатнаша.

1828 йылдың мартында Ҡаҙан университетында зоология һәм ботаника буйынса ординар профессор итеп тәғәйенләнә. Һуңынан Эверсман йыл һайын ғилми маҡсатта һәм университеттың биология коллекцияһын тулыландырыу өсөн Ырымбур, Һарытау, Әстерхан губерналарына сәфәр ҡыла. 1830 йылда Кавказ буйлап сәйәхәт ҡыла. 1834 йылда Һарытау һәм Әстерхан губерналары буйлап сәйәхәт итә.

1837 йылда сәләмәтлеге торошо буйынса сит илдәрҙә ял итергә ҡарар итә. 1838 йылда статский советник дәрәжәһенә ҡуйыла, 1839 йылда тырыш хеҙмәте өсөн юғары даирәнән ҡотлау ала. 1844 йылда Германия, Франция һәм Италияға ғилми сәйәхәт ҡылырға йүнәлә.

1849 йылда императрицаның оло рәхмәткә лайыҡ. 1851 йылда ғәмәли статский советник дәрәжәһенә күтәрелә һәм Ҡазан университеты эргәһендә ҡалдырыла.

1857 йылдың йәйендә Италия, Германия, Швейцария һәм Алжир буйлап сәйәхәт итә.

1860 йылдың 14 апрелендә Ҡазанда вафат була.

Зоология коллекциялары

үҙгәртергә

Эверсман сәйәхәттәре барышында һөтимәрҙәр, ҡоштар, бөжәктәрҙең төрлө төрҙәрен үҙ эсенә алған коллекциялар йыя, ударҙы системаға һалып ентекле тасуирлай, төрлө хайуан төрҙәренең биологияһын, таралыу урынын һүрәтләй, бер нисә яңы төр хайуандар тураһында мәғлүмәт бирә.

Эверсман 30 йылдан ашыу, бөжәктәр коллекцияһын туплауға өҫтөнлөк биреп, зоология коллекцияларын йыя. Уның коллекцияһында 11 420 төрҙәге 50 420 дана экспонат иҫәпләнә. Энтомологик коллекцияла ҡуңыҙҙар (3852 төрө) һәм күбәләктәр (2848 төрө) өҫтөнлөк итә[9]. Уның вафатынан һуң коллекцияны Урыҫ энтомологик йәмғиәте һатып ала һәм әле булһа Рәсәй Фәндәр Академияһының Зоология музейында (Санкт-Петербург) улар менән танышырға мөмкин.

Ҡаҙан университетының Зоология музейында һаҡланған һәм Эверсман иҫән саҡта һатып алынған коллекция 1826—1859 йылдарға, ә Эверсман шәхсән үҙе йыйған коллекция 1841—1859 йылдарға ҡарай. Был коллекцияла балыҡтың бер төрө, амфибияның өс төрө, ҡоштарҙың 20 төрө һәм һөтимәрҙәрҙең ике төрө теркәлгән. Эверсман эшләгән осорҙа музейҙа барлығы амфибияның һәм һөйрәлеүсәләрҙең (шул иҫәптән филгә оҡшаш һәм йәшел ташбаҡаның) 18 төрө , ҡоштарҙың 619 төрө (шул иҫәптән 12 төр аистҡа оҡшаш ҡош, 11 төр шоңҡар, колибриҙың бөтә төрө тиерлек, шулай уҡ 106 төр һөтимәр, уларҙың яҡынса 20 төрө Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл китабына, шул иҫәптән квагга (уларҙың ни бары яҡынса ун данаһы ғына донъя музейҙарында һаҡлана) индерелгән[9].

Эверсман коллекцияһында бер нисә йөҙ яңы төр тураһында мәғлүмәт бирелә.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Эверсман Рәсәй империяһының Ҡазан губернаһынан Аралға, Каспий алды һәм Кавказ алдына тиклемге бер нисә төбәген тәүгеләрҙән булып тикшереп сыға. Беренселәрҙән булып ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә биологик сараларҙы файҙаланырға тәҡдим итә.

