Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы

(Хәйҙәр Тапаҡов битенән йүнәлтелде)

Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы (20 февраль 1955 йыл) — уҡытыусы, журналист, прозаик. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2014) һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге (2010) премиялар лауреаты.

Тапаҡов Хәйҙәр Ниғәмәт улы
Тыуған көнө:

20 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР, Йылайыр районы, Һабыр ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов 1955 йылдың 20 февралендә Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған.

1972 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһында уҡый, уны 1975 йылда тамамлап, фельдшер һөнәрен ала, һуңынан әрме сафтарында хеҙмәт итә.

19791984 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында белем ала. Йылайыр, Ейәнсура райондарының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, һуңынан Һабыр ауылына ҡайтып, мәктәптә эшләй, Йылайыр районы «Башҡорт» совхозында партия кабинеты мөдире, Һабыр ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын да башҡара, бер аҙ Йылайыр районы хакимиәтендә лә эшләп ала.

2000 йылда Сибай ҡалаһына күсеп килеп, «Ирәндек» лицейында уҡытыу менән бер рәттән Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын да етәкләй. 2010 йылдан «Атайсал» гәзитенең директоры (баш мөхәррире)[1].

Хәйҙәр Тапаҡов — 20-нән ашыу повесть, 100-ҙән ашыу төрлө күләмдәге хикәйә, алты йыйынтыҡ авторы. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Әҫәрҙәрендә ауыл кешеләренең тормошон, эске донъяһын яҡтырта, ғаилә, һөйөү, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һүрәтләй. Ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән гәзит-журнал биттәрендә йыш сығыш яһай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005),
  • Йыл уҡытыусыһы −2007,
  • Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007),
  • Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (2010).

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Ғүмер бүләк итәм», хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1997. — 240 бит.
  • «Ҡаршы сығып ал», повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2005.
  • «Әсәйемдең аҡ күлдәге», повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2010. — 512 бит.
  • «Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы», повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2014. — 448 бит.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә