Карл университеты

Ка́рл университе́ты Прагала (чех Univerzita Karlova v Praze, лат. Universitas Carolina, нем. Karls-Universität Prag; шулай уҡ йыш ҡына Прага университеты тип телгә алына) — Чехияның төп университеты, Үҙәк Европаның иң боронғо университеты һәм донъяның иң боронғо университеттарының береһе, Изге Рим империяһы императоры Карл IV тарафынан 1348 йылда нигеҙләнгән[1]. Предметтар чех һәм инглиз телдәрендә уҡытыла.

Карл университеты
Исеме

Univerzita Karlova v Praze

Халыҡ-ара исеме

Charles University in Prague

Элекке исеме

Universitas Carolina Pragensis, Karls-Universität Prag

Асылған йылы

1348

Студенттар

50 мең[1]

Сит ил студенттары

7 мең[1]

Бакалавриат

20 мең[1]

Магистратура

25 мең[1]

Докторантура

8 мең[1]

Уҡытыусылар

4,5 мең[1]

Урынлашыуы

Прага, Чехия Чехия

Юридик адресы

Ovocný trh 5, 116 36 Praha 1

Сайт

www.cuni.cz/

Хәҙерге ваҡытта университетта 50 меңдән ашыу студент белем ала, шуларҙың 7 меңгә яҡыны — сит ил граждандары[1] (иң күп студенттар Словакия, Греция һәм Бөйөк Британиянан килгәндәр).

Университет Америка, Европа һәм Азияның күп кенә юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Шул иҫәптән АҠШ-та — 23, Германияла — 19 һәм Францияла — 11 уҡыу йорттары менән. Шулай уҡ университет Оксфорд, Сорбонна, Мюнхен, Женева университеттары һәм башҡалар менән бергә төп Европа юғары уҡыу йорттары ассоциацияһына (Europaeum) инә. Уның факультеттарында донъяның алдынғы университеттарының уҡытыусылары лекциялар уҡый.

Хәҙерге ваҡытта донъяның иң яҡшы уҡыу йорттарының «Шанхай рейтингыһында» (Донъя университеттарының академик рейтингы) университет өсөнсө йөҙгә инә (2017 йыл буйынса[2]), ә Чехия юғары уҡыу йорттары араһында беренсе урынды биләй[2]. Шулай уҡ 2012 йылда юғары уҡыу йорто тәүге тапҡыр математика һәм физика өлкәһендәге иң яҡшы 200 рейтингыһына инә, ә 2016 йылда — донъяның иң яҡшы 200 юғары медицина мәктәптәре исемлегенә керә[2].

Нигеҙләү

үҙгәртергә

XIII быуат аҙағында Прагала университет ойоштороу өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә башлай. Ҡайһы бер монах ордендары, шул иҫәптән августиндар һәм доминиканар, был ваҡытҡа ҡарай үҙаллы уҡытыу эшмәкәрлеген алып барғандар[3]. XIII—XIV быуаттар хроникаларында ғибәҙәтхана, костёл һәм ҡайһы бер монастырҙәр ҡарамағында бер нисә тиҫтә уҡыу йорттары тураһында телгә алына. Әммә фәнни дәрәжә алыу өсөн Прага студенттарына сит илгә барырға тура килгән, был (бигерәктә сиркәү яғынан) мөһим етеһеҙлек тип баһаланған[4]. Король Вацлав II Изге Вит соборы ҡарамағындағы мәктәпте университетҡа (юғары мәктәпкә) үҙгәртергә уйлаған, әммә уның 1294 йылғы ынтылышына сиркәү йоғонтоһо үҫешенән ҡурҡҡан чех аристократияһы ҡаршы сыҡҡан[5][6].

 
Университетты нигеҙләүсе, Богемия короле һәм Изге Рим империяһы императоры Карл IV

1344 йылда Прага епископлығы архиепископлыҡ тип үҙгәртелгән, был үҙ сиратында Прагала юғары мәктәп барлыҡҡа килеүенә мөмкинлек биреүсе сәбәптәренең береһе булған. Богемия сиркәү яғынан тулыһынса Германия ерҙәренән бойондороҡһоҙ була башлаған, тәүге архиепископ итеп Арношт һайланған[5].

1346 йылда Изге Рим империяһы императоры Карл IV үҙ хакимлыҡ итеүен башлай. Был ваҡытҡа ҡарай уға 31 йәш тула, башланғыс белемде Францияла ала, шул уҡ ваҡытта Карлдың уҡыу-яҙыу белемлеге күп кенә Европа монархтары араһында күпкә юғарыраҡ булған[6]. Дөрөҫләүсе раҫлауҙар юҡ, әммә бәлки йәш Карл Сорбоннала лекцияларға йөрөүе һәм уның структураһы менән таныш булыуы мөмкин. Аҙаҡ таш ошо Сорбонна, Болонья тибындағы университеттарҙан айырмалы рәүештә, яңы университет өсөн өлгө булып китә[прим. 1][5][7].

1347 йылда Карл IV Авиньонда Рим папаһы Климент VI-нән төрлө фәндәрҙе уҡытыу менән Прагала юғары уҡыу йортон асырға рөхсәт алған. Шулай итеп Прга университетында дүрт факультет булдырылған: хоҡуҡ факультеты, ирекле сәнғәттәр факультеты, медицина факльтеты, һәм шулай уҡ һирәк осраған теология факультеты. Был урта быуат рәсми фәненең барлыҡ спектрын солғап алырға мөмкинлек биргән[8]. Рим руханиҙары фекере буйынса яңы университет Богемия короллегендә Христиан сиркәүенең көсәйеүендә ҙур роль уйнарға тейеш булған[9].

Юғары мәктәпте төҙөү тураһында Карл IV указы 1348 йылдың 7 апрелендә сыға, был көн рәсми рәүештә Карл университетын нигеҙләү көнө тип иҫәпләнә[10]. Архиепископ Арноштом тарафынан руханиҙар өсөн махсус һалым индерелгән, уның килеменә тәүге университет милке һатып алынғн һәм уҡытыусылар йәшәгән[11]. Һуңынан император уҡыу дәрестәрен алып барыу өсөн Старе-Место кварталында бер нисә бинаны һатып алған, улар уның исеме буйынса «Каролинум» тип аталған. Доктор һәм магистр титулы йөрөткән уҡытыусыларға һәм барлыҡ студенттарға уҡыу осоронда король тарафынан һаҡлау гарантиялана[10].

1349 йылдың 14 ғинуарында император Карл IV «Айзенах дипломын» төҙөй. Унда гарантияланған академик иректәрҙән тыш, студенттар һәм уҡытыусылар менән бер рәттән башҡа университет эшендә ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр өсөн һалымдан азат итеү урынлаштырылған[12].

1530 йылда Нюрнберг ювелир оҫтаханаһында университет мисәте яһала, ул һаман да уның рәсми эмблемаһы булып тора. Мисәттә Карл IV тубыҡланып изге Вацлавҡа университет нигеҙләнеү тураһында указ тапшырыуы һүрәтләнгән. Шулай итеп был һүрәт университет ҡурсалауға төп чех изгеһенә тапшырылыуын символлаштырған[13].

Эш башлауы

үҙгәртергә

Башта университеттың үҙ биналары булмай, ә студенттар уҡытыусылар менән бергә йәшәгән. 1347 йылдан дәрестәр Праганың монастырҙәрендә һәм Изге Вит соборы бүлмәләрендә уҙғарыла башлай. Профессорҙар Прагалағы түбәнге мәктәптәрҙән йыйылған йәки сит илдәрҙән саҡырылған. 1359 йылда тәүге тамамлаусы диплом алған. Әкренләп XIV быуаттың икенсе яртыһында ятаҡтар төҙөлә башлана, уларҙың тәүгеһе (Каролинум) 1366 йылда асыла[14]. Урта быуат ятаҡтары студенттарға һәм уҡытыусыларға тулы тәьмин ителеү тәҡдим иткән, унда йәшәүҙең шарттарының береһе мотлаҡ никахһыҙ йәшәү обеты булған, ул тик XVII быуат башында ғәмәлдән сыҡҡан[11].

 
Ҡулъяҙма китабында урта быуат классы, Богемия, XIV быуат

Ул ваҡытта ирекле сәнғәттәр факультеты иң ҙур популярлыҡҡа эйә булған, уның символы — глобус. Был факультетта предметтар ике тармаҡҡа бүленгән: artes formales (бында грамматика, риторика һәм диалектика ингән) һәм artes reales (арифметика, геометрия, астрономия һәм музыка). Шулай итеп факультет тормоштоң күп кенә өлкәләре буйынса төрлө яҡлы белем биргән. Хоҡуҡ, медицина һәм теология факультеттарының буласаҡ студенттары йыш ҡына башта ирекле сәнғәттәр факультетында уҡығандар, ә һуңынан үҙ факультетына уҡырға кергәндәр, был ул ваҡыт өсөн ғәҙәти күренеш булған[15].

