Ильинск ҡәлғәһе
Ильинск ҡәлғәһе — Ырымбур далаларындағы ҡәлғә, 1773 йылдың ноябрендә Пугачев көрәштәренең береһе булған Хлопушаның һөжүменә дусар булған.
Ильинск ҡәлғәһе | |
Ваҡиға ваҡыты | 1773 |
---|
1773 йылдың 24 ноябрендә 6 500 кеше һәм 6 орудие менән Хлопуша Ильинск ҡәлғәһенә килеп етә һәм бик әүҙем һөжүм менән уны тиҙ арала баҫып ала, комендант поручик Лопатин һәләк була, ҡалған офицерҙар һәм халыҡ ярлыҡаулана. Бүтән ваҡыттағыса ҡәлғәне таламай, Хлопуша Верхнеозерный ҡәлғәғә юллана, әммә бында еңелеүгә дусар була; Пугачев уға ярҙам итергә кәрәк тип таба һәм 1773 йылдың 26 ноябрендә уға ҡушыла.
Шул арала Себер линияһынан генерал-майор Станиславский Ильинск ҡәлғәһенә ярҙамға Заевтың 3 ротаһын ебәрә. Пугачев уның юлын киҫергә ниәтләнә, әммә Заев үтеп өлгөрә һәм , 1773 йылдың 27 ноябрендә Ильинск ҡәлғәһен яулап ала. Ҡәлғәлә ҡалған һалдаттар Хлопуша менән киткән була, Заве бында тик бер яралы офицерҙы һәм бер нисә һөргөнгә ебәрелгән конфедератты тап итә; иген келәттәре асыҡ торалар, ондәң һәм кипкән икмәктең бер өлөшө ишек алдында түгелеп ята, шулай уҡ ҡапҡа төбөндә пушка тороп ҡалған. Заев өс бастионда берешәр пушка ҡуя (дүртенсеһе ҡоралһыҙ ҡала), һаҡсыларҙы ҡуя һәм һөжүмгә әҙерләнә.
1773 йылдың 28 ноябрҙә, эңер төшкәс, Пугачев ҡәлғәғә яҡынлаша; уның разъездарын һаҡсылар үрҙәрҙән утҡа тотолалар; бушҡа ғына боласылар, атмағыҙ, сығығыҙ әйҙә, бында батша, тип ҡысҡырмаһындар, яуап итеп пушканан аталар, ә бер сәғәттән Пугачевтың төркөмө, һибелеп, ҡәлғәғә ынтыла, әммә уларҙы артиллерия уты туҡтата.
Һалдаттар, бигерәк тә конфедераттар, сабауылға рөхсәт һорайҙар, әммә Заев уларҙың хыянатынан ҡурҡып, рөхсәт бирмәй. 1773 йылдың 29 ноябрендә Пугачев ҡәлғәне ҡабаттан һөжүмләй, был юлы ҡоралланмаған бастион яғынан; түҙә үртәү өсөн арбала бесән йөгөн һәм 2 пушка һөйрәп алып киләләр, Заев әлеге бастионға ике пушка күсереп алып килергә ҡуша, әммә өлгөрөп булмай, ағас бастион йәҙрәләр менән емерелә һәм фетнәселәр ҡәлғәғә бәреп инәләр; һалдаттар ҡасалар.
Заев, офицерҙарҙың күпселеге һәм 200 һалдат үлтерелә, ҡайһы берҙәре әсиргә алына һәм Пугачев алдына килтерелә; һалдаттарҙы көсләп тубыҡландыралар һәм уларҙы Пугачев ярлыҡай; артабан Пугачев капитан Камешковтан һәм прапорщик Вороновтан, ни өсөн улар үҙҙәренең батшаһына ҡаршы сыҡтылар, тип һорай, тегеләре: «Һин беҙгә батша түгел; беҙҙә, Рәсәйҙә, әбей батша императрица Екатерина Алексеевна һәм батша тәхет вариҫы Павел Петрович, ә һин ҡараҡ һәм самозванец», -тип яуап бирәләр. Уның артынса капитан Башаринды алып киләләр, Пугачев, уның менән һүҙ көрәштереп тә тормайынса, аҫып ҡуйырға бойора, әммә әсиргә эләккән һалдаттар ярлыҡау үтенә башлайҙар һәм Пугачев уны ғәфү итә һәм бөтәһен дә казакса сәстәрен алырға ҡуша. Пугачев төркөмөн тулыландыра һәм, яралыларҙы ҡәлғәлә ҡалдырып, Верхнеозерный ҡәлғәһенә табан юллана.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Военная энциклопедия / Под ред. В. Ф. Новицкого и др. — СПб.: т-во И. В. Сытина, 1911—1915.
- Пушкин, Александр Сергеевич История Пугачевского бунта;
- Л. Дубровин, Пугачёв и его сообщники, Санкт-Петербург, 1884.