Эверсман Рәсәй сиктәрендә , шулай уҡ Европала ла белгестәр менән дә, һәүәҫкәрҙәр менән дә бәйләнеш тота, атап әйткәндә, Берлиндың тәбиғәт музейынан профессор М. Лихтенштейнды үҙенең уҡытыусыһы тип иҫәпләй, сөнки ул Эверсмандың Бохараға барғанда йыйған материалдарын баҫтырып сығара, 1823—1825 йылдарҙа йыйылған төрҙәр тасуирлана унда.

Эверсман Берлинда Германияның «Леопольдина» тәбиғәт фәндәре белгестәре академияһы, ағзаһы була, шулай уҡ Түбәндәге йәмғиәттәр эшендә лә әүҙем ҡатанаша: Афинала тәбиғәт фәндәре белгестәре, Прага лотос, Мәскәү тәбиғәтте тикшереүселәр, Урыҫ география, Майналағы Франкфуртта Зенкенберг, Штеттин энтомологик, Берлинда тәбиғәтте яратыусылар, Санкт-Петербург Фәндәр Академияһы, Эрфуртта дөйөм файҙалы белемдәр Академияһы. 1845 йылда Эверсман тәңкәлеләр тураһындағы монографияһы өсөн Демидов премияһының яртыһына лайыҡ була.

  • Атаһы: Эверсман, Август-Фридрих-Александр
  • Ҡатыны: Софья Александровна Эверсман (Мансурова), генерал Мансуров Александр Павловичтың ҡыҙы
  • Балалары:[10].
    • Эверсман, Николай Эдуардович (1822.08.30--,1823) (1823.09.11) православие динен тота. Ҡаҙан губернаһы помещигы [Ҡаҙан дворяны… Ҡаҙан,2001]
    • Эверсман, Евгения Эдуардовна (1826--) православие динен тота. Ҡаҙан губернаһы помещигы [Ҡаҙан дворяны… Ҡаҙан,2001], хәрби начальник А. А. Толмачевҡа (генерал А. Ф. Толмачевтың улы) кейәүгә сыҡҡан[11]
    • Эверсман, Василий Эдуардович (1828.01.01--) православие динен тота. Ҡаҙан губернаһы помещигы [Ҡаҙан дворяны… Ҡаҙан,2001]
    • Эверсман, Александр Эдуардович 1831.10.06(--) православие динен тота. Ҡаҙан губернаһы помещигы [Ҡаҙан дворяны… Ҡаҙан,2001]
    • Эверсман, Михаил Эдуардович (1840—1910), Баш төрмә идаралығы инспекторы.

Баҫмалары

үҙгәртергә

Эверсмандың бөтәһе 55 ғилми хеҙмәте һәм 86-ға яҡын (172—188 баҫма бит) матбуғат баҫмалары биттәрендә сыҡҡан мәҡәләре бар. Өс томдан торған һәм 1840, 1850 һәм 1866 йылдарҙа нәшер ителгән «Ырымбур крайының тәбиғи тарихы» уның төп хеҙмәте тип иҫәпләнелә. Эверсмандың ғилми эштәренән һуң Ырымбур крайының хайуандар донъяһы, Рәсәйҙең ниндәй ҙә булһа башҡа районындағына ҡарағанда киң танылыу ала. Бынан тыш уның Рәсәй уртаһындағы төбәктәрҙең энтомология буйынса байтаҡ эштәре лә нәшер ителә.

  • Reise von Orenburg nach Buchara. — Берлин, 1823. — также Russian Missions into the interior of Asia, Лондон, 1823
  • Lepidopterorum rariorum Rossiae observationes. — М., 1832. — совместно с Фишером
  • Addenda ad celeberrimi Pallasii Zoographiam Rosso-Asiaticam, fasc. 1 // Учён. зап. Казанского ун-та. — 1835.
  • Addenda ad celeberrimi Pallasii Zoographiam Rosso-Asiaticam, fasc. 2 // Учён. зап. Казанского ун-та. — 1841.
  • Addenda ad celeberrimi Pallasii Zoographiam Rosso-Asiaticam, fasc. 3 // Учён. зап. Казанского ун-та. — 1842. — В. 3. — С. 3—19.
  • Mittheilungen über einige Säugethiere Russlands. — М., 1840.
  • Естественная история Оренбургского края, часть I. — Оренбург, 1840.
  • Естественная история Оренбургского края, часть II, Млекопитающие. — Казань, 1850.
  • Естественная история Оренбургского края, часть III, Птицы. — 1866. — посмертное издание, перевёл В. И. Даль
  • Fauna entomologica. Tomus primus. Lepidoptera // Учён. зап. Казанского ун-та. — 1841. — В. 2. — С. I—XIV + 3—166.
  • Fauna entomologica. Tomus primus. Lepidoptera, II // Учён. зап. Казанского ун-та. — 1842. — В. 1.
  • Fauna lepidopterologica Volga Uraliensis. — Казань, 1844. — продолжение, М., 1858.
  • Fauna hymenopterologica Volgo-Uralensis // Bull. de Moscou. — 1847—1856.
  • Les Noctuélites de la Russie // Bull. de Moscou. — 1855, 1856, 1857, 1859.
  • Orthoptera Volgo-Uralensis // Bull. de Moscou. — 1859. — Т. XXXIII. — № 1.

Эверсман хөрмәтенә аталған

үҙгәртергә

Хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең бер нисә төрө Эверсман хөрмәтенә атала. Бынан тыш 2005 йылда Рәсәйҙә Эверсман хөрмәтенә аталған «Эверсманния» энтомологик фәнни журналы сыға башлай, уны Урыҫ Энтомологик йәмғиәтенең (РЭО) төбәк бүлексәһе сығара.

Хайуандар

үҙгәртергә

Үҫемлектәр

үҙгәртергә

1838 йылда Александр Андреевич Бунге Эверсман хөрмәтенә ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрөн Эверсманния (Eversmannia Bunge)[19] тип атай, хәҙер был атама, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, берҙән[20] алып дүрткә[21] тиклем төрҙө үҙ эсенә ала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title)doi:10.5281/ZENODO.10080503
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #116612126 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Фокин С. И. Н.П. Вагнер. Воспоминания о Казанском университете, N.P. Wagner. Memories of Kazan University (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2021. — Т. 13, вып. 1. — С. 89—108. — ISSN 2076-8176; 2500-1221doi:10.24411/2076-8176-2021-11004
  4. https://bionomia.net/Q77441
  5. https://herbarium.bgbm.org/object/B100241459
  6. https://prc.jacq.org/PRC452680
  7. Эверсман, Эдуард Александрович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  8. Эверсман-фон, Август-Фридрих-Александр // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  9. 9,0 9,1 Зоологический музей им. Э. А. Эверсманна. Дата обращения: 9 декабрь 2009. Архивировано 11 август 2007 года. 2007 йыл 11 август архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «музей» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  10. Эверсман — Центр генеалогических исследований
  11. О. Я. Бахарева, С. Д. Садовников Хроника рода Эверсманов (XVII — XX вв.)(недоступная ссылка)
  12. http://www.zooclub.ru/mouse/belich/24.shtml 2010 йыл 23 ноябрь архивланған. Длиннохвостый суслик, или суслик Эверсмана
  13. Гребнепалый геккон — Crossobamon
  14. Lycaena eversmanni 2014 йыл 16 август архивланған.
  15. Aristothereva_eversmanni 2014 йыл 16 август архивланған.
  16. Trox eversmanni Kryn. (Trogidae)
  17. Callisthenes (s. str.) eversmanni eversmanni (Chaudoir, 1850) (лектотип)
  18. Tetradiclis eversmanni Bunge in Linnaea 2013 йыл 24 апрель архивланған.
  19. International Plant Names Index — Leguminosae Eversmannia Bunge  (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2009)
  20. Эверсман Эдуард Александрович GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2009)
  21. Eversmannia
  • Эверсман, Эдуард Александрович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2009)
  • Эверсман, Эдуард Александрович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  • [ Эверсманн Эдуард Александрович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Гептнер В. Г. Э. А. Эверсманн. 1794-1860. — МОИП. — М.: МОИП, 1940. — 80 с. — 1000 экз.
  • Есаков В. Учёный и путешественник // Вокруг света : журнал. — 1979. — № 1. — С. 20—21.
  • Смородкин С. Посох Эверсманна // Вокруг света : журнал. — 1979. — № 1. — С. 18—21.

Һылтанмалар

үҙгәртергә