Барыҡ башҡа «юғары» факультеттарҙан айырмалы рәүештә, ирекле сәнғәттәр факультетында ҡабул итеү шарттары етерлек демократик булған: 14 йәштән өлкәнерәк (ул ваҡыттағы закондар буйынса бәлиғ булыу йәше) һәм уҡыу һалымын түләү. Ғәҙәттә шулай уҡ уҡыу теле булараҡ латин телен минималь белеү, уҡый һәм һанай белеү кәрәк булған — яҙа белеү талап ителмәгән. Шунлыҡтан факультетҡа тик башланғыс латин училищеларын ғына тамамлаған бихисап малайҙар уҡырған кергән. Факультетта уҡыу 4 йәки 5 йыл дауам иткән, был шулай уҡ башҡа факультеттарҙан кәмерәк булған[16]. Титул алғандан һуң элекке студенттар ике йыл дауамында уҡытырға һәм башҡа студенттарға уҡыуында ярҙам итергә тейеш булғандар, шунлыҡтан ҡайһы бер профессорҙарға 20 йәштә тулмаған булған[17].

Хоҡуҡ факультетын үлсәү символлаштырған. Уҡыу процессы Болонья һәм Падуя университеттары программаһы нигеҙендә төҙөлгән, итальян традицияһы буйыынса декан студенттар араһынан һайланған. Шул уҡ ваҡытта факультет һәр ваҡыт университет менән идара итеүҙә йәлеп ителгән: әгәр ректор итеп башҡа факультет вәкилдәре һайланһа, проректор итеп хоҡуҡ факультеты вәкиле тәғәйенләнгән һәм киреһенсә[18].

Медициан факультетының символы пеликан булып китә. Тәүге осорҙа ул иң популяр булмаған факультет була. Уның профессорҙары йыш ҡына һарай яны табибтары функцияларын башҡарған. Иң һуңғы һәм престижлы теология факультетында уҡыу һәр береһе алты йыл тәшкил иткән ике өлөштән торған. Тағы ла бер нисә уҡыу йылын талап иткән доктор дәрәжәһен алыу бик һирәк осраған. Теология факультетының символы күгәрсен булып китә[18].

Беренсе ректорҙар һәм декандар

үҙгәртергә

Университеттың оҙайлы тарихында күп кенә уның традициялары алмашынған йәки яңылар менән алмаштырылған, әммә береһе хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған — университет башында һәр ваҡыт ректор тора[прим. 2]. Нигеҙләү һәм дәрестәр башланыу ваҡытынан бер нисә йыл үткәс, 1356 йылда академик сенат беренсе ректорҙы һайлаған[19].

 
Ректор Вацлав Гампл (2006—2014) классик ректор мантияһында

Ректор университеттың вәкиле була, йыйылыштар һәм ҡорҙар йыя, уға уҡыу башында студенттар (уҡыуҙың барлыҡ баҫҡыстағы) ант итә[20]. Шулай уҡ ректор урынлаштырылған университет ҡағиҙәләренең үтәлешен ҡараған һәм финансты тотоноу менән етәкселек иткән. 1347 йылда ойошторолған университет суды ректорға буйһонған һәм ҡала судына альтернатива булып хеҙмәт иткән — университеттағы хеҙмәткә бәйле булған короллек подданыйҙарының эштәре университет судында тикшерелгән, уның ҡарарҙары төрлө яза мөмкинлектәре, шул иҫәптән төрмәгә ябыу була алған. 1397 йылғы король указына ярашлы университет суды король судынан тулы бойондороҡһоҙлоҡ алған[21].

Башта ректор бер йылға, һуңынан ярты йылға һайланған (хәҙерге ваҡытта был мөҙәт 4 йыл тәшкил итә). XV быуат башында ректор ҡарамағында ике совет эшләгән: кесе (8 кешенән торған) һәм ҙур (16 кешенән торған)[22]. Шулай уҡ 1405 йылда Рим папаһы Прага университеты ректорҙарына архиепископ тәхете бер кем менәндә биләнмәгән осраҡта сиркәү сәркәтибе ролендә сығыш яһарға хоҡуҡ биргән. Был буласаҡ Гуситтар инҡилабында, Чехия территорияһында католки дине ҡыҫырыҡланған ваҡытта, мөһим роль уйнаған[23].

Күпмелер ваҡыт уҙғас факультеттар университет идаралығы органдарында үҙенең вәкилдәрен ҡуйыу кәрәклеген тойғандар. Бындай вәкил декан (лат. dekanus) булып киткән. Иерархияла декандар ректорҙан түбәнерәк торған, әммә уға буйһонмаған. Декандар үҙ факультеттарында имтихандарҙы контрольдә тотҡан, сығарылыш тантаналарын уҙғарған. Беҙҙең замандарға килеп еткән иң боронғо магистр дипломы 1359 йылдың 12 ғинуарында тапшырылған[23].

Ике Папа низағы һәм Кутногор декреты

үҙгәртергә

XIV быуатта университетта уҡыу башлыса лекцияларҙа һәм семинарҙарҙа барған. Студенттар Боронғо донъя һәм урта быуат ғалимдары һәм яҙыусыларының хеҙмәттәрен уҡығандар һәм конспект яҙғандар. Оратор сәнғәтенә һәм үҙ фекерен телдән һөйләй белеүгә ҙур иғтибар бүленгән. Үҙ идеяларын студенттар һәм уҡытыусылар диспуттарҙа еткергәндәр, бында хатта ул осорҙа инквизиция ересь тип иҫәпләй алған темаларҙа осраған. Бындай диспуттарҙа булыу бакалаврҙар һәм магистрҙар өсөн мотлаҡ булған.

Төрлө факультеттарҙа уҡыу оҙайлығы төрлөсә булған. Сығарылыш тантаналарына (уҡыу тамамланыуы тураһында диплом тапшырыу тантаналары) ҙур иғтибар бүленгән, унда ҡәтғи йөкмәткенән тыш көләмәстәр һәм шаяртыуҙар ишетергә мөмкин булған[23].

Француз өлгөһө буйынса университетта дүрт милли блок барлыҡҡа килгән: чех телендә һөйләшкән Чехия (Богемия һәм Моравия) халҡы, башлыса немец телендә аралашҡан Силезия һәм поляк ҡалалары халҡы, немец телендә һөйләшкән Саксония кешеләре (уларға шулай уҡ Англия һәм Скандинавия халҡы яҡын булған), Рейндән көньяҡҡа табан йәшәгән Бавария һәм Австрия халҡы. Һәр бер төркөм академик сенат тауышына тиң хоҡуҡҡа эйә булған[24][25].

 
Кутногор декреты, 1409 йыл

Әкренләп 1380-се йылдарҙа чех телендә һөйләшкән студенттар (уларҙың вәкиллеге академик сенатта тик дүртән бер өлөш кенә булған) һәм немец телендә аралашҡан күплек араһында низағтар көсәйә барған. 1386 йылғы тәүге низағ ятаҡтарҙағы урындарға бәйле булған, ул Прага архиепископы тарафынан чехтар файҙаһына хәл ителгән. Был ҡарар университет ректорын һәм яҡынса 20 профессорҙы ҡәнәғәтләндермәгән, улар протест белдереп Праганы ташлап киткәндәр һәм аҙаҡ Гейдельберг һәм Кёльн университеттарын нигеҙләүҙә ҡатнашҡандар[24][26].

1378 йылда католик сиркәүе эсендәге низағтар папа тәхетенә ике дәғүәсе барлыҡҡа килеүенә килтерә: Римда идара иткән Григорий XII һәм Авиньонда идара итеүсе Бенедикт XIII. Сиркәү ойошмаһы булараҡ университет бынан ситтә ҡала алмаған. 1408 йылда Пиза соборына әүҙем әҙерлек эштәре башлана, унда бер үк ваҡытта идара итеүсе ике папаны алып ташлау һәм яңынан берәүҙе һайлау ниәтләнгән.

Немец телендә аралашҡан университет общинаһы Пиза соборны йыйырға ҡаршы булған һәм папа Григорий XII тоғролоҡ һаҡлаған. Чех общинаһы, уның иң эшмәкәрле вәкилдәренең береһе Ян Гус король Вацлав IV ярҙамында үҙенә күпселек тауышты йәлеп итә алған һәм 1409 йылдың 18 ғинуарында Кутногор декреты ҡабул ителгән. Декретҡа ярашлы университетта чехтар өс тауышҡа, ә ҡалған халыҡтар бер тауышҡа эйә булған. Был указды яҡлауға Париж һәм ҡайһы бер итальян университеттары миҫалдары килтерелгән, уларҙа мөһим тауышҡа урындағы төп халыҡ эйә булған[27]. Сикләнгән халыҡтар үҙ тауыштарына хоҡуҡтарын ҡайтарырға маташҡандар, һәм хатта Пизаға үҙ вәкилдәрен ебәргәндәр. Әммә уңышһыҙлыҡҡа осрағандар һәм барлыҡ уҡытыусылар студенттар менән бергә протест бедереп университетты ташлап китәләр һәм яңы немец телле Лейпциг университетына нигеҙ һалғандар[28][29]. Университетты ташлап киткән уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың иҫәбен аныҡ һанау мөмкин түгел, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса улар 500-ән 800 кешегә барып еткән[30].

