Воздвиженск (Ырымбур губернаһы)
Воздвиженск (Воздвиженск ҡәлғәһе булараҡ 1742 йылдың 14 сентябрендә нигеҙ һалына[1]) — Ырымбур казак ғәскәренең Беренсе (Ырымбур) хәрби бүлегендәге станицаһы. Станицаға 1742 йылдың 14 (26) сентябрендә Воздвижение Честного и Животворящего Креста Господня байрамында наместник Иван Неплюев нигеҙ һала, ул Орскиҙан Ырымбурға барған почта трактының уң яғы һәм Һаҡмар йылғаһы ағымының һул яғы араһында урынлашҡан.
Воздвиженск | |
Нигеҙләү датаһы | 1742 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Нигеҙ һалыу
үҙгәртергәНаместник Неплюев Иван ҡәлғәғә нигеҙ һалған саҡта Алексеевск ҡәлғәһенең казактарына Шешмин полкының өс драгун ротаһын һәм Кама аръяғы ландмилиция составынан Алексопольск полкының бер ротаһын ҡуша[2][3][4]. 1768 йылда Ҡаҙан крайынан бында нуғай татарҙарын — «солтанауыл нуғайҙарын» алып киләләр. 110 нуғай ғаиләләре Мырҙа Миҙам етәкселегендә үҙ ылауҙарында киләләр. Нуғайҙарҙан тыш шулай уҡ Ыҡ тамағы тораҡтарынан татарҙар күсеп килә[5]. Воздвиженскиҙә йәшәгән казактары бай фольклоры һәм юғары кимәлдәге грамоталылыҡ менән айырылып торған. Героик ауыҙ-тел ижадында төрөктәр менән һуғыштарҙа, Хиуа походында ҡатнашҡан геройҙарҙы данлаған хикәйәләрҙе билдәләп үтеп була. Йорттарҙа китапханалар тотоу традицияһы була. Станицала һәм ауылдарҙа шәл бәйләү кәсебе киң таралған була[6]
Патронимдар
үҙгәртергәМетрикалар һәм послужной исемлектәр буйынса XVIII быуат аҙағына (XIX быуаттың беренсе яртыһында крайҙы массауи колонизациялай башлағанға тиклем) килеп сығышы буйынса төрлө һәм үҙ-ара туғандаш булған күскенсәлерҙең фамилиялыры — Шивцов, Кучеров, Чеботарев, Кравцов, Бобряшев, Сотников, Одноименной, Попов, Помилуйков, Стародубцев, Краснов, Мирошников, Гребарев, Улькин, Лисаченков, Погребняков, Макаров, Золотухин, Быков, Михеев.. һәм башҡалар. Берҙән-берул ваҡыттағы метрикаларҙағы крәҫтиәндәр — сығышы менән Башҡортостандан булған Полторабатьколар.
1773 йылдың 4 октябрендә Пугачевтың отрядтары Пречистенск ҡәлғәһен яулап алалар һәм Воздвиженск ҡәлғәһенең казактар гарнизоны яҡшыраҡ нығытылған Верхнеозерный станицаһына күсәләр. Гарнизон баш күтәреүселәрҙән станицаны һаҡлауҙа ҡатнаша, атап әйткәндә, ноябрҙең уртаһында Емельян Пугачевтың һәм Афанасий Соколов-Хлопушаның һөжүмдәрен кире ҡағыуҙа[7]. Апрелдә Воздвиженск ҡәлғәһендә подполковниктар Степан Наумовтың[8] һәм Иван Тимашевтың[9] командалары тора, улар унда 1774 йылдың ҡара көҙөнә тиклем торалар һәм Иҫәт һәм Өфө провинцияларҙың ихтилалдар менән ялмалған улустарына һәм ауылдарына рейдтар башҡаралар[10] 1774 йылдың июнендә генерал Фрейман тарафынан Тимашев отрядын көсәйтеү Чугуев казактарынан, Изюм гусарҙарынан һәм егерҙәрҙең отряды йүнәлтелә, уларҙы Урал тауҙарында йәшеренгән башҡорттарҙы эҙәрлекләү буйынса бойороҡ алған капитан К. Краевич етәкләй[11]Воздвиженск ҡәлғәһе Пушкин Александр Сергеевиичтың «Пугачев тарихына» архив әҙерләмәләрҙә телгә алына[12],[13].
