Зөфәр ибн әл-Һүҙәйл

Зөфәр ибн әл-Һүҙәйл әл-Ғәнбәри әт-Тәмими (ғәр. زُفر بن الهذيل العنبري التميمي‎; 728(0728), Әл-Күфә — 775, Бәсра)- күренекле мосолман ҡанун белгесе (фаҡиһ) һәм хәҙистәр белгесе (мөхәддис), Әбү Хәнифә имамдың уҡыусыһы.

Зөфәр ибн әл-Һүҙәйл
ғәр. زُفر بن الهذيل العنبري التميمي
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Ғөләмә, Фаҡиһ, Мөхәддис

Тыуған көнө:

728

Тыуған ере:

Исфаһан, Иран
Әл-Күфә, Ираҡ

Үлем көнө:

775

Үлгән ере:

Бәсра, Ираҡ

Ил:

 Өмәүиҙәр хәлифәлеге
 Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

әл-Һүҙәйл ибн Ҡайс

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Фиҡһ һәм Хәҙис ғилеме

Остаздары:

Әбү Хәнифә һәм Сулейман аль-Амаш[d]

Йоғонто яһаған:

хәнәфиҙәр

Тыуыуы һәм сығышы

үҙгәртергә

Зөфәр ибн әл-Һүҙәйл Ираҡта тыуған. Уның тыуған урыны аныҡ билдәле түгел, әммә ҡайһы бер тарихсылар был ваҡиға Әл-Күфәлә булғандыр, тип уйлай. Уның атаһы әл-Һүҙәйл ибн Ҡайс билдәле Бәнү тәмим ғәрәп ҡәбиләһенән булған. Ҡыҫҡа ғына бер осор ул Исфаһан ҡалаһында өмәүи хәлифе Йәзид ибн әл-Вәлидтең наместнигы булып хеҙмәт итә. Хәбәр ителеүенсә, уның өс улы: Зөфәр, Харсама һәм Кәүҫәр булған[1]. Зөфәр исеме ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «ҡыйыу», «еңеүсе» тигәнде аңлата һәм ҡайһы берҙә «йомарт» мәғәнәһендә ҡулланыла.

Имам Зөфәр 48 йәшендә вафат була. Имам Әбү Хәнифә үлгәндән һуң, ул ни бары һигеҙ йыл ғына йәшәй, әммә уның мәҙһәбе үҫешенә һәм таратыуға ҙур өлөш индерә[2].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Зөфәр бай ғаиләлә үҫкән, яҡшы белем алған һәм үҙен дини фәндәрҙе өйрәнеүгә бағышлау мөмкинлегенә эйә булған. Бала сағында ул Ҡөрьәнде өйрәнә һәм Әл-Күфә ғөләмәләре дәрестәренә йөрөй, хәҙистәрҙе өйрәнә. Уның уҡытыусылары Сөләймән ибн Мәһран әл-Ғәмәш, Яхъя ибн Сәйет әл-Ансари, Исмәғил ибн Әбү Хәлит, Мөхәммәт ибн Исхаҡ, Әйүп әс-Сихтийани һ. б. була. Ғаиләһе менән Исфаһанға күсеп килгәс, ул белемен тәрәнәйтә һәм дини даирәләрҙә танылыуға лайыҡ була. Ул иҫ киткес хәтерле була, ышаныслы хәҙистәрҙе зәғифтәренән айыра, юҡҡа сығарылған һәм юҡҡа сығара торған хәҙистәрҙе аңлай. Исфаһандың күп хәҙисселәре, шул иҫәптән күренекле дин белгесе Үәки ибн әл-Жәррах, хәҙистәрҙе уның һүҙҙәренән сығып һөйләгән.

Имам Зөфәрҙең эшмәкәрлеген билдәле ислам дине белгестәре Ибн Ғәбд әл-Бәрр, Яхъя ибн Мәғин, Ибн Һиббән, Ибн Һәжәр әл-Әсҡәлани һәм башҡалар юғары баһалай.

Имам Зөфәр мөжтәһид тип һанала, хәнәфи мәҙһәб имамдарының береһе. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәҙистәренән асыҡ дәлилдәр булмағанда, ҡыяс ҡулланыуға рөхсәт бирә. Әгәр берәй мәсьәлә буйынса фекер йөрөткәндә хәҙис табылһа, хәҙискә таяна, ҡыяс ҡулланмай[3]. Үҙенең уҡытыусыһы, имам Әбү Хәнифә ысулына таянһа ла, бер нисә мәсьәләлә уның менән ризалашмай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Аз-Захаби, Мухаммад ибн Ахмад. Сийара‘лам ан-нубала. Т. 8. С. 39.
  2. İslam Alimleri Ansiklopedisi. Türkiye Gazetesi Yayınları. İstanbul, 1984.Т. 3. С. 19-20.
  3. Аз-Зирикли, Хайрад-Дин. аль-Алам. Т. 3. С. 45.