Ҡалмыҡ теле

ҡалмыҡтарҙың милли теле, монгол теле ғаиләһенең бер өлөшө

Ҡалмыҡ теле (үҙ атамаһы — хальмг келн, xaľmg keln[3], [xaˈmək keˈlən]?) — Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында (Ҡалмыҡ Республикаһы) йәшәгән ҡалмыҡтарҙың милли теле, монгол теле ғаиләһенең бер өлөшө. Йышыраҡ лингвистар уны Көнбайыш Ҡытай ойрат теленән (Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы, Цинхай) һәм Көнбайыш Монголияның (Ховд һәм Увс аймаҡтары) айырым тел тип һанай.

Ҡалмыҡ теле
Телдең үҙатамаһы

Хальмг келн
ᡍᠠᠯᡅᡏᠠᡎ
ᡍᡄᠯᡄᠨ

Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы

Ҡалмыҡ Республикаһы

Рәсми хәле

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

107 742 (2021, Рәсәй Федерацияһы)[1]
80 546 (2010, Рәсәй Федерацияһы)[2]

Һаҡлыҡ хәле

Юҡҡа сығыу хәүефе бар

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай ғаиләһе

Монгол тармағы
Төньяҡ Монгол төркөмө
Көнбайыш Монгол төркөмсәһе
Әлифба

ҡалмыҡ яҙыуы, кириллица

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

кал 260

ISO 639-1

ISO 639-2

xal

ISO 639-3

xal

Был телдә Википедия

Урыҫ теле менән бер рәттән, ҡалмыҡ теленә ҡалмыҡ этносы составына ҡушылған төрки, уғыр һәм тунгус элементтары билдәле бер йоғонто яһай.

Ҡалмыҡ телендә быуаттар буйы барған әҙәбиәт бар; «Хальмг үнн» гәзите сыға; ваҡыты-ваҡыты менән «Теегин герл» әҙәби журналы, «Байр», «Байрта» йәштәр һәм балалар журналдары сыға.

Лингвогеография

үҙгәртергә
 
Элистала халыҡты ҡалмыҡ телендә һөйләшергә өндәгән ике телле социаль реклама

Социолингвистик мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, ҡалмыҡ теле юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында тора[4]. Тел алмашыныуы (рус теленә күсеү) 1943-1957 йылдарҙа ҡалмыҡ халҡын көсләп депортациялауҙан һуң барлыҡҡа килә. Яҡынса 1970-1980 йылдарҙа ҡалмыҡ теле анклав теленә әйләнә; ул ҡалаларҙан ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм ҡайһы бер ҡалмыҡ ауылдарында ғына ҡала, башлыса Ҡалмыҡстандың Кетченеровский районында. Элисталағы балаларҙың күпселеге ҡалмыҡ теле тураһында бер ни ҙә белмәй, һөйләшмәй. ЮНЕСКО билдәләүенсә, ҡалмыҡ телендә һөйләшеүселәрҙең барыһы ла ике телле (билингвтар) (йәғни туған теле булараҡ ике телдә һөйләшкән кешеләр; был осраҡта урыҫ һәм ҡалмыҡ теле). Ҡалмыҡ телендә һөйләшеүселәр һаны йылдан-йыл кәмей бара. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Ҡалмыҡ телендә барлығы 80 546 кеше белдерә[5] (2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу барышында ҡалмыҡ телендә 153 602 кеше белеү тураһында иғлан иткән[6]), был ҡалмыҡтарҙың 44 проценттан кәмерәк (183 372 (2010)[5]).

 
Ҡалмыҡстанда Волгоград — Элиста трассаһында тирмә, Элиста янында
 
«Элиста» автовокзалында рус һәм ҡалмыҡ телдәрендә яҙыу

5 сентябрҙә Ҡалмыҡстанда милли яҙма Көнө билдәләнә[7].

Диалекттары

үҙгәртергә

Волга буйы ҡалмыҡтарының теле

  • Торгут диалекты
      • Ырымбур һөйләше
      • Урал һөйләше
      • Каспий һөйләше
      • Волга һөйләше
      • Хошут һөйләше
      • Икицохуров һөйләше
    • Дербет диалекты
      • Бага-дербет һөйләше
      • Ики-дербет һөйләше
    • Бузау диалекты (дон ҡалмыҡтары)[8][9]

Ҡалмыҡ теле — тарихи әҙәби традициялы тел. Ҡалмыҡ яҙмаһының төп нөсхәһе XVII быуатта бөйөк мәғрифәтсе — Зая-Пандита исемле ҡалмыҡ будда монахы тарафынан ижад ителгән. Был яҙма, тодо бичиг («яҡты яҙма»), уйғыр-монгол яҙмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән, уны ойраттар XI быуаттан алып ҡулланған.

1924 йылда СССР-ҙа иҫке ҡалмыҡ яҙмаһы кириллицаға алмаштырыла, уның урынына 1930 йылда латин яҙмаһы индерелә, уны 1938 йылда тағы бер тапҡыр кириллица алмаштыра.Был реформалар Рәсәйҙә ҡалмыҡ халҡының әҙәби традицияһының күсәгилешлеген юҡҡа сығара.

Рәсәйҙә ҡулланылған ҡалмыҡ алфавиты:

А а Ә ә Б б В в Г г Һ һ Д д Е е Ё ё
Ж ж Җ җ З з И и Й й К к Л л М м Н н
Ң ң О о Ө ө П п Р р С с Т т У у Ү ү
Ф ф Х х Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь
Э э Ю ю Я я

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рәсәй Федерацияһы халҡының милли составы. Дата обращения: 31 март 2023. Архивировано 30 декабрь 2022 года.
  2. Перепись-2010. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 6 февраль 2018 года.
  3. Хальмг һүҙендәге баҫым м һәм г араһындағы асыҡ булмаған һуҙынҡыла
  4. Архивированная копия. Дата обращения: 22 май 2012. Архивировано 23 март 2012 года.
  5. 5,0 5,1 Окончательные итоги Всероссийской переписи населения 2010 года (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 22 май 2012. Архивировано 3 август 2012 года.
  6. Всероссийская перепись населения 2002 года. Дата обращения: 22 май 2012. Архивировано 7 октябрь 2013 года.
  7. В Калмыкии отметили День национальной письменности 2015 йыл 22 декабрь архивланған. (Контрабанда, 9 сентября 2011 года)
  8. Баскаков Н. А. Алтайская семья языков и её изучение. М., 1981. С.22 2006 йыл 26 сентябрь архивланған.
  9. Архивированная копия. Дата обращения: 10 июнь 2007. Архивировано из оригинала 16 июль 2007 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Википедия