XIX быуат аҙағында
үҙгәртергә1895 йылдан Ырымбур ғәскәрендә Наказной атаман Владимир Ершов етәкселегендә казактар араһында 1858 йыл Ҡытай менән Айгун килешеүенән һуң Уссурийск крайыныңбер кем дә йәшәмәгән еҙәргә күсенеү буйынса әүҙем агитация башлана. Күсенеүселәр бер нисә йылға төрлө йөкләмәләрҙән азат ителәләр һәм ҙур ер биләмәләре менән тәьмин ителәләр, бынан тыш уларға ҙур ҡайтарыуһыҙ ссудалар (ғаиләне һәм йөктө тәьминат итеүгә, йыллыҡ аҙыҡ-түлек һәм 600 һум һәр ғаиләгә, 50 һум — һәр строевой казакка ат алыу өсөн) бирелә. Был программала Воздвиженск станицаһынан күп кенә ғаиләләр ҡатнашак[14], күсенеү хоҡуғын тәбиғәттән казак булғандарға бирергә булалар, приписной казактарға бирелмәй. Воздвиженскстаницаһының казактары бик әүҙем төркөстан походтарында һәм линейный хеҙмәттә ҡатнашалар . Воздвиженск халҡының мәнфәғәттәрен Шивцовтар һәм Кравцовтар казак алпауыттары ғаиләләре, шулай уҡ епископ Ырымбур Макарий яҡлап сығалар.
Ырымбур колонистарының беренсе өлөшө Доброфлттың «Мәскәү» пароходында күсенгән саҡта 40-көнлөк Одесса — Дарданелла — Порт-Саид — Суэц — Һинд Аден — Аден ҡултығы — Баб-әл-Мандеб — Малакка боғаҙы — Суматра — Сингапур — Гонконг — Владивосток ҡәлғәһе һыу маршруты барышында 72 кеше вафат булған, башлыса балалар һәм 16 ҡыҙ. Дифтериттан 4 бала үлә. пароход табибының балаларға вакцинация үткәреүе хәлде күпкә еңеләйтә.
Яңы урында күсенеүселәр ҡасабалар һәм станицалар төҙөйҙәр.
XX быуатта
үҙгәртергәXIX быуат аҙағында Воздвиженск казактарының компактлы йәшәү территорияһы Воздвиженск һәм Ырымбур станицаларын, Воздвиженск, Новочеркасск, Александровск, Һары, Шишмә, Кондуровка (һаҡмар йылғаһында), шулай уҡ казактарҙың пай ерҙәрендә 1913 йылда төҙөлгән Һарыҡташ станцияһын үҙ эсенә ала. 1918 йылдың май айында станица ҡасабалар менән бергә Ҡыҙыл гвардияһы карателдәр подразделениелары тарафынан каратель подразделениелары тулыһынса яндырыла[15]. Яңы урында барлыҡҡа килгән Һарыҡташ районының Воздвиженка ауылы 1921 йылда Украина күскенсәлерә менән төҙөлә һәм бөгөнгө көндә Һарыҡташ ҡасабаһы сиктәренә инә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1820 йылда станицала 1890 кеше йәшәй, туғыҙ Беренсе донъя һуғышы алдынан станица менән ҡасабаларҙың халҡы 9500 кеше тәшкил итә (ихаталар һаны — 1665, шул иҫәптән казак ихатаһы — 1600, халыҡ һаны —9517 кеше)[16].
Станицала 1862 йылда төҙөлгән православие Крестовоздвиженск сиркәүе була[17], 2 мәсет, 2 мәктәп һәм 4 кибет[18], Новочеркассыларҙа 1846 йылда төҙөлгән Каҙан Богородица сиркәүе (шартлатыла һәм XX быуаттың 30-сы йылдарныда һүтелә).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Воздвиженская в Энциклопедическом словаре Ф. А. Брокгауза и И. А. Ефрона
- ↑ [1]Евграф Савельев. Из истории заселения Оренбургской линии.
- ↑ Звегинцова В. В. «Хронология Русской армии 1700—1917» Париж, 1962
- ↑ Ландмилицкие полки
- ↑ Сайт Администрации Саракташского района 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Оренбургский пуховый платок
- ↑ Воздвиженская крепость
- ↑ Наумов, Степан Львович
- ↑ Тимашев, Иван Лаврентьевич
- ↑ Таймасов, С. У., Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. Уфа, 2000 2015 йыл 26 май архивланған.
- ↑ Таймасов, С. У., Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. Уфа, 2000 2015 йыл 26 май архивланған.
- ↑ Пушкин. Полное собрание сочинений в 10 томах. Том IX. Издательство «Наука», Москва, 1965. Стр. 651, 292, 613.
- ↑ Алфавитный указатель / Сост. Г. П. Блок. — Пушкин А. С. Полное собрание сочинений: В 16 т. — М., Ҡалып:Л: Изд-во АН СССР, 1937—1959. — Т. 9, кн. 2. История Пугачева. — С. 811—945.
- ↑ Исковский А. Е. Как оренбургские казаки на Дальний Восток уехали.
- ↑ Aнтибольшевистская борьба оренбургских казаков в апреле — июне 1918 года.
- ↑ Росписание станиц, посёлков и хуторов Оренбургского казачьего войска. Утверждено по журнальному постановлению войскового хозяйственного управления Оренбургского войска от 14.02.14 г. за № 648
- ↑ Монастыри и храмы Оренбургского уезда
- ↑ Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона