Хәйҙәр (исем)
Хәйҙәр — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәХәйҙәр — «арыҫлан» мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәХәйҙәр Тапаҡов (Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы) (20 февраль 1955 йыл) — уҡытыусы, журналист, прозаик. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2014) һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге (2010) премиялар лауреат.
Хәйҙәр Хызыр улы Шаһиев (29 октябрь 1953 йыл) — ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 2000—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. СССР-ҙың халыҡ, Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ (1997), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010).
Фамилияларҙа
үҙгәртергәХәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы (20 ноябрь 1911 йыл, Үрге Ҡоҙаш ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы — 25 ноябрь 1996 йыл, Үрге Ҡоҙаш ауылы, Тәтешле районы) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Советтар Союзы Геройы (1944).
Хәйҙәршин Ғәйнанша Хәйҙәрша улы (5 февраль 1911 йыл — 4 декабрь 2006 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар дивизияһы айырым сапёр батальонының отделение командиры, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Хәйҙәров Мөхәммәт Аллаяр улы(7 март 1915 йыл — 17 июль 1999 йыл) — башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты (1994).
Топонимдарҙа
үҙгәртергәХәйҙәр (рус. Хайдарово) — Башҡортостандың Благовар районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата кеше йәшәмәй.
Хәйҙәрабад — Көньяҡ Һиндостан ҡалаһы. Телангана штатының административ үҙәге. 2014 йылдың 2 июненән 10 йыл тирәһе Андхра-Прадеш штатының баш ҡалаһы булып ҡала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |