Мөхәммәт әш-Шәйбани

хәнәфи мәҙһәбтең хоҡуҡ белгесе (фаҡиһ), мосолман хоҡуғы кодификаторҙарының береһе һәм имам Әбү Хәнифәнең уҡыусыһы

Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн әл-Хәсән әш-Шәйбани (ғәр. أبو عبد الله محمد بن الحسن الشيباني‎; рус. Абу́ Абдулла́х Муха́ммад ибн аль-Хасан́ аш-Шайба́ни — хәнәфи мәҙһәбтең хоҡуҡ белгесе (фаҡиһ), мосолман хоҡуғы кодификаторҙарының береһе һәм имам Әбү Хәнифәнең уҡыусыһы.

Мөхәммәт әш-Шәйбани
ғәр. محمد الشيباني
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Фаҡиһ, Ҡаҙый

Тыуған көнө:

750[1] или 749[2][3]

Тыуған ере:

Васит[d], Үәсит (мөхәфаҙа), Ираҡ[3]

Үлем көнө:

805[2][3]

Үлгән ере:

Рей[d], Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге[3]

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

әл-Хәсән әш-Шәйбани

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Фиҡһ

Эш урыны:

Ракка суды

Остаздары:

Әбү Хәнифә[3], Әбү Йософ[3] һәм Мәлик ибн Әнәс[3]

Шәкерттәре:

Мөхәммәт әш-Шәфиғи[3]

Йоғонто яһаған:

хәнәфи мәҙһәб

Хеҙмәттәре:

Биографияһы

үҙгәртергә

Ираҡтың Үәсит ҡалаһында тыуған. Йәш сағында уҡ күпләп сәхәбәләр йәшәгән Әл-Күфәгә китә һәм ошо ҡалала белем ала башлай[4] . 14 йәшендә ул Әбү Хәнифә имамдың уҡыусыһы булып китә, уның вафатынан һуң Әбү Йософ имамда уҡыуын дауам итә. 20 йәшендә Әл-Күфәнең төп мәсетендә вәғәз менән сығыш яһай башлай. Өс йыл дауамында Мәҙинәлә Мәлик ибн Әнәстең лекцияларын тыңлай. Уның уҡытыусылары билдәле хәҙис белгестәре (мөфәссирҙәр) Суфиян әс-Саури һәм Абдрахман Әл-Ғаузаи була. Ираҡҡа ҡайтҡас, Бағдадтың иң абруйлы фаҡиһтарының береһе була. Артабан ул Бағдадҡа күсеп килә күпмелер ваҡыт унда Әбү Йософтан һуң ҡаҙый вазифаһын биләй . Шул уҡ ваҡытта ул ислам хоҡуғы (фиҡһ) һәм башҡа дини дисциплиналар буйынса дәрестәр бирә һәм лайыҡлы уҡыусылар тәрбиәләп үҫтерә.

Хәлифә Һарун әр-Рәшит резиденцияһын Евфратҡа күсерергә ҡарар иткәс, ул әш-Шәйбаниҙы яңы баш ҡала — Ракканың ҡаҙыйы вазифаһына тәғәйенләй. 805 йылда әр-Рәшит әш-Шәйбаниҙе үҙе менән Хөрәсәнгә алырға ҡарар итә, унда ла уны ҡаҙый итеп тәғәйенләргә уйлай, әммә Мөхәммәт урынға барып етмәй, юлда, Рей ҡалаһы янында, вафат була.

Уҡыусылары

үҙгәртергә

Әш-Шәйбаниҙың билдәле уҡыусылары араһында — Мөхәммәт әш-Шафиғи, Әбү Сөләймән Жүржәни, Хишам ибн Ғөбәдуллаһ әр-Разый, Әбү Хафс Кәбир, Мөхәммәт Ибн Мөҡәтил, Шәдад ибн Хәким, Әбү Ғөбәйдә Ҡасим ибн Сәләм, Исмәғил Ибн Тәүбә, Али ибн Мөслим әт-Туси һ. б.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Әш-Шәйбани үҙенең әҫәрҙәрендә Әбү Хәнифәнең мираҫын йыя, әммә күп осраҡта уның ҡараштары беренсе остазының ҡараштарынан айырыла.

Ул фиҡһ буйынса «әл-Мәбсут» йыйынтығын төҙөй (ғәр. المبسوط‎ — уның икенсе исеме «Китаб әл-асыл фи-л-фүрү»: ғәр. كتاب الأصل في الفروع‎) һәм уға өҫтәмәләр («Китаб әз-зиядат»; ғәр. كتاب الزيادات‎), фиҡһ буйынса ҙур һәм бәләкәй белешмә «Китаб әл-жәми әл-кәбир» (ғәр. كتاب الجامع الكبير‎) һәм «Китаб әл-жәми әс-сағир» (ғәр. كتاب الجامع الصغير‎) тигән хеҙмәттәре донъя күрә. Хәрби хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса «Китаб ас-сийар әл-кәбир»; (ғәр. كتاب السير الكبير‎) әҫәрен яҙа, ул әс-Сараһси комментарийҙарында ғына һаҡланған. Шулай уҡ Әбү Хәнифәнең мираҫына арналған махсус хеҙмәте («Китаб әл-асар»; ғәр. كتاب الآثار‎) бар. Ихтимал, закондан ҡасырға тырышыуҙар һәм уларҙы булдырмау тураһында әҫәр авторы булып торалыр. Шулай уҡ Мөхәммәт әш-Шәйбани ике редакцияла сыҡҡан "әл-Муатта"ның (Мәлик ибн Әнәс) береһенең төҙөүсеһе һәм шәрехләүсеһе булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119171716 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Али-заде А. Шейбани Мухаммад ибн Хасан (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  4. Али-заде, А. А. Шейбани Мухаммад ибн Хасан // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).