Ян Гус һәм Джон Уиклиф

үҙгәртергә
 
Ян Гус, медерит (1690)

Оксфордҡа уҡырға барған ҡайһы бер студенттар 1380-се йылдарҙың уртаһында үҙҙәре менән инглиз реформаторы Джон Уиклифтың хеҙмәттәрен алып килгән[31], улар шул ваҡыт өсөн шаңдаулы һәм ҡыйыу булған. Яҙмаларҙың абстрактлы булыуына ҡарамаҫтан, текстарҙа Католик сиркәүенә асыҡ киҫкен тәнҡит күренгән. Чех халҡының вәкилдәре башлыса Уклифтың хеҙмәттәренә ыңғай ҡарашта булған, ә немец халыҡтары йышыраҡ уны ересь тип атаған. Был хеҙмәттәр Ян Гусҡа ла ҙур йоғонто яһаған, ул ҡаланың иҫке өлөшөндәге Вифлеем часовняһының настоятеле итеп тәғәйенләнгән. Гус йыш ҡына сиркәүҙе тәнҡитләгән, шул уҡ ваҡытта үҙен уның тоғро яҡлаусыһы тип иҫәпләгән[32].

Гус ирекле сәнғәттәр факультетында магистр титулын алған һәм шулай уҡ теология факультетында уҡыған. 1401 йылда ул ирекле сәнғәттәр факультеты деканы итеп һайланған[30]. Густың популярлығы арта барған һәм 1409 йылдың көҙөндә ул университеттың ректоры итеп тәғәйенләнгән. Әммә сиркәү үҙе Гусҡа һәм уның идеяларына һаҡсыл ҡараған һәм 1414 йылда Ян Гус Констанцҡа саҡырылған, бында уға ерестә һәм университеттан немецтарҙы ҡыуыуҙа ғәйепләнгән. 1415 йылдың 6 июлендә Ян Гус еретик булараҡ яндырылған. Был ваҡиғанан һуң университет эсендә барлыҡҡа килгән низағтар һөҙөмтәһендә артабанғы бер нисә йыл дауамында теология, медицина һәм юридик факультеттары фактик рәүештә ябыҡ булған, тик ирекле сәнғәттәр факультеты тулыһынса эшен дауам иткән[33][34].

1434—1622 йылдар

үҙгәртергә

Гусит һуғыштарында Ян Густың эйәреүселәре еңелгәндән һуң университет әкренләп үҙенең универсаль статусын юғалта барған. Шулай уҡ сит ил кешеләренең ағымы кәмегән, был чехтар тураһында диндән ситкә тайпылыусылар булараҡ фекерҙәр артыуы менән бәйле булған[35][36]. Карл университеты Европала Чехия короллегенең төбәк университеты булараҡ ҡабул ителә башлаған һәм үҙенең халыҡ-ара статусын юғалта барған, быға уның ҡәтғи гусит йүнәлеше әүҙем булышлыҡ иткән[прим. 3][37].

 
Штепанска урамындағы гимназия — Чехияла иң боронғо мәктәп (1556)[38]

XV быуатта университетҡа тағы ла ике студент ятаҡтары ҡушылған[39], һөҙөмтәлә Аҡ тауҙағы һынылышлы алышҡа тиклем ул өс профессор һәм биш студент ятаҡтарына эйә булған. Тулыһынса уҡытыу тик ирекле сәнғәттәр факультетында алып барылған, шулай уҡ медицина факультетында бер ни тиклем уҡытыу тураһында ҡайһы бер телгә алыныуҙар бар. Өс факультет булмағанға күрә, ирекле сәнғәт факультетында йыш ҡына башҡа дисциплиналарға ҡараған материалдар уҡытылған. XVI быуаттың икенсе яртыһында юридик лекциялар тергеҙелгән[40], теологик лекциялар тулыһынса бөтөрөлгән, сөнки Католик сиркәүе ирекле сәнғәттәр факультетында уларҙы уҡытыуҙы яраҡһыҙ тип иҫәпләгән[35].

Бер генә факультет ҡалыуына ҡарамаҫтан университетта ректорҙан тыш декан вазифаһы һаҡланған. Ректор был ваҡытта архиепископ функцияларын да башҡарған, сөнки ул бер нисә тиҫтә йылдар тәғәйенләнмәгән. Университет шулай уҡ барлыҡҡа килгән шәхси латин мәктәптәрен («schola particularis») контрольдә тотҡан[41], уларҙа уҡытыу кимәле сағыштырмаса юғары тип иҫәпләнгән. XVI быуат уртаһында Чехия территорияһында латин мәктәптәренең иҫәбе 120 барып еткән, был шул осорҙағы Европа өсөн бик күп булған, сағыштырма мәктәптәр иҫәбе тик немец ерҙәренең үҫешкән өлкәләрендә һәм Голландияла күҙәтелгән[42][прим. 4]. Йыш ҡына мәктәптәргә финанстар етешмәгән, шул ваҡытта уҡыусылар уҡыуын үҙ ғаиләһе иҫәбенә түләгән[прим. 5][43].

Был ваҡытта университетта әүҙем рәүештә антик шиғриәте һәм грек әҙәбиәте уҡытылған, 1570-се йылдарҙан чех ерҙәренә башлыса Италиянан килгән гуманизм сәскә атҡан[44][45]. Студенттар үҙҙәре грек һәм рим шағирҙары стилендә күп шиғырҙар ижад иткән[46]. Ошо ваҡыттан беҙҙең заманға тиклем бихисап телмәрҙәр, эпитафиялар, элегиялар, одалар һәм ҡотлауҙар килеп еткән, әммә барлыҡ ижадтан ысын шиғриәт бик аҙ ижад ителгән[47].

Университет шулай уҡ тәбиғи фәнни асыштарға иғтибар иткән. Математикаға һәм тәбиғәтте өйрәнеү фәндәренә ҡыҙыҡһыныу университетта ҡабул ителгән ете ирекле сәнғәттәр системаһының үҙендә һалынған. Чуманан дарыуҙар эшләнгән, йондоҙҙар артынан күҙәтеү өсөн ағас обсерватория төҙөлгән, үлекһәләрҙе ярып ҡарауҙар уҙғарылған[48].

1610 йылда астрономияны һәм математиканы уҡытыу өсөн университетҡа ул ваҡытта Прагала йәшәгән Иоганн Кеплер саҡырылған. Кеплер университет хужа булған йортта йәшәгән һәм шулай уҡ уның обсерваторияһы менән файҙаланған. Әммә ул уҡытыу эшенән баш тартҡан,үҙ артынан университет математигы һәм астрономы вазифаһын һаҡлап ҡалған[49].

Университеттың үҫешенә ҡарамаҫтан, профессорҙар йыш ҡына мотлаҡ никахһыҙлыҡ шарты бөтөрөлгән башҡа юғары уҡыу йорттарына күскәндәр (никах төҙөгәндә профессор, шул иҫәптән ректор университетты ташлап китергә мәжбүр булған). 1612 йылда Карл университетында мотлаҡ никахһыҙлыҡ шарты бөтөрөлгән[50].

Ятаҡтар милке менән 1609 йылдан квестор (чех Kvestor, ингл. Bursar) етәкселек иткән, был вазифа хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған. Квестор барлыҡ университеттың хужалығы менән етәкселек итә, уға ректорат һәм башҡа учреждениелары хеҙмәткәрҙәре буйһонған[51][52].

 
Клементинум 1750 йылғы картинала

XVI быуат башында Прагала яңы иезуит университетының (Клементинум) барлыҡҡа килеүе (Карл университеты ул ваҡытта протестант булған), шулай уҡ сит ил юғары уҡыу йорттарының үҫеше әүҙем үҙгәртеүҙәргә булышлыҡ иткән. Йәнә эшләй башлаған хоҡуҡ, медицина һәм теология факультеттарын реформалау аҡса етешмәгәнлектән уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1612 йылда уҙғарылған киләһе реформа фәлсәфә факультетында уҡытыу ғәмәленә үҙгәрештәр индергән: быға тиклем һәр бер профессор төрлө предметтарҙы уҡыта алған[прим. 6], хәҙер профессорҙар тик бер генә предметты уҡытырға тейеш булған. Реформа шулай уҡ семинарҙарҙың яңы ҡағиҙәләрен тасуирлаған, уларҙа студенттар йыш ҡына үү ҡараштарын еткерергә һәм уларҙы дәлилләргә тейеш булған. 1618 йылға ҡарай бакалавриат һәм магистратураны тамамлаусыларҙың иҫәбенең ныҡ үҫеүе был ҡарарҙарҙың эффектлы булыуы тураһында һөйләй[53].

1526 йылда Мохач янындағы алышта Чехия һәм Венгрия короле Людовик II һәләк булғандан һуң, Чехия Габсбургтар монархияһының бер өлөшө булып китә һәм уның тәхетенә Фердинанд I ултырған, ул Германиянан (лютеранлыҡ) һәм Швейцариянан (кальвинизм) таралған реформацияны хупламаған. Фердинанд I Карл университетын католик итергә теләгән, әммә был ваҡытта быны әле тормошҡа ашырып булмаған. 1556 йылда Фердинанд Прагаға иезуиттарҙы ебәргән, улар 1562 йылда Карл күпере янында католик уҡыу йортона (Клеменинум) нигеҙ һалған[54][55][56], ул университет булмаһа ла уҡыу дәрәжәләрен бирергә хоҡуғы булған. 1616 йылда уға университет статусы бирелә[57].

Университет XIX быуатта

үҙгәртергә

Леопольд II вафат булғандан һуң тәхетте уның улы Франц II биләй, ул 1792 йылдан 1835 йыға тиклем хакимлыҡ итә. Франц II осоронда монархия абсолютизм формаһына эйә була. Уҡыу йорттары, бигерәктә юғары, иғтибар менән контрольдә тотолған. Революцион йүнәлештәрҙе булдырмау өсөн 1804 йылда барлыҡ уҡыу йорттарында динде мотлаҡ өйрәнеү индерелә[58][59].

 
Күренекле математик Больцано 1881 йылғы һүрәттә

1805 йылда яңы булдырылған фәлсәфә һәм дин кафедраһы етәксеһе итеп Бернард Больцано тәғәйенләнә. Беҙҙең ваҡытта Больцано күренекле математик булараҡ билдәле, әммә ул ваҡытта уға университетта математиканы ла, логиканы ла уҡытырға рөхсәт бирмәгәндәр. 15 йыл дауамында университетта эшләү ваҡытында Больцано ҙур авторитет яулай, әммә бер ваҡытта ла уҡыу программаһы сиктәрендә ҡалмай, йыш ҡына дәүләт яғынан хупланмаған төрлө темаларға ҡыйыу рәүештә фекер йөрөткән. 1820 йылда Больцано үҙенең ирекле фекерҙәре өсөн Рим папаһы талабы буйынса императорҙың шәхси указы менән барлыҡ университет вазифаларынан азат ителгән. Бынан һуң Бернард Больцано үҙенең ҡалған ғүмерен математика һәм логикаға бағышлаған[60][61].

Әкренләп университетта аҙ тәьмин ителгән студенттарҙың тормошонда һәм уҡыуҙа ярҙам итеү өсөн төрлө фондтар нигеҙләнгән һәм гранттар эшләнелгән. Улар араһында табип Юлиус Кромбхольц фонды иң билдәлеләренең береһе булған, ул уҡыусыларҙың медицина сығымдарын ҡаплау өсөн тәғәйенләнгән. Университет рөхсәте менән фонд аҡсалары урта мәктәптең ҡайһы бер уҡыусыларына ла бирелгән. Фактик рәүештә был фонд студенттарҙың медицина страховкалау функцияларын башҡарған, уны XX быуат башында академия сенаты индерергә маташҡан, әммә уңышһыҙлыҡҡа осраған. Тик Беренсе донъя һуғышынан һуң университетта мотлаҡ медицна страховкалау индерелгән, уның өсөн уҡырға кергәндә абитуриенттарҙан билдәләнгән сумма алынған[62].

1848 йылғы ваҡиғалар һәм уның эҙемтәләре

үҙгәртергә

1848 йылда университет үҙенең 500 йыллығын билдәләгән. 1848 йылдың 7 апреленә оло байрам ойошторорға ниәтләнгән, унда бер нисә чех һәм ҡалғандары сит илдән булған 51 профессорға почётлы доктор маҡтаулы исемен бирергә күҙалланған[прим. 7][63]. Тәре йөрөтөүселәр майҙанында университетты нигеҙләүсе Карл IV һәйкәлен асырға әҙерләнә, был һәйкәл Дрезден скульпторы Эрнст Хенелдең эше тимерҙән ҡойолған һәм неоготик стилдә булған: Карл IV постаментында университетың 4 факультеты символы һәм монархтың 4 рухи ҡурсалаусылары һүрәтләнгән[64]. Әммә ошо йылдағы драматик ваҡиғалар арҡаһында почётлы докторҙар дипломдары почта аша тик 1849 йылда таратылған[65], ә һәйкәл 1851 йылда бер ниндәй байрам сараларһыҙ урынлаштырыған[66][67].

1848 йыл Францияла инҡилаб менән башланған, ул күп кенә Европа илдәренә, шул иҫәптән Австро-Венгрияға йоғонто яһаған. 15 мартта Прага студенттары Каролинумдың ҙур залына йыйылған һәм властарға петиция иғлан итеп, унда ирекле уҡытыу һәм дин тотоуҙы, чех һәм немец телдәренең тиң хоҡуҡлығын, Прага техник университеты яңы факультет булараҡ университетҡа ҡушыуҙы һәм студент союздары төҙөүгә рөхсәт биреүҙе талап иткәндәр[68]. Ректор менән академик сенат һәм барлыҡ факультеттары профессорҙарының вәкилдәре менән берлектә шулай уҡ петицияға ҡушылғандар[69]. Петицияны баш ҡалаға монархҡа тапшырыу өсөн депутация йыйылған, уны 23 мартта Вена студенттары хөрмәт менән ҡаршы алған. 27 мартта петицияға яуап бирелгән, ул уның авторҙарының күбеһен ҡәнәғәтләндермәгән. Барлыҡ талаптар араһынан унда тик уҡыу пландарын яңыртыу һәм уҡыу процессына ирекле биреү тураһында ғына һүҙ барған һәм бының өсөн мәғариф министрлығын ойошторорға ҡарар ителгән. Депутация ҡайтҡандан һуң, ҡарарҙар менән риза булмаған студенттар бөтә Прага буйлап митингылар әҙерләй башлай. Йәмғиәттә болғаныуҙарҙы күреп, земство президенты юридик факультеты декан һәм академик сенат менән кәңәшләшеп Чехия территорияһында петицияның барлыҡ тиерлек пункттарын (Прага техник мәктәбен ҡушыуҙан тыш) ҡәнәғәтләндергән[70][66].

 
Ат баҙарында (хәҙер Вацлав майҙаны) стачка

Француз инҡилабына илһамланып Австрия империяһында ла гражданлыҡ хоҡуҡтары һәм иреклеге өсөн инҡилаб башлана. Әкренләп инҡилаб империяның башҡа өлөштәре, шул иҫәптән Чехия буйынса тарала[71][72].

Инҡилаб барышында Прага комендантының ҡатыны княгиня Виндишгрецты митингта үлтергәндән һуң, ҡала эшселәре һәм студенттары ҡоралланып һәм баррикадалар төҙөп асыҡ рәүештә Австрия ғәскәренә ҡаршы сығыш яһай башлайҙар. Әммә баштан уҡ көстәр тигеҙ булмай һәм тиҙҙән Прага ихтилалы тулыһынса баҫтырылған, әммә студенттар араһынан да ул ҡорбанһыҙ үтмәгән[73][74]. 1849 йылдың 9 майынан 10 майға ҡарй төндә полиция күп кенә радикалдарҙы ҡулға алған, улар араһында 24 ҡулға алынған немецтарҙан етеһе үлем язаһына хөкөм ителгән, ә 16 ҡулға алынған чехтар араһынан дүртеһе иң юғары язаға тарттырылған. Ҡулға алынғандарҙың икеһе ҡасып ҡотолған, ә ҡалғандарына яза оҙайлы мөҙәткә төрмәгә ябыу менән алыштырылған[71].

Австрия империяһының барлыҡ өлөштәрендә инҡилаб тулыһынса баҫтырылғандан һуң, монархия неоабсолютизм ҡылыҡһырламаһына эйә булған. Шулай ҙа университеттар менән бер ни тиклем компромисстар ирешелгән: уларға автономия, ирекле уҡыу һәм фәнни тикшеренеүҙәр гарантияланған. 1850-се йылдарҙан фәнни тикшеренеүҙәр университет сифатын үлсәү берәмеге булып китә[75]. Уҡыу директоры вазифаһы бөтөрөлә, факультет менән етәкселек профессорҙар йыйылыштары аша башҡарылған, улар даими ҡатнашыусыларҙан, алмашынған ҡатнашыусыларҙан һәм университеттар доценттарының ике вәкиленән торған[76].

Ихтилалдар баҫтырылғандан һуң инҡилабты әүҙем хуплаған ҡайһы бер профессорҙар университеттан ҡыуылған. Шулай уҡ Прага университеты немец профессорҙарын йыя башлаған, улар ҡағиҙә булараҡ Праганы баш ҡала Вена алдынан аралыҡ нөктәһе тип файҙаланған[77]. Әммә ҡайһылары чех телен өйрәнгәндәр һәм үҙенең эш урыны менән ҡәнәғәт булып ҡалғандар[76].

XX быуат башына ҡарай университетта факультеттарҙы сиратлатып йыл һайын яңы ректорҙы һайлау традицияһы әле һаҡланып ҡалған. Был традиция тәүге тапҡыр 1909 йылда боҙола, ошо йылда фәлсәфә факультеты тауыштары ярҙамында теолог Габриэль Пегачек урынына филолог Йозеф Краль ректор итеп һайланған. Бынан һуң үҙенең популярлығын юғалтып барған теология факультеты йыл һайын Пегачек кандидатураһын ректор һайлауҙарына сығарғандар, тик 1917 йылда Габриэль Пегачек һайлауҙарҙа еңә һәм теология факультетынан иң һуңғы ректор була[78].

 
Альберт Эйнштейн 1921 йылда

1880-се йылдар башынан күп кенә чех студенттары үҙенең сәйәси ҡараштарында Милли партиянан («оло чехтарҙан») алыҫлаша башлайҙар һәм 1874 йылда төҙөлгән Ирекле фекер йөрөтөүсе партияһына («йәш чехтар») әүҙем рәүештә хуплағандар. Яңы сәйәси ҡараштағы студенттар Slavia йәмғиәтенә берләшкән, 1889 йылдың 3 майынан улар «Чех студентлығы журналы» (чех Časopis českého studentstvá) тигән журналды сығара башлай, уның мөхәррирҙәре араһында буласаҡ чех сәйәсмәндәре Антонина Гайна һәм Карел Сокол булған[79][80].

1890-сы йылдарҙан университет шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡыуға ҡабул итә башлаған. 1897 йылдың 23 марттағы указ буйынса ҡатын-ҡыҙҙарға фәлсәфә факультетында, ә 1900 йылдың 3 сентябренән — медицина факультетында уҡырға рөхсәт бирелгән. Хоҡуҡ факультетында ҡатын-ҡыҙҙарға уҡырға рөхсәт тик 1918 йылда бирелгән. Университетҡа ҡабул ителеү өсөн урта мәктәпте тамамлау тураһында таныҡлыҡ кәрәк булған, шунлыҡтан ошо ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн урта училищелар һәм гимназиялар барлыҡҡа килгән. Гарриг Масарик университетта ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлығы өсөн әүҙем көрәшкән, уның ҡыҙы 1903 йылда университетты тамамлаған. Әкренләп ҡатын-ҡыҙҙарҙың университетта уҡыуы ғәҙәти күренешкә әйләнгән һәм улар хоҡуҡтарҙа тулыһынса тиңләшкән[81][82].

1911 йылда немец университетына Цюрихтан билдәле физик Альберт Эйнштейн саҡырылған. Ике йыл дауамында ул фәлсәфә факультетында теоретик физиканы уҡытҡан, һуңынан Берлин университетына, ә аҙаҡ АҠШ-ҡа эмиграциялаған[83][84].

Ата-әсәһенең теләге буйынса университеттың юридик факультетына Франц Кафка уҡырға керә. Әммә буласаҡ яҙыусыны, шулай уҡ уның университет буйынса иптәше Макс Бродты, фәлсәфә һәм сәнғәт буйынса лекциялар нығыраҡ ҡыҙыҡһындырған. Франц Кафка һәм Макс Брод университетты 1906 йылда хоҡуҡ докторы титулы менән тамамлайҙар[85].

1915 йылда Карел Чапек эстетика һәм сәнғәт тарихы буйынса үҙенең диссертацияһын яҡлай, ә 1918 йылда «Алюминийҙың электртиҫкәрелеге» темаһы буйынса Ярослав Гейровский (Чапектың Академик гимназия буйынса класташы, буласаҡ Нобель премияһы лауреаты) диссертация яҡлай[86].

Беренсе донъя һуғышы башланыу менән күп кенә студенттарҙы һәм ҡайһы бер уҡытыусыларҙы хәрби хеҙмәткә саҡырғандар. Француз (һуңыраҡ итальяндарҙа) уҡытыусылары дошман дәүләте граждандары булараҡ университетты ташлап китергә мәжбүр булғандар[87]. Бынан башҡа хәрби мәнфәғәттәргә университеттың ҡайһы бер биналары ваҡытлыса ҡулайлаштырылған: Клементинумда лазарет урынлаштырыла, медицина факультетының бер нисә клиникалары үҙгәртеп ҡоролған[88][89].

1915 йылда Гарриг Масарик Чехословакияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрәкәткә ҡушылған, шуның өсөн ул университеттан ҡыуылған[90][86]. 1918 йылдың 30 октябрендә, Чехословакия рсепубликаһы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң ике көн үткәс, ректор һәм академик сенат ҡарарына ярашлы Масарик үҙ хоҡуҡтарында университетта тергеҙелгән, ә 1918 йылдың 14 ноябрендә Чехословакия президенты итеп һайланған[91][92].

Беренсе республика һәм нацистик оккупация: 1918—1945

үҙгәртергә

Беренсе Чехословакия республикаһын иғлан иткәндән һуң, 1920 йылдың 19 февралендәге законға ярашлы, Карл-Фердинанд университетының исеме Карл университеты тип үҙгәртелә[93]. Шулай уҡ 1920 йылдың 24 июнендәге закон буйынса фәлсәфә факультетынан айырылып яңы тәбиғәтте өйрәнеү факультеты (бында математика менән физика ингән) ойошторолған[94]. Университет комплексына әүҙем рәүештә яңы биналар өҫтәлгән, шулай итеп етешмәгән майҙандар мәсьәләһе хәл ителгән. 1929 йылда фәлсәфә факультетының яңы бинаһы төҙөлөп бөтә[95], ә 1931 йылда — теологик факультетының бинаһы асыла[96]. 1931 йылда хоҡуҡ факультеты бинаһының төҙөлөшө тамамланған, ә 1934 йылда ошо уҡ бинаға Каролинумдан университет ректораты күскән[97]. Әкренләп шулай уҡ Каролинумдың үҙен реставрациялау эштәре алып барылған[98].


1938 йылғы Мюнхен килешеүенән һуң Чехияның Судет өлкәһе Өсөнсө рейхҡа бирелгән, ә Венгрия Словакияның көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәрен оккупациялаған, бынан һуң Словакияла уҡытҡан барлыҡ тиерлек чех профессорҙары Прага һәм Брно ҡалаларына кире ҡайтҡандар. Профессорҙарҙың пенсия йәше 70 йәштән 65 йәшкә тиклем кәметтеләгән. Нацистик Германия йоғонтоһо арҡаһында 1939 йылдың 21 февралендә йәһүдтәргә дәүләт вазифаларын биләүҙе тыйған закон сыҡҡан. Барлыҡ йәһүд профессорҙары һәм доценттары университетты ташлап китергә мәжбүр булған. Немец университеты нацизм йоғонтоһоноң һәм Немец милли-социаль эшселәр партияһының үҙәге булып китә, 10 мартта уның студенттары тарафынан Каролинум бинаһында Өсөнсө рейх флагы ҡуйылған[99].

1939 йылдың 15 мартында Чехословакияның территорияһы Өсөнсө рейх тарафынан оккупацияланған, ә 16 мартта ул Богемия һәм Моравия протектораты тип иғлан ителә. 1939 йылдың 28 октябрендә бойондороҡһоҙ чехословак дәүләте төҙөлөүенең 21-йыллығына Праганың үҙәге буйылап урынлашҡан режимға ҡаршы демонстрациялар була, улар барышында медицина факультеты студенты Ян Оплетал үлемесле яра алған. 15 сентябрҙә уның менән хушлашырға күп студенттар һәм Прага халҡы килгән. Хушлашҡандан һуң протекторат һәм оккупация менән ризаһыҙлыҡ белдереп студенттар урамдарға сыҡҡан. 16 сентябрҙән 17 сентябргә ҡарай төндө нацистар Прага һәм Брно ҡалалары ятаҡтарында һәм фатирҙарында яҡынса 1200 чех студенттарын (илдең бөтә студенттарының яҡынса һигеҙ процентын) ҡулға алғандар һәм аҙаҡ Заксенхаузен концентрацион лагерена ебәргәндәр, демонстрацияларҙы башында торған 9 студентты иртәнсәк атҡандар. Бынан һуң рейхспротектор Константин фон Нейрат бойороғона ярашлы барлыҡ чех юғары уҡыу йорттары өс йылға ябылған, әммә фактик рәүештә был тыйыу оккупация тамамлағанға тиклем ғәмәлдә булған[100][101]. Барлыҡ ҡалған чех студенттарына ятаҡтарҙы бушатырға бойоролған, аҙаҡ уларҙың күптәрен Өсөнсө рейхтың хәрби предприятиеларында эшләргә мәжбүр иткәндәр[102].

 
Прага Градында Адольф Гитлер, 1939 йылдың 15 марты

Чехиняң фәнни интеллигенцияһына һәм стдентлығына ҡаршы йүнәлтелгән террор хатта алыҫ яҡтағы ил кешеләрен шаҡ ҡатырған. Донъя буйлап, шул иҫәптән Латин Америкаһының, күп кенә университеттар был ваҡиғаны тәнҡитләгән. Дөйөм халыҡ-ара яуап итеп, 17 дәүләт тарафынан Бөйөк Британия студенттары союзы иғлан иткән иҫтәлекле көн — 17 ноябрь Халыҡ-ара студенттар көнө тип ҡабул ителгән[103][104].

Чех телле юғары уҡыу йорттары ябылғас, чех Карл университеты уҡыу йорто булараҡ эшләмәй, әммә финанс һәм иҡтисади субъект булып ҡалған. Университет ректоры лингвист Бедржих Грозный була, ул был вазифаһын үҙе артынан оккупация тамамлағанға тиклем һаҡлап ҡала һәм фәнни эшмәкәрлеген дауам итә. Профессорҙарҙың күбеһе мөҙәтһеҙ отпускыға ебәрелгән, аҙаҡ уларҙың ҡайһылары шулай уҡ концлагерҙарға оҙатылған[105]. Оккупация осоронда барлығы университеттың 23 профессоры һәләк булған[106]. Бушатылған университет биналарын нацистар үҙ мәнфәғәтендә файҙаланғандар. Мәҫәлән, юридик факультеты бинаһында СС комендатураһы урынлашҡан[107][104].

Коммунистик осор: 1945—1989

үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы тамамлағандан һуң Карл университеты тиҙ генә йәнә эшләй башлай: 1945 йылдың 1 июненән 7 сентябргә тиклем Чехословакия юғары уҡыу йорттарында пладан тыш ҡыҫҡартылған йәйге семестр уҙғарыла[прим. 8][108], ә 22 октябрҙә башланған киләһе уҡыу йылында[109] ректор һайлауҙары була һәм университет тулы уҡыу процессына ҡайта. Һуғыштан һуң республикала Судет немецтары статусына ҡарашты ҡырҡа үҙгәртә: президент Эдвард Бенештың 1945 йылдың 18 октябрендәге декретына ярашлы немец Карл университеты һәм илдәге башҡа немец юғары уҡыу йорттары ябылған[110][111]. Немец халҡы тиҙҙән депортацияланған.

1945 йылда Пльзень һәм Градец-Кралове ҡалаларында медицина факультетының филиалдары асыла[111]. 1945 йылда Каролинум бинаһының бер нисә этаптан торған реконструкцияһы башлана[112], ул 1968 йылда тамамлана[113][114].

Һуғыштан һуңғы тәүге ун йыллыҡтарҙа университет шулай уҡ әүҙем рәүештә үҙенең факультеттар һанын арттырған. Яңы ойошторолған педагогия факультеты 1955 йылда айырым Юғары педагогия мәктәбенә үҙгәртелә, әммә 1964 йылда ул йәнә университет составына инә. 1953 йылда медицина университеты өскә бүленә: дөйөм медицина (шул иҫәптән стоматология) факультеты, балалар медицинаһы (педиатрия) факультеты һәм гигиена (шул иҫәптән эпидемиология) факультеты. 1952 йылда тәбиғәтте өйрәнеү факультеты шулай уҡ өс факультетҡа бүленгән: физика-математика (шул иҫәптән химия), биология һәм геология-география. Был бүленеш ғәмәлдә үҙен насар яҡтан күрһәткән һәм 1959 йылда йәнә химия кафедраһы, биология һәм геология-география факультеттарынан торған тәбиғәтте өйрәнеү факультеты ойошторолған. 1957 йылда физик культура һәм спорт институты нигеҙләнә, ул 1965 йылда айырым факультет итеп үҙгәртеп ҡорола[115][116].

 
Прагала коммунистик демонстрация, 1947 йыл

1948 йылғы Чехословакияла хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә коммунистик партия власҡа килә, 1948 йылдың 9 майында яңы Конституция ҡабул ителә. Республика президенты Эдвард Бенеш уға ҡул ҡуйыуҙан баш тарта һәм 1948 йылдың 7 июнендә отставкаға китә, унан һуң 14 июндә президент вазифаһын Клемент Готвальд биләй. Февраль түңкәрелеше ваҡиғалары менән риза булмаған 2 мең студент[прим. 9] 1948 йылдың 25 февралендә Нерудова урамы буйлап Прага Градына (ил хөкүмәте бинаһына) тиклем демонстрацияға сыға. Был демонстрация полиция тарафынан тиҙ генә ҡыуылған, 118 ҡатнашыусы ҡулға алынған һәм 2-нән 14 тәүлеккә тиклем мөҙәткә иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителгән[117][118].

Коммунистар властҡа килгәндән һуң профессорҙар араһында ла әүҙем чисткалар була[119]. Университет ректоры Карел Энглиш 1948 йылдың 26 февралендә үҙ ирке менән отставкаға китә[120]. 1951 йылдың 31 мартында Карел Энглиш университеттағы бөтә башҡа вазифаларҙан сиселгән[121][118]. Ҡайһы ббер профессорҙар фәнни һәм уҡытыу эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн көнбайыш илдәргә эмиграцияға киткәндәр[112].

Чисткалар студенттар араһында ла уҙғарылған. Ҡайһыларҙы властарға ҡаршы булған сәйәси ҡараштары йәки тейешлек ҡатламдан булмаған өсөн университеттан ҡыуғандар. Чисткалар һөҙөмтәһендә студенттарҙың дүрттән бер өлөш юғары уҡыу йорттарын ташлап китергә мәжбүр булғандар[122][123].

1948 йылда университет үҙенең 600-йыллығын ҡаршылаған. Юбилей хөрмәтенә университеттың почётлы доктор маҡтаулы исемен донъяның 40 билдәле профессорҙарына бирергә ниәтләнгән. Әммә февраль түңкәрелешенә ризаһыҙлыҡ белдереп уларҙың ун өсө, шул иҫәптән пенициллинды асҡан Александр Флеминг Прагаға килеүҙән баш тартҡан[124][125].

 
Яныусы совет танкаһы форнында чех демонстранттары, 1968 йыл

Әкренләп, илдә сәйәси климат яҡшыра барған[126] һәм 1968 йылда «Прага яҙы» була: Чехословакия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының яңы һайланған 1-се сәркәтибе Александр Дубчек етәкселегендә граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен киңәйткән әүҙем хәрәкәт барлыҡҡа килгән[127]. 1968 йылдың 21 авгусында хәрәкәт Чехословакияға ингән ғәскәрҙәр тарафынан баҫтырылған. Совет ғәскәрҙәре инеүенә протест белдереп Карл университеты фәлсәфә факультеты студенты Ян Палах 1969 йылдың 16 ғинуарында музей бинаһы алдындағы майҙанда үҙ үҙен яҡҡан. Бер нисә көн үткәс алған йәрәхәттәрҙан студент вафат булған. 25 ғинуарҙа Ян Палах менән хушлашыуға төрлө ҡатламдағы бик күп кешеләр сыҡҡан[128][129].

1968 йылғы ваҡиғаларҙан һуң Чехословакияла нормалләштереү сәйәсәте башланған, ул фактик рәүештә элекке системаға ҡайтыуҙы һәм либераль реформаларҙан баш тартыуҙы аңлатҡан[130]. Чисткаларҙың сираттағы яңы тулҡыны һәм профессорҙарҙың эмиграцияға китеүе барған[131][129]. 1980 йылдың 10 апрелендә ҡабул ителгән законға ярашлы, барлыҡ профессорҙар, декандар һәм ректорҙар дәүләт хеҙмәткәрҙәре булып киткәндәр һәм туранан-тура дәүләт тарафынан тәғәйенләнгәндәр, университет хеҙмәткәрҙәре тарафынан декандарҙы һәм ректорҙарҙы һайлау практикаһы тулыһынса бөтөрөлгән һәм 1989 йылға ваҡиғаларҙан һуң ғына ҡайтарылған[132].

1989 йылдың 17 ноябрендә (студентлыҡ көнөнөң 50-се йыллығына) яңы һынылыш булған: Праганың Альбертов районында башланып Милли пропект буйлап үткән власҡа ҡаршы студенттарҙың ҙур манифестацияһы[133], бөтә ил буйлап йәмғиәт күтәрелешен тыуҙырған һәм һөҙөмтәлә Чехословакияла коммунистик режимы ҡолаған[134]. Тиҙҙән «Бәрхәт инҡилабы» уҙған, бында университет уҡытыусылары һәм студенттары ҙур роль уйнаған: власҡа тәнҡит менән журналдар сығарғандар, агитация плакаттарын төшөргәндәр, демонстрация уҙғарғандар[135]. 1989 йылдың декабренән республика президенты итеп Вацлав Гавел тәғәйенләнгән.

Хәҙерге ваҡыт: 1989 йылдан

үҙгәртергә
 
Праганың Альбертов районындағы медицина корпустары

1990 йылда университет составына өс теологик факультеттар индерелә: католик, инжил һәм гусит[136]. Прагалағы өс медицина факультеттары хәҙер цифрҙар (беренсе, икенсе һәм өсөнсө) менән билдәләнә башлай, шул уҡ ваҡытта 1953 йылда индерелгән тематик йүнәлештәре һаҡланылған.Пльзень һәм Градец-Кралове ҡалаларында әле лә факультеттар эшләй. Практика өсөн медицина факультеттарына Праганың ҡайһы бер хәстәханалары теркәлгән, мәҫәлән Мотолдағы хәстәхана 2-се медицина (педиатрия) факультетына ҡарай. 1992 йылдан барлыҡ медицина факультеттарында бөтә йүнәлештәр буйлап шулай уҡ түләүле нигеҙҙә инглиз телендә уҡытыу алып барыла[137].

Журналистика факультеты киңәйтелгән һәм хәҙер төрлө иҡтисади программалар тәҡдим итә, шунлыҡтан уның исеме социаль фәндәре факультеты тип үҙгәртелә[138]. 2000 йылда Гуманитар фәндәре институты тулы әһәмиәтле факультетҡа тиклем ҙурайтыла, һәм шулай итеп университеттың 17-се факультеты булып китә[139].

Университеттың архивы институт статусын ала һәм рәсми рәүештә «Карл университетының тарих институты һәм Карл университетының архивы» (чех Ústav dějin Univerzity Karlovy a Archiv Univerzity Karlovy) тип атала. Шулай уҡ университетта Иҫәпләү техникаһы институты (чех Ústav výpočetní techniky) ойошторола. 1990 йылда университеттың үҙенең «Каролинум» (чех Nakladatelství Karolinum) нәшриәтен булдыра, ул егерме йыл эсендә ғилми әҙәбиәт, фәнни-техник монографиялар, һәм шулай уҡ периодиканы сығарған ҙур ойошмаға тиклем үҫә[139].

 
Хоҡуҡ факультеты бинаһы, 2011 йыл

1974 йылда сит ил граждандарын Чехияның юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн чех теленә өйрәтеү буйынса ойошма булараҡ барлыҡҡа килгән Тел һәм һөнәри әҙерләү институты, XXI быуатта киңәйтелә һәм хәҙер шулай уҡ квалификацияны күтәреүҙең төрлө курстарын тәҡдим итә[140].

1991 йылда Италияның Болонья ҡалаһында 9 Европа илдәре (шул иҫәптән Чехияның) мәғариф министрҙарының саммиты була. Һөҙөмтәлә Болонья декларацияһы ҡабул ителә, уның буйынса Европа юғары уҡыу йорттарында белем стандартлаштырырға, шулай уҡ улар араһында студенттар һәм профессорҙар араһында күсененеүҙәрҙе еңеләйтелергә тейеш була. Шулай уҡ юғары белемдең өс берҙәм баҫҡыстары урынлаштырылған: бакалавриат, магистратура һәм докторантура[141].

Болонья процессы 1987 йылда төҙөлгән Европала студенттар алмашыуының «Erasmus» программаһына үҙенсәлекле өҫтәлмә булып тора, уның сиктәрендә Карл университетының яҡынса 25 мең чтуденты башҡа илдәрҙә уҡыу тәжрибәһе мөмкинлеген алған[141].

Карл университетында әлеге ваҡытта медицина факультеттары ҙур популярлыҡҡа эйә, уларҙа яҡынса 8 мең студент уҡый. Шулай уҡ фәлсәфә (яҡынса 6,5 мең студент) һәм юридик (яҡынса 4 мең студент) факультеттарында күп студеннттар уҡый. Уҡырға ингәндә иң юғары конкурс психология һөнәре буйынса күҙәтелә, бында бер урынға 30-ҙан ашыу абитуриент дәғүә итә.

Университет факультеттары

үҙгәртергә
 
Карл IV һәйкәле
  • 3 теология (католик, инжил һәм гусит);
  • 6 медицина (шуларҙың өсәүһе Прагала, берәр Пльзень һәм Градец-Кралове ҡалаларында һәм фармацевтика факультеты);
  • физика-математика (физика, математика, информатика);
  • юридик;
  • фәлсәфә;
    • Дөйөм лингвистика институты
    • Этнология институты
    • Транслатология институты
    • Фәлсәфә һәм динде өйрәнеү институты
    • Фонетика институты
    • Логика кафедраһы
    • Педагогика кафедраһы
    • Театрҙы өйрәнеү кафедраһы
    • Киноны өйрәнеү кафедраһы
    • Физик культура кафедраһы
    • Психология кафедраһы
    • Социология кафедраһы
    • Тел үҙәге
    • һәм башҡалар
  • педагогия;
  • социаль фәндәр (иҡтисад, менеджмент, журналистика, дизайн, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр);
    • Политология һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр (Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, Политология)
    • Халыҡ-ара идәрҙе өйрәнеү институты (Халыҡ-ара идәрҙе өйрәнеү)
    • Иҡтисади фәндәр институты (Иҡтисади теория, Иҡтисад)
    • Социология институты (Социология һәм социаль сәйәсәт)
    • Коммуникация һәм журналистика институты (Киң мәғлүмәт саралары (массмедиа) һәм коммуникация, журналистика)
  • тәбиғәтте өйрәнеү;
  • физик культура һәм спорт (менеджмент);
  • гуманитар фәндәр.

Шулай уҡ университет составында

үҙгәртергә
  • Тел һәм һөнәри әҙерләү институты — сит ил абитуриенттарын Чехия юғары уҡыу йорттарында уҡыуға әҙерләү, чех теле буйынса сертификациялау
  • Европа мәғлүмәти үҙәге
  • Экология мәсьәләләре буйынса үҙәк
  • Китапхана
  • Иҫәпләү үҙәге

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. В управлении Сорбонной были задействованы, как правило, люди, уже имеющие магистерский титул. В болонских же университетах этим чаще занимались сами студенты.
  2. В отличие от большинства американских или же просто недавно основанных вузов, где эту должность занимает президент.
  3. В то время от абитуриентов, учащихся и преподавателей даже требовалась присяга на верность гуситскому религиозному движению.
  4. Конечно, к этому времени уровень преподавания в латинских школах уже сильно разнился, иногда окончание такой школы было скорее символическим актом и давало только самые базовые знания, не позволяющие продолжать учёбу в университете.
  5. Обычно школы функционировали по типу интернатов, берущих все расходы (включая проживание и питание) на себя.
  6. Например, греческий язык, логику, математику и историю.
  7. Изначально список состоял из ста двадцати четырёх имён, однако, из-за запрета государства приглашать профессоров из-за границы Австро-Венгрии, количество почётных докторов значительно сократилось.
  8. В Карловом университете в этом семестре обучалось двенадцать с половиной тысяч человек (из них семь с половиной тысяч на первом курсе), что представляло собой примерно половину всех чешских студентов.
  9. Таким образом, студенты стали единственными гражданами, которые открыто выразили свой протест новой власти.

Сығанаҡтар

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 About the University. CU in Prague (официальный сайт).
  2. 2,0 2,1 2,2 Charles University in Prague — страница университета на сайте рейтинга. ARWU. 2020 йыл 14 апрель архивланған.
  3. Svatoš, 1995, с. 31
  4. Svatoš, 1995, с. 31—32
  5. 5,0 5,1 5,2 Štemberková, 2011, с. 17
  6. 6,0 6,1 Svatoš, 1995, с. 33
  7. Svatoš, 1995, с. 31, 67
  8. Štemberková, 2011, с. 17—22
  9. Svatoš, 1995, с. 34
  10. 10,0 10,1 Svatoš, 1995, с. 35
  11. 11,0 11,1 Štemberková, 2011, с. 19
  12. Svatoš, 1995, с. 35—36
  13. Svatoš, 1995, с. 37
  14. Svatoš, 1995, с. 39
  15. Štemberková, 2011, с. 21
  16. Svatoš, 1995, с. 68
  17. Svatoš, 1995, с. 71
  18. 18,0 18,1 Štemberková, 2011, с. 21—22
  19. Svatoš, 1995, с. 59
  20. Štemberková, 2011, с. 22—23
  21. Svatoš, 1995, с. 62
  22. Svatoš, 1995, с. 62—63
  23. 23,0 23,1 23,2 Štemberková, 2011, с. 23
  24. 24,0 24,1 Štemberková, 2011, с. 24
  25. Svatoš, 1995, с. 64, 73-74
  26. Svatoš, 1995, с. 86
  27. Svatoš, 1995, с. 91
  28. Karl, Hilgenreiner (1911), [[[s:en:Catholic Encyclopedia (1913)/University of Prague]] "University of Prague"], in Herbermann, Charles, Catholic Encyclopedia, vol. 12, Robert Appleton Company, <s:en:Catholic Encyclopedia (1913)/University of Prague>. Проверено 20 май 2018. 
  29. Štemberková, 2011, с. 24—25
  30. 30,0 30,1 Svatoš, 1995, с. 93
  31. Svatoš, 1995, с. 90
  32. Štemberková, 2011, с. 26
  33. Štemberková, 2011, с. 26—27
  34. Svatoš, 1995, с. 96—98
  35. 35,0 35,1 Štemberková, 2011, с. 29
  36. Svatoš, 1995, с. 208
  37. Svatoš, 1995, с. 209
  38. Akademické gymnázium, Historie školy — История школы.
  39. Svatoš, 1995, с. 209—210
  40. Svatoš, 1995, с. 227
  41. Svatoš, 1995, с. 219
  42. Svatoš, 1995, с. 222
  43. Štemberková, 2011, с. 29—30
  44. Svatoš, 1995, с. 233
  45. Svatoš, 1995, с. 230—231
  46. Svatoš, 1995, с. 215—216
  47. Štemberková, 2011, с. 31
  48. Štemberková, 2011, с. 32—33
  49. Svatoš, 1995, с. 285
  50. Svatoš, 1995, с. 280
  51. Štemberková, 2011, с. 33
  52. Svatoš, 1995, с. 273, 285
  53. Štemberková, 2011, с. 33—34
  54. Svatoš, 1995, с. 216
  55. Svatoš, 1995, с. 247
  56. Svatoš, 1995, с. 251
  57. Svatoš, 1995, с. 248
  58. Havránek, 1997, с. 23
  59. Štemberková, 2011, с. 51
  60. Havránek, 1997, с. 23, 25
  61. Štemberková, 2011, с. 51—52
  62. Štemberková, 2011, с. 52—53
  63. Havránek, 1997, с. 30, 89
  64. Havránek, 1997, с. 29
  65. Havránek, 1997, с. 97
  66. 66,0 66,1 Štemberková, 2011, с. 53
  67. VLČEK, Pavel, a kol. Umělecké památky Prahy. Staré město, Josefov. Praha : Academia, 1996. 640 s. ISBN 80-200-0563-3. S. 544.
  68. Havránek, 1997, с. 90
  69. Havránek, 1997, с. 91
  70. Havránek, 1997, с. 92
  71. 71,0 71,1 Havránek, 1997, с. 98
  72. Štemberková, 2011, с. 53—54
  73. Havránek, 1997, с. 95—96
  74. Štemberková, 2011, с. 54
  75. Havránek, 1997, с. 103
  76. 76,0 76,1 Štemberková, 2011, с. 55
  77. Havránek, 1997, с. 307
  78. Štemberková, 2011, с. 73—74
  79. Havránek, 1997, с. 198
  80. Štemberková, 2011, с. 74
  81. Havránek, 1997, с. 193—194
  82. Štemberková, 2011, с. 76
  83. Havránek, 1997, с. 317
  84. Štemberková, 2011, с. 77
  85. Štemberková, 2011, с. 80
  86. 86,0 86,1 Štemberková, 2011, с. 82
  87. Štemberková, 2011, с. 81
  88. Havránek, 1997, с. 203
  89. Štemberková, 2011, с. 81—82
  90. Havránek, 1997, с. 203—204
  91. Havránek, 1997, с. 205
  92. Havránek, Pousta, 1998, с. 20
  93. Havránek, Pousta, 1998, с. 23
  94. Havránek, Pousta, 1998, с. 25
  95. Havránek, Pousta, 1998, с. 41
  96. Štemberková, 2011, с. 97
  97. Havránek, Pousta, 1998, с. 37—38
  98. Štemberková, 2011, с. 106
  99. Havránek, Pousta, 1998, с. 47
  100. Havránek, Pousta, 1998, с. 47—50, 55, 226
  101. Štemberková, 2011, с. 110—111
  102. Havránek, Pousta, 1998, с. 52, 55
  103. Havránek, Pousta, 1998, с. 54
  104. 104,0 104,1 Štemberková, 2011, с. 113
  105. Havránek, Pousta, 1998, с. 48
  106. Štemberková, 2011, с. 111, 114
  107. Havránek, Pousta, 1998, с. 53
  108. Havránek, Pousta, 1998, с. 241, 246, 250—251
  109. Havránek, Pousta, 1998, с. 251
  110. Havránek, Pousta, 1998, с. 230, 251
  111. 111,0 111,1 Štemberková, 2011, с. 119
  112. 112,0 112,1 Štemberková, 2011, с. 128
  113. Havránek, Pousta, 1998, с. 341
  114. Štemberková, 2011, с. 151
  115. Havránek, Pousta, 1998, с. 298—299, 310—311
  116. Štemberková, 2011, с. 130
  117. Havránek, Pousta, 1998, с. 278
  118. 118,0 118,1 Štemberková, 2011, с. 127
  119. Havránek, Pousta, 1998, с. 279—280
  120. Havránek, Pousta, 1998, с. 279
  121. Havránek, Pousta, 1998, с. 282
  122. Havránek, Pousta, 1998, с. 281—282, 296
  123. Štemberková, 2011, с. 129
  124. Havránek, Pousta, 1998, с. 284, 292
  125. Štemberková, 2011, с. 128—129
  126. Havránek, Pousta, 1998, с. 318
  127. Havránek, Pousta, 1998, с. 319
  128. Havránek, Pousta, 1998, с. 321, 324
  129. 129,0 129,1 Štemberková, 2011, с. 136
  130. Havránek, Pousta, 1998, с. 325
  131. Havránek, Pousta, 1998, с. 326—327
  132. Havránek, Pousta, 1998, с. 330, 337
  133. Havránek, Pousta, 1998, с. 334—335
  134. Štemberková, 2011, с. 139
  135. Havránek, Pousta, 1998, с. 337
  136. Štemberková, 2011, с. 141
  137. Štemberková, 2011, с. 143
  138. Štemberková, 2011, с. 147
  139. 139,0 139,1 Štemberková, 2011, с. 148
  140. Štemberková, 2011, с. 150
  141. 141,0 141,1 Štemberková, 2011, с. 154

Чех телендә

үҙгәртергә
  • Štemberková, Marie. Univerzita Karlova Historický přehled. — Karolinum, 2011. — 199 с. — ISBN 978-80-246-2014-5.
  • Svatoš, Michal (главный редактор). Dějiny Univerzity Karlovy I. (1347/48-1622). — Karolinum, 1995. — 322 с. — 5000 экз. — ISBN 80-7066-968-3.
  • Čornejová, Ivana (главный редактор). Dějiny Univerzity Karlovy II. (1622-1802). — Karolinum, 1996. — 285 с. — 5000 экз. — ISBN 80-7184-050-5.
  • Havránek, Jan (главный редактор). Dějiny Univerzity Karlovy III. (1802-1918). — Karolinum, 1997. — 390 с. — 5000 экз. — ISBN 80-7184-320-2.
  • Havránek, Jan a Pousta, Zdeněk (главные редакторы). Dějiny Univerzity Karlovy IV. (1918-1990). — Karolinum, 1998. — 671 с. — 5000 экз. — ISBN 80-7184-539-6.
  • Goll, Jaroslav. Rozdělení pražské univerzity Karlo-Ferdinandovy a počátek samostatné univerzity české. — Praha: Historický klub, 1908. — 151 с.
  • Kubiček, Alois — Petráňová, Alena — Petráň, Josef. Karolinum a historické koleje Univerzity Karlovy v Praze. — Praha: SNKLHU, 1961. — 217 c.
  • Míšková, Alena. Německá (Karlova) univerzita od Mnichova k 9. květnu 1945. — Praha: Karolinum, 2002. — 280 c.
  • Pasák, Tomáš. 17. listopad 1939 a Univerzita Karlova. — Praha: Karolinum, 1997. — 208 c.
  • Štemberková, Marie. Universitas Carolina Pragensis. — Praha: Karolinum, 1995—142 c.

Башҡа телдәрҙә

үҙгәртергә
  • Beránková, Eva. Petite histoire de l’Université Charles. — Prague: Karolinum, 2002. — 229 c.
  • History of Charles University. 1, 2. / František Kavka and Josef Petráň. — Prague: Karolinum, 2001.