Күбәләк бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Күбәләк (мәғәнәләр).


Тәңкә ҡанатлылар, йәки күбәләктәр, көйәләр (Lepidóptera Linnaeus, 1758 от бор. грек. λεπίς, эйәлек килеш λεπίδος — тәңкә һәм πτερόν — ҡанат) — бөжәктәр отряды, айырылып торған үҙенсәлектәренән — алғы һәм артҡы ҡанаттарында ҡуйы хитин «тәңкәләр»(яҫмаҡ төктәр)) булыуын билдәләргә мѳмкин. Күпселек төрҙәренә һура торған томшоҡтар хас. Ҡанаттарының рәүеше һәм ҙурлығы төрлөсә: 2 мм-ҙан[1] 30 см-ға тиклем[2].

Тәңкә ҡанатлылар
Махаон
Махаон
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lepidoptera Linnaeus, 1758

Подотряды
Геохронология

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  117232
NCBI  7088
EOL  747

Тулы әүерелеү осоронда ошондай стадиялар: күкәй, ҡарышлауыҡ, ҡурсаҡ һәм имаго. Ҡарышлауыҡ селәүсен һынлыраҡ, ҡорһағында ҡыҫҡа тәпәйҙәр, ҡаты башлы, ауыҙы кимереүгә яраҡлашҡан, ебәк сығара торған парлы биҙе була, уның бүлентеләре һауала ебәккә әүерелә[3].

Тәңкә ҡанатлыларҙың һөлдәләре юр осоронан осрай, хәҙерге заманда бөжәктәр төрҙәре араһында иң киң таралғандар — отрядта 157 000 төрҙән артығыраҡ[4]. Антарктиданан башҡа континенттарҙа осрай.

Энтомология тәңкә ҡанатлыларҙы өйрәнгән фән лепидоптерология тип атала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Каабак Л. Бабочки-чемпионы // Наука и жизнь : жукрнал. — Москва, 2002. — В. 1. — № 7.
  2. Каабак Л. Бабочки-чемпионы // Наука и жизнь : жукрнал. — Москва, 2002. — В. 1. — № 7.
  3. Герасимов А. М. Гусеницы. — 2-е. — Москва, Ленинград: Издательство академии наук, 1952. — Т. 1. — (Фауна СССР).
  4. Van Nieukerken, Erik J., Lauri Kaila, Ian J. Kitching, Niels P. Kristensen et all Order Lepidoptera Linnaeus, 1758. (англ.) // In: Zhang, Z.-Q. (Ed.) Animal biodiversity: An outline of higher-level classification and survey of taxonomic richness. — Zootaxa. — Magnolia Press, 2011. — Т. 3148. — С. 212—221. — ISSN 1175-5326

Һылтанмалар

үҙгәртергә